Мөхәммәт Ғәбдү (Абду), шулай уҡ Мөхәммәт Абдо[7] (ғәр. محمد عبده‎;

Мөхәммәт Ғәбдү
ғәр. محمد عبده
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
Исем محمد عبده
Тыуған көнө 1849[2][3][4][…]
Тыуған урыны Шубрахит[d], Египетский эялет[d], Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 11 июль 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[5][6][3][…]
Вафат булған урыны Искәндәриә, Египетский хедиват[d], Ғосман империяһы
Үлем сәбәбе рак почки[d]
Һөнәр төрө юрист, дин белгесе, судья, публицист, сәйәсмән, адвокат, яҙыусы, фәлсәфәсе, journal editor, журналист, journal editor
Эшмәкәрлек төрө Фиҡһ һәм Сәйәсәт
Эш урыны Әл-Әзһәр университеты
Биләгән вазифаһы судья[d] һәм Grand Mufti of Egypt[d]
Уҡыу йорто Әл-Әзһәр университеты
Уҡыусылар Ибрахим ад-Даббаг[d], Умар Такиу-д-дин ар-Рафии[d], Ахмад Мифтах аль-Уммари[d] һәм Рашид Рида[d]
Кемдә уҡыған Джамал-ад-дин Афгани[d]
Ойошма ағзаһы общество аль-Урва аль-вуска[d]
 Мөхәммәт Ғәбдү Викимилектә

1849—1905) —Мысыр мосолман яңырышының күренекле ғалимы, либераль реформатор. Ҡөрьән тәфсиренең хәҙерге замандағы ҙур мөфәссирҙәренең береһе. Шәриғәткә реформа яһауға ҙур тырышлыҡ һала[8]. Мысырҙың баш мөфтөйө була (1899-1905). Жамал әд-дин әл-Афғаниҙың уҡыусыһы һәм фекерҙәше. Шәриғәт реформалары, мәғариф системаһы һ. б. тураһында хеҙмәттәр авторы. 

Биографияһы үҙгәртергә

 
Мөхәммәт Ғәбдүнең «Тәүхид" тигәнхеҙмәте 1911 йылда Ҡазанда нәшер ителгән, тәржемәһе төркисә Ғабдулла Буби тарафынан эшләнгән

Мөхәммәт Ғәбдү 1849 йылда Даманхур янында (Түбәнге Мысыр) төркмән ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан уҡ уны уҡырға-яҙырға һәм Ҡөрьән уҡыу нигеҙҙәренә өйрәтә башлайҙар. Уның дини ҡараштары формалашыуына уның суфый шәйехе булған ағаһы йоғонто яһай[9]. Ун өс йәшендә уны «Әхмәҙиә» мәсете эргәһендәге суфый шәйех Сәйет әл-Бәҙәүи мәктәбенә ебәрәләр[10]. Күпмелер ваҡыт йомоҡ, үҙ-үҙен сикләгән тормош рәүеше менән йәшәй. Уның суфыйлыҡ менән мауығыуы иртә трактаттарында сағылыш таба ( Ибн әл-Ғәрәби доктринаһына бағышланған Мистик илһам тураһында трактат (1874) әҫәре).

1866 йылда Мөхәммәт Ғәбдү Ҡаһирәләге төп уҡыу йорто Әл-Әзһәр университетына уҡырға инә. Мөхәммәт Ғәбдүнең мәҡәләләре Мысырҙың күп ваҡытлы баҫмаларында, йышыраҡ «Әл-Әхрәм» гәзитендә сыға[10].

Европала үҙгәртергә

1882 йылда полковник Ғәрәби Паша (1842-1911) фетнәһен яҡлаған өсөн 6 йылға илдән һөрөлә. Ливан, Франция, Бөйөк Британияла йәшәй. 1884 йылда Парижда Жамалетдин әл-Афғани менән бергә «Әл-урват әл-вусҡа» исемле йәшерен ойошма төҙөй. Мосолман зыялылары араһында абруйлы булған «Әл-Урват әл-вусҡа» газетаһын нәшер итә[11].

Мысырҙа үҙгәртергә

1888 йылда Мысырға ҡайтып, ҡаҙый, Мысыр матбуғат департаменты башлығы, хөкүмәт газетаһының баш мөхәррире, тәғлимәт һ. б. сығарыу шураһы ағзаһы булып эшләй. Әл-Әзһәр университеты университетында мөдәррис була, шулай уҡ мантиҡ һәм дин ғилеменән лекцияләр уҡый. Университетта иҫәп-хисап, тарих, география фәндәрен уҡытыуҙы индерә.1898 - «Әл-Мәнар}}" дини ойошмаһын нигеҙләй. 1899 йылдан вафатына тиклем Мысырҙың баш мөфтөйө була.1876-1905 йылдар аралығында «Әл-ваҡаи әл-Мисри» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләре хәҙерге заман ғәрәп әҙәбиәте, публицистикаһы һәм ғәрәп теле үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Шәриғәт һәм дини тәғлимәт буйынса 30-ҙан артыҡ хеҙмәт яҙған. «Рисалә әт-тәүхид» (Аллаһының рисаләтәе тураһында трактат) (1897), «Тәфсир әл-Ҡөръән әл-хәким» (Ҡөръән тәфсире) (1898-1905). Хеҙмәттәрендә исламға реформа яһарға, уны йәмғиәттәге яңы мөнәсәбәттәргә яраҡлаштырырға ынтылыш яһай. Дини йолаларҙы ябайлаштырырға тәҡдим итә.

Дини ҡараштары үҙгәртергә

Ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса ул урта быуат дин белгесе ибн Тәймиә тәғлимәтенә эйәрә [11].

Әл-Әзһәр тамамлағандан һуң Мөхәммәт Ғәбдү суфыйлыҡҡа ҡырҡа ҡаршы сыға, әммә тәғлимәттең ҡайһы бер сифаттарын — үҙ-үҙеңде әхлаҡи камиллаштырыу, эске ышаныс булдырыу, рәсми догматикаға тәнҡитле мөнәсәбәт һ. б. таный. Изгеләр культын һәм тылсымсылыҡта кире ҡаға, быны мутлыҡ тип һанай. Мысырҙың матбуғат Департаменты директоры вазифаһында ул ибн әл-Ғәрәбиҙең «Мәккә асыштары» китабын тыя һәм киң йәмәғәтселек өсөн зыянлы тип иҫәпләй[9].

Ғәҙелһеҙлеккә килтергән күп ҡатынлылыҡҡа, шулай уҡ раса дискриминацияһына ҡаршы сығыш яһай[12]. Хижәп кейеүҙе мосолман ҡатын ҡыҙҙары өсөн мотлаҡ түгел тип иҫәпләгән[13].Ислам ҡанундарын заман талаптарына тура килтереп аңлатырга тырыша. Тәҡдир хаҡында өйрәтеүҙәрҙе кире ҡағып, тәбиғәттең һәм йәмғиәттең үҫеш ҡанундарын таный. Мосолман халыҡтары конфедерацияһы рәүешендә мосолман хәлифәтен аяҡҡа баҫтырыу идеяһын күтәреп сыға. Мосолмандарға кеше һәм хайуандар һүрәттәрен яһарға рөхсәт биреүсе, банкыларға аҡса һалып, уларҙан файҙа күреү, европаса баш кейеме кейергә һ.б. рөхсәт биреүсе фәтүәләре иң популяр була.

Мөхәммәт Абдо-ҡөрьәндең иң абруйлы тафсирҙарының береһе, үҙе раҫлауынса, һәр дәүергә үҙ аллы аңлатма кәрәк[14].

Мөхәммәт Ғәбдүнең эшмәкәрлеге сөнни фаҡиһтар яғынан тәнҡиткә дусар була [15]

Вафаты үҙгәртергә

Мөхәммәт Ғәбдү 1905 йылдың 11 июлендә вафат була[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #27297150 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-538207-5
  3. 3,0 3,1 Mohammed Abduh // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Muḥammad ʻAbduh // https://wikidata-externalid-url.toolforge.org/?p=8034&url_prefix=https://opac.vatlib.it/auth/detail/&id=495/51594 (ингл.)
  5. Muhammad Abduh // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Kerr M. H. Muhammad 'Abduh // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. Агеенко Ф. Л. Абдо Мухаммед // Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — М.: Мир и Образование; Оникс, 2010. — С. 55. — 880 с. — ISBN 5-94666-588-X, 978-5-94666-588-9.
  8. Ahmed H. Al-Rahim (January 2006). «Islam and Liberty», Journal of Democracy 17 (1), p. 166—169.
  9. 9,0 9,1 9,2 Кругосвет
  10. 10,0 10,1 Али-заде, 2007
  11. 11,0 11,1 Ислам: ЭС, 1991
  12. Kügelgen, Anke von. «ʿAbduh, Muḥammad.» Encyclopaedia of Islam, v.3. Edited by: Gudrun Krämer, Denis Matringe, John Nawas and Everett Rowson. Brill, 2009. Syracuse University. 23 April 2009
  13. Д.В. Мухетдинов. Проблема хиджаба в контексте светской системы образования. «Мусульмане России» — Dumrf.ru (31 ғинуар 2017). Дата обращения: 9 июнь 2021. Архивировано 9 июнь 2021 года.
  14. Ислам: ЭС, 1991, с. 8
  15. Али-заде, 2007, Мустафа Сабри Эфенди

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Милославский Г. В. Абду // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 8.
  • Али-заде, А. А. Абдо Мухаммад // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Зеленев Е. И. Государственное управление, судебная система и армия в Египте и Сирии (XVI — начало XX в.). — СПб.: Изд-во Санкт-Петербургского университета, 2003.
  • Кириллина С. А. Ислам в общественной жизни Египта. — М., 1989.
  • Степанянц М. Т. О религиозных взглядах Мухаммада Абдо // Религия и общественная мысль стран Востока. — М., 1974.