Мөхәммәт Ибн Түмәрт
Әбү Ғабдуллаһ Мөхәммәт ибн Түмәрт (ғәр. أبو عبد الله محمد بن تومرت;рус. Мухаммад ибн Тумарт; 1078 — 1130, Марракеш) — мосолман дин белгесе, Әлмөхәдтәр хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы. Бербер телендә бер нисә әҫәр авторы[4].
Мөхәммәт Ибн Түмәрт | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Тыуған көнө | XI быуат[2] |
Тыуған урыны | Igiliz[d], Марокко[2] |
Вафат булған көнө | 20 август 1130[3] |
Вафат булған урыны | Тинмель[d], Эль-Хауз (провинция)[d], Марракеш-Тенсифт-Эль-Хауз[d], Марокко |
Туған тел | Амазиг телдәре |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, яҙыусы, хаким |
Биләгән вазифаһы | Альмохадский халиф[d] |
Уҡыу йорто | Lycée Al-Horreya[d] |
Уҡыусылар | Абд аль-Мумин[d] |
Кемдә уҡыған | Әбү Хәмит Әл-Ғазали |
Әүҙемлек урыны | Хемиссет[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Мәзһәб | Ҙаһири мәҙһәб |
Мөхәммәт Ибн Түмәрт Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәммәт Ибн Түмәрт йәш сағынан дингә мөкиббәнлеге менән айырылып тора. Тәүҙә ул тыуған яғында, һуңынан Кордовала белем ала. 1107 йылда Ибн Түмәрт Мәккәгә хаж ҡыла, шулай уҡ Ҡаһирәлә һәм Искәндәриәлә йәшәп ала. Бағдадта Низамия мәҙрәсәһенә барып йөрөгән, ихтимал, Әбү Хәмит Әл-Ғазали менән осрашҡандыр.
Дини ҡараштары
үҙгәртергәМөхәммәт Ибн Түмәрт Тәүхид (Бер аллаһлыҡ) тезисына тоғро ҡала. Уның эйәрсендәре әл-мүәһһидүн («бер аллаһлылар») йәки әлмөхәдтәр тип атала. 1116 йылда Ибн Түмәрт Мәғрибкә кире ҡайта. Үҙенең вәғәздәрендә, уның фекеренсә, исламды боҙған кешеләр тип әл-Мурабит-хакимдарға ҡаршы сыға. 1120 йылда Марракешта халыҡ алдында сығышынан һуң тауҙарға ҡаса һәм ихтилал күтәрә. Уны ултыраҡ мәсмүттәр — бербер игенсе ҡәбиләләре хуплай. Уның шәкерттәре ибн Түмәртте мессия-мәхди тип иғлан итә
Әлмөхәдтәр дәүләте
үҙгәртергәМарракештан 75 км алыҫлыҡтағы Тинмәл резиденцияһы әлмөхәдтәрҙең баш ҡалаһы булып китә (1123). Мөхәммәт Ибн Түмәрт төҙөгән теократик дәүләт Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәҙинә йәмәғәте өлгөһө буйынса төҙөлә. Ул үҙе дини һәм донъяуи дәүләт башлығы, ҡануниәтсе һәм ғәскәр командующийы булараҡ сығыш яһай. Уның идараһы ваҡытында диндән баш тартыусыларҙы күпләп язалау башҡарыла. Мөхәммәт Ибн Түмәрт Марракешты уңышһыҙ ҡамауҙа һәләк була. Уның үлемен өс йыл дауамында сер итеп тоталар[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- ↑ 2,0 2,1 история Марокко
- ↑ Ibn Tumart // https://pantheon.world/profile/person/Ibn_Tumart
- ↑ 4,0 4,1 Мухаммад ибн Тумарт . persons-info.com. Дата обращения: 22 май 2013. Архивировано 25 май 2013 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Громыко А. А. Африка. — Мәскәү, Совет энциклопедияһы, 1986
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мухаммад ибн Тумарт . persons-info.com. Дата обращения: 22 май 2013. Архивировано 25 май 2013 года.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |