Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы

Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы (28 декабрь 1931 йыл — 29 декабрь 1996 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1944 йылдан Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Мәжит Ғафури исемендәге колхоз малсыһы, шул иҫәптән 1954–1969 йылдарҙа быҙау ҡараусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Ҡотош, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Ҡотош, Мәләүез районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы Фазлыәхмәтова 1931 йылдың 28 декабрендә БАССР-ҙың Мәләүез районы Ҡотош ауылында тыуа. Башланғыс белемгә эйә була.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1944 йылда Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозында төрлө эштәр башҡарыусы булып башлай. Һуңынан сусҡа фермаһына күсеп, унда 1954 йылға тиклем эшләй. 1954—1969 йылдарҙа быҙауҙар ҡарай һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1963 йылда 138 быҙауҙы дүрт айға тиклем ҡарай һәм һәр ҡайһыһынан тәүлегенә 800 грамм артым ала, 1964 йылда 181 быҙау ошо уҡ осорҙа тәүлегенә 850 грамға арта. 1965 йылда 202 быҙауҙан тәүлегенә 1 015 грамм артым алыуға өлгәшә. Һуңғы бер нисә йылда йыл һайын колхозға 250 быҙау үҫтереп бирә. Быҙау ҡараусы булып эшләгән осоронда барлығы 3 500 баҙыу үҫтереп тапшыра.

Малсылыҡта, ит етештереүҙә һәм әҙерләүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән Н. М. Фазлыәхмәтоваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1976—1980 йылдарҙа Төркмән ССР-ында йәшәй. 1983 йылда Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозында сөгөлдөрсө булып эшләй.

Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы Фазлыәхмәтова 1996 йылдың 29 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ҡотош ауылында Н. М. Фазлыәхмәтоваға һәйкәл ҡуйылған һәм урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә.

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә