Новогеоргиевка (Ишембай районы)

(Новогеоргиевка (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)


Новогеоргиевка (рус. Новогеоргиевка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 116 кеше[1]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453220, ОКАТО коды — 80231875005.

Ауыл
Новогеоргиевка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

54° с. ш. 56° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 875 005

ОКТМО коды

80 631 475 126

Новогеоргиевка (Рәсәй)
Новогеоргиевка
Новогеоргиевка
Новогеоргиевка (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Новогеоргиевка
Новогеоргиевка (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Новогеоргиевка
 
Новогеоргиевка урамдарының береһенең күренеше
 
Тора-тау тауы (Новогеоргиевканан күренеш)
 
Новогеоргиевка

Ауылға Белоруссиянан килгән күскенселәр нигеҙ һалған. Тәүгеләрҙән булып Хомченко ғаиләһе була. Төпләнгән ерендә 1900 йылдан алып 1910 йылға тиклем Яңы Георгиевка ауылы барлыҡҡа килә. Бында тәүге йорттарҙы дүрт ағалы-ҡустылы Хомченколар төҙөгәндәр: Абрам, Гордей, Герасим һәм Зиновей. Һуңыраҡ Белоруссиянан яңы күскенселәр йәнәшәлә Козловка, Ивановка, Новоивановка, Орловка, Покровка һәм башҡа ваҡ тораҡ пункттар төҙөгәндәр. Урындағы ерле башҡорттар малсылыҡ, емеш-еләк йыйыу, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. Белорустар башлыса бойҙай, тары, һоло, арыш үҫтергән. Совет власы йылдарында ауыл халҡы «Берекмә» колхозында эшләй. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1990 йылдың 9 октябрендәге «Ишембай районы Сәлих һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдары сиктәрен үҙгәртеү тураһында» No  6-2/347 указы менән, Яңы Георгиевка ауылы Сәлих ауыл Советынан Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советына күсерелә[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 116 60 56 51,7 48,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Ишембай — [[Петровский автомобиль юлының ике яғы буйлап урынлашҡан. Буҙайғыр йылғаһының ҡушылдығы Һалҡын шишмә аға, ул тик яҙ (март-май) ҡар ирегән мәлдә генә аға.

Алыҫлығы:[3]

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[4]:

  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
  • Урман урамы — (рус. улица Лесная)
  • Төҙөүселәр урамы (рус. улица Строителей)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Көнбайыш урамы (рус. улица Западная)

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Ауылдан 5 км алыҫлыҡта Торатау шиханы урынлашҡан, тәбиғәт ҡомартҡыһы.

  • Пенкина, Е. Свет в конце тоннеля: увидели жители деревни Новогеоргиевка / Е. Пенкина // Восход. — 2010. — 12 февр. — С. 2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә