Ҡыуатов
Ҡыуатов — башҡорт фамилияһы.
- Буранғол Ҡыуатов (1750—1833) — кантон башлығы, майор (1817). 1805 йылғы рус-австрий-француз (3-сө коалиция) һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (1883—1946) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, дәүләт эшмәкәре.
- Ҡыуатов Ҡаһарман Буранғол улы (1787—1828) — башҡорт кантоны башлығы, яугир. 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867—1937) — башҡорт мәғрифәтсеһе.
- Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (1919—1991) — журналист. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат алдынғыһы (1984). Журналистар союзы ағзаһы (1959).
- Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы (1897—1956) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы (1948 т.) — балет артисы. РСФСР-ҙың (1982) һәм БАССР-ҙың (1974) халыҡ артисы.
- Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы (1957 т.) — актёр, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |