Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы
Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867—1937) — башҡорт мәғрифәтсеһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы Ҡыуатов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Бикбирҙе ауылы (хәҙ. Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Үтәғол ауылы) |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
мәғрифәтселек |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәмәтғәлим Әбделғәни улы Ҡыуатов 1867 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Бикбирҙе ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Үтәғол ауылында) тыуған. Сығышы менән башҡорт дворян нәҫеле Ҡыуатовтарҙан булған[1].
Ырымбур гимназияһын һәм Ырымбур уҡытыусылар институтын тамамлай. Тиҫтәнән ашыу донъяуи милли мәктәп, шулар иҫәбенән Сермән һәм Ейәнсура рус-башҡорт мәктәптәрен аса. 1891—1894 йылдарҙа Сермән рус-башҡорт мәктәбенең директоры вазифаһын башҡара[2].
Революциянан һуң Башҡортостан мөхтәриәте Үҫәргән кантоны башҡармаһының рәйесе була.
Ҡыуатов 1933 йылдың 3 декабрендә ҡулға алына һәм 3 йылға шартлы иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә. 1989 йылдың 29 майында аҡлана[3].
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҠыуатов «рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге хәбәрҙәре»ндә («Известия Оренбургского отдела Русского географического общества»; 6-сы сығарылыш, 1895 йыл) үҙе йыйған 130 башҡорт мәҡәлен баҫтырырға сығара. Мәҡәлдәр рус теленә тәржемә ителеп, алфавит тәртибендә күрһәтелә, күптәренең мәғәнәләренә аңлатмалар һәм тап килгән рус фольклорының эквиваленттары бирелә. Бында кириллицала нигеҙләнгән алфавит ҡулланылған, башҡорт теленең өндәрен күрһәтер өсөн ҡайһы бер рус хәрефтәренең һыҙылыштары үҙгәртелгән йәки уларға диакритик тамғалар өҫтәлгән[2].
В. В. Катаринский менән берлектә «Башҡорттар өсөн әлифба» («Букварь для башкир»; 1892 йылда нәшер ителгән) һәм «Башҡортса-русса һүҙлек»те («Башкирско-русский словарь»; 1899 йылда нәшер ителгән) төҙөгән[2][4].
Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов тәүге башҡорт-мадъяр һүҙлегенең автор-төҙөүсеһе булып тора. Был һүҙлек 1896 йылда баҫылып сыға һәм 97 һүҙҙе үҙ эсенә ала[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергәБалалары:
- Ғүмәр (1893—1946) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, хирург.
- Усман (1897—1956) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Шәкирә (1901—1995) — меценат, К. Ғ. Айҙаровтың ҡатыны.
Хәтер
үҙгәртергәМөхәмәтғәлим Әбделғәни улы Ҡыуатов хөрмәтенә Ейәнсура районының Иҫәнғол һәм Үтәғол ауылдарындағы урамдар аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ильясова А. Й., Әсфәндиәров Ә. З. Ҡыуатовтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Ҡыуатов Д. М. Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Списки жертв . Книга памяти Республики Башкортостан. Дата обращения: 12 сентябрь 2015.
- ↑ Ахметшин Б. Мудрость веков в народной афористике // Ватандаш : журнал. — 2012. — № 2. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- В научном поиске. Уфа, 1982.
- Каримов К. К. Наука Башкирии в строительстве социализма. Уфа, 1986.
- Куватов Д. М. Путешествие в прошлое. Уфа, 2012.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡыуатов Д. М. Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.