Мельников Николай Павлович

(Николай Мельников битенән йүнәлтелде)

Мельников Николай Павлович (9 декабрь 1922 йыл — 30 май 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерист. Полковник (1964). Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Мельников Николай Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 декабрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Раевка
Вафат булған көнө 30 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Краснодар, Рәсәй
Ерләнгән урыны Славянское кладбище[d]
Һөнәр төрө офицер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Павлович Мельников 1922 йылдың 9 декабрендә Раевка станцияһында, (хәҙер Раевка ауылы — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы үҙәге) эшсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Өфөлә урта мәктәпте тамамлаған.

1941 йылда Ҡыҙыл Армияға Өфө ҡалаһының Молотов район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1942 йылда Смоленск артиллерия училищеһын (Эрбеткә эвакуацияланған) тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың авгусынан. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

1248-се истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия полкының батарея командиры өлкән лейтенант Николай Мельников Запорожье ҡалаһы районында (Украина ССР-ы) 1943 йылдың 14 октябрендә үҙенә бойһонған яугирҙәр менән Днепр йылғаһын аша сыға. Уң яҡ ярҙа ҡыйыу офицер уҡсылар подразделениеһының яраланған командирын алмаштыра, алыш менән оҫта етәкселек итә, дошмандың дүрт ҡаршы һөжүмен кире ҡаға һәм баҫып алған плацдармды ҡулдан ысҡындырмай.

1948 йылда Днепр Геройы Юғары офицерҙар артиллерия мәктәбен, ә 1960 йылда — Үҙәк артиллерия офицерҙар курсын тамамлай.

1966 йылдан полковник Николай Мельников — запаста, ә һуңынан отставкаға китә.

Краснодар ҡалаһында йәшәй. Кубань ауыл хужалығы институтының граждандар оборонаһы кафедраһында уҡытыусы булып эшләй, ДОСААФ комитеты рәйесе була.

1995 йылдың 30 майында вафат була. Краснодарҙа Славян зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 19 мартындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән яуҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Мельников Николай Павловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3495) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[1].
  • Ленин ордены.
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2].
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (12.01.1944)[3].
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (11.10.1943)[4].
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
  • Миҙалдар.
  • Геройҙың ҡәберендә иҫтәлекле ҡәбер ташы ҡуйылған[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 41/31, л. 25/108, 109).
  2. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 821, л. 3, 46, 47).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1690, л. 3, 88, 89).
  5. Постановление главы администрации Краснодара от 12.10.1995 № 1321 2015 йыл 24 сентябрь архивланған..

Һылтанмалар

үҙгәртергә