Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы

Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы (25 март 1957 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, драматург, мәҙәниәт эшмәкәре. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995).

Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы
Тыуған көнө:

25 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик, драматург

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы Мөсифуллин 1957 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылында тыуған. Исмаил урта мәктәбен тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссёрҙар бүлеген тамамлай[1]. Институтты тамамлағандан һуң, Дүртөйлө районы халыҡ театрында режиссёр булып эш башлай. 1984 йылдан 2005 йылға тиклем — Дүртөйлө мәҙәниәт идаралығы етәксеһе, 2006 йылдан башлап — район мәҙәниәт йорто директоры, 2018 йылдың 2 мартынан -2021 елдың 16 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музее мөдире.

1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән. 2010 йылда «Тамаша» журналы ойошторған сценарийҙар конкурсы йомғаҡтары буйынса яҙыусы беренсе урынға лайыҡ була, һәм тағы ла «Ҡыҙыҡлы тема» номинацияһында диплом менән дә бүләкләнә. "Урман баһадиры -1995", "Алтын Урал" халыҡ, Н.Нәжми исемендәге район премияләре лауреаты. Р. Солтангәрәев исемендәге Республика хикәйәләр бәйгеһе дипломанты.

2013 йылдың 19 мартында Дүртөйлө ҡала мәҙәниәт һарайында Мөҙәрис Мөсифуллиндың 30 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған ижад кисәһе үтә. Был кисәлә яҙыусылар ҡатнаша, улар араһында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы Килмөхәмәтов Тимерғәле, прозаиктар секцияһы етәксеһе, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов, урындағы яҙыусылар Рафаэль Хафизов, Илдус Тимерханов һәм башҡа уның ижадын яратыусылар. Юбиляр һүҙҙәренә һәм музыкаһына йырҙар башҡарыла, уның пьесалары буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡуйыла.

2015 йылдың 24 декабрендә Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында — Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалында балалар яҙыусыһы Мөҙәрис Мөсифуллин, шағир Фәнис Рәхмәтуллин, журналист һәм балалар яҙыусыһы Илдус Тимерханов һәм башҡалар ҡатнашлығында әҙәби кисә уҙғарыла. Кисә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә әҙәбиәт йылының тамамланыуына арнала.

Дүртөйлө ҡалаһында йәшәй.

Күп кенә хикәйәләр, әкиәттәр, драма әҫәрҙәре авторы, уның пьесалары М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарында бар[2].

1987 йылда Дүртөйлө халыҡ театры уның «Рәхимйәндең сәйер ҡапҡаһы» исемле лирик драмаһын ҡуя (1995 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылған). М.Мөсифуллиндың комедиялары Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары, Силәбе өлкәһенең дүрт профессиональ, 72 нән артыҡ үҙэшсән драма коллективтарында һәм халыҡ театрҙарында ҡуйылған.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Кемгә Аҡса кәрәкмәй // Пьесалар. — Өфө, 1992. — 251—282 б.
  • Рәхимйәндең сәйер ҡапҡаһы: Лирик драма, ике бүлектә // Ағиҙел. — 1995. — № 1. — 161—179 б.
  • Ҡош йөрәге: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1995. — 54-се б.
  • Аусы Мәргән мажаралары. - Казан. - 32 б.
  • Яңғыҙ ҡайын: Әкиәт // Бельские просторы. — 2003. — № 8.
  • Урман әкиәттәре // Бельские просторы. — 2005. — № 6. — С. 200—207.
  • Аусы Мәргән мажаралары: әкиәттәр. - Өфө, 2007. - 144 б.
  • Яҙыусы: Драма-уйланыу // Ағиҙел. — 2011. — № 3. — 133—159 б.
  • Аҡса кемгә кәрәкмәй?!: [пьесалар]. — Өфө : Китап, 2012. — 308 с. — ISBN 978-5-295-05516-4.
  • Петух-хвастун: ҡурсаҡ театры өсөн әкиәт тамаша // Сценарий һәм репертуар. — 2013. — Мәскәү, № 10. — 81-83 б.
  • Курай иле: әкиәттәр: - Өфө, 2017. - 160 б.

Өйләнгән, ике улы бар.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт Министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары.
  • Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрләре профсоюзы үҙәк комитеты Маҡтау ҡағыҙы (1989).
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (2003).
  • Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығының түшкә таға торған «Мәҙәниәт ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2002).
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы (2014).
  • Рәсәй Афган ветерандары Советының "Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләгән өсөн" миҙалы (2014).
  • "Башҡортостан Республикаһы төҙөлүгә 100 йыл" юбилей миҙалы (2019).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шилов Ю. Т., Шилов Ю. Т. Русская театральная школа. — Изд-во "Панъинтер", 2004. — С. 505. — 542 с. — ISBN 5-89884-025-7.
  2. У Мудариса Мусифуллина- юбилей…(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә