Викидатала элемент тултырылмаған

Нәсимә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Нәсимә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе йомшаҡ ел; яғымлы, эскерһеҙ, ихлас, мөләйем, нескә күңелле тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы (28 декабрь 1931 йыл — 29 декабрь 1996 йыл) — БАССР-ҙың Мәләүез районы Мәжит Ғафури исемендәге колхозының быҙау ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы (21 апрель 1971 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006).

Суфиянова Нәсимә Фәтих ҡыҙы (1949 йыл — ?) — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Нәсимә Йыһаншина (Нәсимә Мансур ҡыҙы Җиһаншина, 1 апрель 1926 йыл — ?) — артист, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).

Нәсима Размияр (фин. Nasima Razmyar,13 сентябрь 1984 йыл) — фин сәйәси эшмәкәре. Финляндия социал-демократик партияһы ағзаһы. Хельсинки ҡала советы депутаты һәм Хельсинки мэрының мәҙәниәт һәм ял мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. Элек — 2015—2017 йылдарҙа эдускунта (парламент) депутаты.

Нәси́мә Кәли́м ҡыҙы Столяро́ва (17 февраль 1951 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2-се саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999), 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһында КПРФ фракцияһы ағзаһы. Өсөнсө саҡырылыш Татарстан Республикаһы дәүләт советы депутаты (2004—2009).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ