Викидатала элемент юҡ

Мөҙәрис — башҡорт ир-ат исеме, башҡа халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимология

үҙгәртергә

Мөҙәрис (Мөдәрис) башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, мәҙрәсәлә дәрес биреүсе, өлкән уҡытыусы[1][2] тигәнде аңлата.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Багаев Мөҙәрис Басир улы (1951 йыл) — башҡорт шағиры, драматург, балалар яҙыусыһы, фантаст, журналист. Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. «Йәшлек» гәзите, «Аманат» журналы, «Илһам шишмәләре» шиғри фестивалендә «Ете төш» повесы өсөн Рәшит Солтангәрәев исемендәге премия лаураты [3][4]. Әҫәрҙәре Башҡортостандың хәҙерге заман яҙыусылары альманахына индерелгән. Ишембай ҡалаһында йәшәй.

Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы (25 март 1957 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, драматург, мәҙәниәт эшмәкәре. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995).

Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (23 февраль 1947 йыл — 24 март 2015 йыл) — СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 19952003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).

Мөҙәрисов Рушат Сәлих улы (1974 йылдың 24 феврале) — драма актеры, Өфө дәүләт «Нур» татар театры актеры (1993 йылдан), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008).

Мөҙәрисова Нурия Ғәлихан ҡыҙы (7 ноябрь 1963 йыл) — спортсы, педагог. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр (полиатлон) буйынса 19871991 йылдарҙа СССР-ҙың, 19921995 йылда Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Күп тапҡырҙар Европа, СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионы, шул кимәлдәге ярыштарҙың көмөш һәм бронза призёры.

Мөҙәрис (рус. Мударисово) — Башҡортостандың Өфө районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Мөҙәрис Әли әфәнде мәсете (алб. Xhamia e Myderis Ali Efendisë, төр. Müderris Ali Efendi Camii, сер. Мудериз Али-ефендијина џамија), шулай Әл-Хужа мәсете тип тә атала (алб. Xhamia e Ali Hoxhës) — Косовоның Призрен ҡалаһындағы мәсет[5], 1543—1581 йылдарҙа Косово территорияһындағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһе булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ