Чепрага Надежда Алексеевна
Чепра́га Наде́жда Алексе́евна (молд. Nadejda Cepraga; 1 сентябрь 1956 йыл) — СССР-ҙың эстрада йырсыһы, Молдавия ССР-ының халыҡ (1988), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999) артисы. Молдова Православ Сиркәүенең Тышҡы сиркәү бәйләнештәре бүлеге ҡарамағындағы Мәҙәниәт буйынса совет ағзаһы.
Чепрага Надежда Алексеевна | |
молд. Nadejda Cepraga | |
Тыуған көнө |
1 сентябрь 1956 (68 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Молдавия, Шолданешт районы, Распопены ауылы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
йырсы |
Атаһы |
Чепрага Алексей Павлович, Социалистик Хеҙмәт Геройы |
Әсәһе |
Чепрага Зинаида Дионисовна |
Тормош иптәше |
Литвинов Евгений Александрович, иҡтисад фәндәре докторы, профессор |
Балалары |
Литвинов Иван Евгеньевич |
Наградалары һәм премиялары |
|
Чепрага Надежда Алексеевна Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәНадежда Алексеевна Чепрага 1956 йылдың 1 сентябрендә Молдавия ССР-ының Шолданешт районының Распопены ауылында тыуған. Атаһы — Чепрага Алексей Павлович, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены кавалеры, әсәһе — Зинаида Дионисовна Чепрага.
Дүртенсе синыфта уҡығанда йыр фестивалендә ҡатнаша һәм шунан һуң тыуған ауылдары аша аҡҡан йылға исеме менән аталған «Думбрава» үҙешмәкәр сәнғәт коллективының йырсыһы булып китә. Алтынсыла уҡығанда ансамбль солисы булып «Телефильм Кишинэу» студияһы төшөргән «На сборке винограда» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмда төшә.
Туғыҙынсы синыфта уҡығанда Надежда Чепрага композитор Евгений Доганың үҙ һүҙҙәренә яҙған «Весёлая свадьба» йыры менән балалар өсөн популяр тапшырыуҙарҙың береһе булған «Будильник»та тәү тапҡыр сығыш яһай. Тиҙҙән Надежда СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһының «Экран собирает друзей» тапшырыуында ҡатнаша. Бынан һуң уны Үҙәк телевидение һәм Бөтә Союз радиоһының Юрий Васильевич Силантьев етәкләгән оркестрына саҡырыла. Уның менән Чепрага 1 Май байрамына арналған «Голубой огонёк» тапшырыуы өсөн үҙенең «Весёлая свадьба» йырын яҙҙыра.
1972 йылда, СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Туманов саҡырыуы буйынса Францияға гастролгә барғас, Надежда Чепрага халыҡ йыры фестивалендә ҡатнаша һәм унда Алтын миҙалға лайыҡ була. «Парень из Парижа» йыры менән ул беренсе тапҡыр «Олимпия» залында сығыш яһай.
1973 йылда Надежда Чепрага Берлинда, Йәштәрҙең һәм студенттарҙың X бөтә донъя фестивалендә «Дойна» йыры менән лауреат була һәм халыҡ музыкаһы бәйгеһенең Алтын миҙалын ала. Шул уҡ йылда Евгений Доганың В. Лазарев һүҙҙәренә яҙылған «Весна — ровесница любви» йырын Надежда Чепрага башҡарыуында «Струны гитары» исеме аҫтында яҙылған тәүге миньон-пластинка сыға.
10 йыл Надежда Чепрага республика телевидениеһы һәм радиоһының эстрада-симфоник оркестры солисы була. 1973—1977 йылдарҙа Штефан Няга исемендәге музыка училищеһының вокал һәм хор дирижёры факультеттарында, 1977—1982 йылдарҙа — Кишинёвтағы Гавриил Музическу исемендәге консерваторияла шулай уҡ вокал һәм хор дирижёры класы буйынса уҡый.
Был йылдарҙа йырсы күп төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, телевизион тапшырыуҙарҙа ҡатнаша, һиҙелерлек ҡаҙаныштарға өлгәшә. Мәҫәлән, «Башни Вильнюса-74» (Литва ССР-ы) фестивалендә — лауреат, «С песней по жизни» (1976 конкурсында — дипломант, «Звезда Болгарии» телефестивлендә — лауреат, «Интерталант» фестивалендә (1977, Чехословакия) — еңеүсе була.
Надежда Чепрага шулай уҡ Йәштәр һәм студенттарҙың 1973 йылда Берлиндә, 1978 йылда Гаванала, 1985 йылда Мәскәүҙа (бында Америка йырсыһы Дин Рид менән бергә «Возьмёмся за руки, друзья» йырын башҡарғаны өсөн) һәм 1989 йылда Пхеньянда үткән бөтә донъя фестивалдәренең лауреаты була. Пхеньянда байрамды асыу һәм ябыу тантаналарында ул фестиваль вальсын корей телендә башҡара. 1988 йылда совет-лаос дуҫлыҡ фестивалендә Надежда лаос йырсыһы Нгуен Тнян менән был сараны милли лаос йыры менән тамамлай.
1977 йылдан «Йыл йыры» («Песня года») концерттарында даими ҡатнаша. «Голубой огонек» һәм «Песня-77» тапшырыуҙарында «Мне приснился шум дождя» исемле йырҙы башҡарғандан һуң Надежда Чепрага бар Советтар Союзында танылыу ала, ә уның ижад емеше космонавтар өсөн үҙенсәлекле «гимн»ға әйләнә. 1980 йылда йырсы «Сопот»тың юбилей фестивалендә һәм Мәскәүҙә үткән «Олимпиада-80»дең мәҙәни программаһында ҡатнаша. 1986 йылда ул Изге ихтыяж уйындарының (русса Игры доброй воли) йомғаҡлау гала-концертында йырлай. Чепрага 1993 йылда Сан-Францискола үткән «Йөрәк моңдары» («Мелодии сердца») фольклор фестиваленең ҡәҙерле ҡунағы була һәм «Хава-нагила» исемле йыры менән тамашасылар призын яулай. 1994 йылда Лос-Анджелес ҡалаһында «Йырҙар гөлдәмәһе» («Венок песен») конкурсында һәм артабан «Сингапур тауышы» («Голос Сингапура») фестивалендә сығыш яһай, һуңғыһында «Жаворонок» йыры өсөн көмөш миҙалға лайыҡ була.
Чепрага СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһында 7, ә Молдова телерадиоһы өсөн 11 фильмда төшкән: «На сборе винограда», «Днестровские мелодии», «И славный день настал», «Шесть лет из дому», «Надежда Чепрага», «Встреча с Н. Чепрагой» (1982), «Эскизы к портрету» (1992), «Две руки, сердце и корона» (1998, студия «Динэйр-фильм», АҠШ) һәм башҡалар. «Три лилии», «Прокати меня, кудрявый», «Обманщик и обманщица», «Рома-Роман», «Ты чужой», «Ветерок», «Раба любви» и «Не забывайте» йырҙарына видеоклиптар төшөрөлгән. Үҙәк телевидение, Бөтә союз радиоһы һәм Молдова телерадиоһы фондтарында Надежда Чепрага башҡарыуында 200-гә яҡын йырҙың яҙмаһы һаҡлана.
Надежда Чепрага — Халыҡ-ара эстрада сәнғәте эшмәкәрҙәре союзы, Мәскәүҙәге «Вера» ҡатын-ҡыҙҙар эшлекле клубы һәм «Ротари» клубы ағзаһы. Эстрада йырҙарын йәш башҡарыусыларҙың «Россия в сердце и судьбе» тигән конкурсының баһалама рәйесе.
2001 йылда НТВ телеканалы «Женский взгляд» с Оксаной Пушкиной тапшырыуында «Два берега Надежды Чепраги» исемле документаль фильм күрһәтте.
2011 йылда Олег Нестеровтың «По волне моей памяти» (Канал «Время» — Первый канал. Всемирная сеть) авторлыҡ программаһының бер сығарылышы Надежда Чепрагаға арналды.
Шәхси тормошо
үҙгәртергә- Ире — Литвинов Евгений Александрович (1944—2009), иҡтисад фәндәре докторы, профессор[1].
- Улы — Литвинов Иван Евгеньевич, авиконструктор, Германияла йәшәй. Ҡатыны — немец милләтенән, химия фәндәре кандидаты. Ҡыҙҙары Валерия[2].
Буш ваҡытында тегеү менән мауыға, яҡшы китаптар, фильмдар һәм музыка ярата. Н. Крючков, М. Ладынина, Л. Смирнова, Е. Леонов, М. Пуговкин — яратҡан артистары. Йүгереү, гимнастика һәм йөҙөү менән шөғөлләнә.
Надежда Чепрага өйөндәге үҙенсәлекле музейына концерттарҙа сығыш һаған 300-ҙән артыҡ пар аяҡ кейеме йыйған.
Йырсы тураһында
үҙгәртергә- Рамазанов Р. Надежда Чепрага: Я все еще верю, что чудо возможно. Интернет-портал «Вечерняя Москва», 2012, 26 декабрь[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- I дәрәжә «Екатерина Великая» ордены (2008)
- Мәскәү ҡалаһының Көньяҡ-Көнсығыш районы префекты миҙалы (2007)
- М. А. Шолоховтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Алтын миҙал (2005)
- Мәскәү ҡалаһы хөкүмәте дипломы («Дети Мира и Добра» хәйри программаһында ҡатнашҡаны өсөн, 2004)
- «За самоотверженный труд на благо России» орден Алтын Тәреһе (2003)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999)
- Молдавия ССР-ының халыҡ артисы (1988)
- Молдавия ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980)
Надежда Чепраганың популяр йырҙары
үҙгәртергә- «Водовороты» (А. Морозов — А. Поперечный)
- «Симфония чувств» (И. Теодорович — Г. Виеру)
- «Незамужняя» (А. Морозов — А. Поперечный)
- «В краю родном» (Н. Чепрага — Н. Дабижа)
- «А у меня только ты» (И. Енаки — Н. Зиновьев)
- «Затопленная лодка» (А. Мажуков — Н. Зиновьев)
- «Перекати-поле» (А. Лунёв — Л. Козлова)
- «Крестьяночка» (Молдаван халыҡ йыры)
- «Вот она какая» (Я. Райбург — М. Танич)
Евгений Дога көйҙәренә йырҙар
үҙгәртергә- «Солнечный день» (В. Лазарев)
- «До встречи» (Г. Виеру)
- «Мне приснился шум дождя» (В. Лазарев) — Владислав Коннов менән дуэт
- «Песня Рады» (В. Захарие)
- «Струны гитары» (Я. Халецкий)
- «Кодры Молдовы» (Г. Водэ)
Дискографияһы
үҙгәртергә
Лазерные диски:
|
Виниловые диски:
|
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 19?? — На сборе винограда («Телефильм — Кишинэу»)
- 1973 — Днестровские мелодии («Телефильм — Кишинэу»)
- 1978 — Сказка как сказка (музыкаль нәфис фильм)
- 1982 — Встреча с Надеждой Чепрагой (Фильм-концерт, ЦТ)
- 1984 — Поет Надежда Чепрага (Фильм-концерт, ЦТ)
- 1992 — Эскизы к портрету (Фильм-концерт, ЦТ)
- 1998 — Две руки, сердце и корона (студия «Динэйр-фильм», АҠШ)
- 2001 — Два берега Надежды Чепраги (НТВ)
- 2005 — Кулагин и партнёры (телесериал)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Надежда Чепрага потеряла мужа. «Gazeta.ua» сайты, 2009, 10 июнь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2017)
- ↑ Надежда Чепрага: Жизнь мужа оборвалась так глупо. «Собеседник.ru» сайты, 2015, 23 апрель 2017 йыл 5 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2017)
- ↑ Интернет-портал «Вечерняя Москва», 2012, 26 декабрь(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2017)