Октябрь (Баймаҡ районы)

Октябрь (рус. Октябрь) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 225 кеше[1]. Почта индексы — 453654, ОКАТО коды — 80206813004.

Ауыл
Октябрь
Октябрь
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°23′48″ с. ш. 58°47′19″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 813 004

ОКТМО коды

80 606 413 116

Октябрь (Рәсәй)
Октябрь
Октябрь
Октябрь (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Октябрь

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

1934 йылда Йылайыр совхозы йыйылышында Октябрь революцияһының 17 йыллығы хөрмәтенә ауылдың исеме Октябрь тип үҙгәртелә[2].

Географик урыны

үҙгәртергә

Тораҡ пункты Урал аръяғы тигеҙлегендә[2] Урғаҙа йылғаһының Сосновка ҡушылдығы буйында урынлашҡан[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 70 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 17 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 47 км

Октябрь революцияһына тиклем аҫаба башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәрҙә алпауыт Сарбильский нигеҙ һалған утар. Утар уның исемен йөрөткән[4]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, тораҡ пунктына нигеҙ һалыусы Орск ҡалаһы мещанины Андрей Кириллович Губарьков (1882 йылда тыуған)[3]. Утарға нигеҙ һалыусылар ерҙе Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Бөрйән-Таналыҡ улусы башҡорттарынан ҡуртымға алғандар. Үҙ сиратында, телгә алынған улустың аҫаба халҡы ҡуртымға ҡаршы булғандарҙыр, сөнки утар бер нисә ҡабат улар тарафынан ҡыйратылған һәм яндырылған[3]. Информаторҙар күрһәтеүенсә, Губарьковтың 40 ялсы эшсеһе була. Архив мәғлүмәттәренә ярашлы, 1924 йылда Губарьков Кирилл Григорьевич (1862 г.р.) үҙенең улдары Андрей (1882 йылғы), Иван (1892 йылғы), Андрей (1898 йылғы) һәм Матвей (1887 йылғы) Йылайыр кантонының Түңгәүер улусы Яңы Курск утарында йәшәгән, тауыш биреү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр һәм кулактар тип танылғандар[3].

Губарьков ҡасабаһы 1930 йылдың 20 авгусынан алып 1933 йылдың 20 сентябренә тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составына, 1933 йылдың 20 сентябренән алып 1941 йылға тиклем ҡасаба — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советына, 1941 йылдан алып 1993 йылдың 12 июленә тиклем һәм хәҙерге ваҡытта — Баймаҡ районы Йылайыр ауыл Советы составына инә[3].

1929 йылда Йылайыр иген совхозы ойошторолғандан һуң бүлексә статусын ала. Совхоз эшселәре Октябрь революцияһы хөрмәтенә үткәрелгән йыйылышта (1934 йыл) ауылдың исемен Октябрь тип үҙгәртәләр.

Ауылда башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, ауыл мәҙәниәт клубы (барыһы ла филиалдар) бар[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 133
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 269
2002 йыл 9 октябрь 235
2010 йыл 14 октябрь 201 93 108 46,3 53,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

1939 йылда — 133, 1949—1951 йылдарҙа — 132 человек (64 ир-егет һәм 68 ҡатын-ҡыҙ), 1989 йылда — 262, 1999 йылда — 292 человек (155 башҡорт, 112 урыҫ, 27 татар), 2002 йылда — 235, 2008 йылда — 220, 2009й йылда — 224, 2010 йылда — 62 йортта 229 кеше, 2011 йылда — 237, 2012 йылда — 62 йортта 234 кеше, 2013 йылда — 233, 2014 йылда — 62 йортта 222 кеше, 2015 йылда — 61 йортта 224 кеше, 2016 йылда — 218, 2017 йылда — 218, 2018 йылдың 1 ғинуарына 218 кеше йәшәгән[3].

Милли составы:

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (82 %) йәшәй[5].

Ауыл активы

үҙгәртергә

— Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәдис ҡыҙы Раҡаева
— Ауыл старостаһы Ишморат Мөхтәр улы Сөләймәнов
— КФХ етәксеһе Айрат Алик улы Шәрәфетдинов
— Башланғыс кластары уҡытыусыһы (2015 йылдың 16 мартынан, Урғаҙа ауылы урта мәктәбенең филиалы) Рәзилә Әхиән ҡыҙы Кинйәбулатова
— «Тополек» балалар баҡсаһы (2015 йылдан, Урғаҙа ауылы урта мәктәбенең филиалы) өлкән тәрбиәсеһе Асия Рауил ҡыҙы Мөхәмәтйәнова
— Китапхана («Баймаҡ ауыл-ара китапханалар үҙәге» филиалы) мөдире Зилә Хәлил ҡыҙы Намаҙҡаева
— Ауыл мәҙәниәт йорто (Баймаҡ «Халыҡ ижады үҙәге» филиалы) мөдире Әлфиә Ибраһим ҡыҙы Теүәлбаева[3]

Ауылдың билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Вахнин Сергей Алексеевич — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1956).
  • Ҡуланбаев Нуриман Әбделхаҡ улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1965), «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» (1992).
  • Лаушкина Зинаида Григорьевна — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975).
  • Солтанов Ғәзиз Солтан улы — Ленин ордены кавалеры (1935).
  • Фролов Борис Яковлевич — «БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы» (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены (1973), Ленин ордены кавалеры (1976).
  • Шарафетдинов Ришат Алик улы — «Балалар үҫмер спорт мәктәбе» директоры (Сибай ҡалаһы); «Башҡортостан Республикаһының физик культураһының иң яҡшы хеҙмәткәре» (1998), кавалер знака «Отличник образования Республики Башкортостан» (2002), «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» (2006), кавалер знака «Рәсәй Федерацияһының физик культурала һәм спортта иң яҡшы хеҙмәткәре» (2014), кавалер звания «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» (2015) исемдәренә лайыҡ булған[3].

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)

[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Деревня Октябрь (Октябрь ауылы)
  4. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  6. Улицы

Һылтанмалар

үҙгәртергә