Нурманбетова Эсенбу
Эсенбу (Эсенбюбю[1][2]) Нурманбетова[3] (13 июнь 1957, Арал ауылы, Талас районы, Фрунзе өлкәһе, Ҡырғыҙ ССР-ы, СССР — 2 ғинуар 2019[2], Бишкәк, Ҡырғыҙстан) — совет һәм ҡырғыҙ опера йырсыһы (сопрано) һәм педагогы, Ҡырғыҙстан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Ҡырғыҙстан комсомолы премияһы лауреаты.
Нурманбетова Эсенбу | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Ҡырғыҙстан |
Тыуған көнө | 13 июль 1957 |
Тыуған урыны | Арал[d], Талас районы[d], Сөй өлкәһе[d], Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 2 ғинуар 2019 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Бешкәк, Ҡырғыҙстан |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыка педагогы |
Уҡыу йорто |
И. Арабаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт университеты[d] Б. Бейшеналиева исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәЭсенбу Нурманбетова 1957 йылдың 13 июнендә Ҡырғыҙстандың Арал ауылында тыуған.
1978 йылда И. Арабаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт университетын тамамлай. 1984 йылда Б. Бейшаналиева исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Ҡырғыҙ милли опера һәм балет театрында төп артист булып башлай. Театрҙа 32 йыл эшләй (1984 йылдан 2016 йылға тиклем).
1987 йылдан 1989 йылға тиклем СССР-ҙың Дәүләт академия Ҙур театрында стажировка үтә (профессор П. Г. Лисициан класы)[4].
2016 йылдан Ҡырғыҙ милли консерваторияһында уҡыта[5].
2019 йылдың 2 ғинуарында оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була[1]. Йырсы менән хушлашыу 4 ғинуарҙа Ҡырғыҙ милли опера һәм балет театрында уҙа[2].
Эсенбу Нурманбетова йырҙар һәм романстар, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар, шулай уҡ халыҡ йырҙарын башҡара. Төрлө йылдарҙа Румыния, Алжир, Төркиә, Ҡытай, Һиндостан, Монголия, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була.
Һайланма әҫәрҙәре[1][6]
үҙгәртергә- «Травиата» Джузеппе Верди — Виолетта
- «Риголетто» Джузеппе Верди — Джильда
- «Севильский цирюльник» Джоаккино Россини — Розина
- «Волшебная флейта» Вольфганг-Амадей Моцарт — Памина
- «Кармен» Жорж Бизе — Фраскита
- «Цыганский барон» Иоганн Штраус — Арсена
- «Айчурок» — Ҡалыйман
- «Манас» — Канайым
- «Ажал Ордуна» — Зөләйха
- «Токтогул» — Валентина
- «Курманбек» Н. Давлесов — Гулайым
- «Аста секин: колукту!» Н. Давлесов —
- Зияда«Ак-Меёр» Ж. Каниметов — Ак-Меёр
- «Аршын мал алан» У. Гаджибеков — Асия
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992) — ҡырғыҙ театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн.
- Ҡырғыҙ Республикаһының халыҡ артисы (1995) — республиканың сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн.
- «Манас-1000» иҫтәлекле юбилей миҙалы (1995)[7].
- Е. Рахмадиев исемендәге I Халыҡ-ара конкурс лауреаты. Астана (Ҡаҙағстан) (2016) — педагогик оҫталығы өсөн[8][9].
- «ТӨРКСОЙ» Халыҡ-ара ойошмаһы (2002) ойошторған «Төрки донъяһы операһы көндәре» Халыҡ-ара опера йырсылары фестивале дипломанты[4][10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Эсенбюбю Нурманбетова (некролог) . Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 6 ғинуар 2019 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 В Бишкеке простились с оперной певицей Эсенбюбю Нурманбетовой . Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 6 ғинуар 2019 года.
- ↑ Также встречаются варианты Эсен Нурманбетова, Эсенбу Нурмамбетова
- ↑ 4,0 4,1 Ушла из жизни народная артистка Эсенбу Нурманбетова . Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 6 ғинуар 2019 года.
- ↑ Скончалась великая артистка Эсенбу Нурмамбетова . Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 6 ғинуар 2019 года.
- ↑ Умерла народная артистка Кыргызстана Эсенбу Нурманбетова . Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 12 апрель 2019 года.
- ↑ Распоряжение Президента Кыргызской Республики от 31 августа 1995 года № РП-150а . Дата обращения: 31 август 2021. Архивировано 31 август 2021 года.
- ↑ Студенты национальной консерватории стали лауреатами конкурса в Астане . Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 6 ғинуар 2019 года.
- ↑ Студенты и преподаватели Кыргызской Национальной консерватории успешно выступили на I Международном конкурсе в Астане . Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 6 ғинуар 2019 года. 2019 йыл 6 ғинуар архивланған.
- ↑ Также получила благодарственное письмо от президента международной организации Тюркской культуры Полада Бюльбюль-оглы