Әл-Мурабиттар (ғәр. المرابطونәл-Мурабитун, مرابط Мурабит һүҙенең күплеге булып тора) — башта Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөли тарафынан 1039—1043 йылдар араһында Сенегалда һәм Сахарала нигеҙләнгән мосолман дини тәриҡәтенең атамаһы, һуңынан XI быуат уртаһында Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөлинең мөридтәре — берберҙәр тарафынан хәҙерге Марокко, Алжир, Испания һәм Португалияның территорияларында нигеҙләнгән дәүләттең атамаһы һәм шулай уҡ унда хакимлыҡ иткән династияның атамаһы.

Әл-Мурабиттар
Нигеҙләү датаһы 1040
Рәсем
Ойошма етәксеһенең вазифаһы альморавидский эмир[d]
Рәсми тел Амазиг телдәре
Донъя ҡитғаһы Африка һәм Европа
Дәүләт  Марокко
Әл-Әндәлүс
Мавритания
Административ үҙәк Azougui[d], Марракеш һәм Azougui[d]
Идара итеү формаһы монархия
Валюта динар[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Әлмөхәдтәр[d]
Алмаштырылған Әлмөхәдтәр[d]
Алыштырған taifa (first period)[d], Гранада[d] һәм Taifa of Ceuta (1061-1084)[d]
Ҡулланылған тел мосарабский язык[d], Амазиг телдәре һәм Ғәрәп теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1147
Урынлашыу картаһы
 Әл-Мурабиттар Викимилектә
Әл-Мурабиттар дәүләте картаһы

Атаманың этимологияһы үҙгәртергә

Әл-Мурабиттар һүҙе المرابطون әл-Мурабитун (рибат кешеләре) ғәрәп һүҙенән барлыҡҡа килгән. Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөли Мәғриб халҡына ҡаршы «изге һуғыш» башлағас үҙенең мөридтәрен шулай тип атаған. Мосолмандарҙың ошо яңы тәриҡәте менән осрашҡан испандар әл-Мурабитун һүҙен Almoravides тип үҙгәрткән һәм шулай итеп европалыларға тәриҡәттең атамаһы альморавидтар булараҡ килгән.

Сахарала Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөлинең эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Сахара территорияһында төрлө күсмә ҡәбиләләр йәшәгән. Улар араһында бигерәктә төньяҡта Атлас тауҙары, көньяҡта Сенегал һәм көнбайышта Атлантик океан араһындағы киңлектә берберҙар бар. Берберҙарҙың санхаджи ҙур ҡәбиләһенең бер өлөшө алыҫҡа көньяҡҡа Сенегалға үтеп инә һәм VIII быуат уртаһында баш ҡалаһы Аудагост булған дәүләт төҙөй. Был дәүләттә власть ҡәбиләнең иң ҡеүәтле тармағында — лемтундар ҡулында була. IX быуатта бында Ислам дине таралыу алған.

 
Әл-Мурабиттар державаһы үҙенең иң киңәйгән осоронда

Лемтун ҡәбиләһе башлығы Яхъя ибн Ибраһим үҙ халҡының иң хөрмәтле шәхестәре менән бергә 1036 йылда Мәккәгә хаж ҡылған. Юлда улар үҙ дәүләттәрендә ислам дине тәғлимәтен өйрәнеү һәм дини талаптарҙы үтәү эше бик насар икәненә төшөнгән. Шунлыҡтан улар үҙ ырыуҙаштарын дингә дөрөҫ өйрәтеү өсөн Ифрикияла ғалим кешене эҙләгән һәм Сиджильмасала Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөлине табалар. Ул шәриғәтте, шулай уҡ Малик ибн Әнәс һәм уның мөридтәренең ҡағиҙәләрен һәм ҡарарҙарын яҡшы белгән. Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөли күсмә халыҡтар араһында шәриғәт ҡанундарын ҡаты үтәүҙе талап итергә тырышҡан, был берберҙрәҙең төп өлөшөнә оҡшамаған. Бының арҡаһында уның тик лемтун башлыҡтары тирәһендә генә үҙенең мөридтәре була. Яхъя ибн Ибраһим вафат булғандан һуң, Абдулла үҙенең яҡлылары, шул иҫәптән лемтун башлыҡтары ағалы-ҡустылы Яхъя ибн Ғүмәр һәм Әбүбәкер ибн Ғүмәр менән бергә Сенегал йылғаһы буйындағы утрауға күсеп, бында рибат төҙөргә тура килгән. Был община тураһында хәбәр бик алыҫҡа таралған, һәм 1042—1043 йылдарға ҡарай Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөлигә 1000 яҡын кеше ҡушыла. Был үҙ сиратында Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөлигә Сахараның бербер ҡәбиләләрен берләштереү өсөн көрәш башларға мөмкинлек биргән, 10 йылдан һуң берләштереү тамамланған.

Әл-Мурабиттар — Мәғриб хөкөмдәре үҙгәртергә

1053 йылда уҡ Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөли үҙенең ғәскәрҙәрен Мәғрибте яулап алырға ебәрә алған. Һуғышты алып барыу лемтун башлыҡтары Ғүмәрҙең улдарына йөкмәтелгән, ә Абдулла үҙе 1059 йылға тиклем дини етәксе булып ҡалған. Башта хәрби юлбашсы Яхъя ибн Ғүмәр була, ә ул 1056 йылда үлгәндән һуң был вазифаны Әбүбәкер ибн Ғүмәр биләй, уға туғаны Йософ ибн Ташфин ярҙам иткән. Әбүбәкер ибн Ғүмәр Сахарала айырмланған ҡәбиләләрҙе яулап алырға киткәс, 1059 йылда Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөли вафат булғас Мәғриб төбәгендә әл-Мурабиттар ғәскәре менән Йософ ибн Ташфин етәкселек иткән. 1087 йылда Әбүбәкер ибн Ғүмәр вафат булғандан һуң, Йософ ибн Ташфиндың ҡулына Сахараның берберҙәре лә күскән.

1061 йылда Йософ ибн Ташфин әмир титулын ҡабул иткән, ә 1062 йылда Маракеш ҡалаһына нигеҙ һалып үҙенә резиденция төҙөгән. 1070 йылда Фес яулап алына. 1078 йылда аяуһыҙ алыштан һуң Танжер баҫып алынған. 1082 йылда Тлемсен, ә 1084 йылда Сеута ҡалалары яуланған.

Әл-Мурабиттар Испанияла үҙгәртергә

 
1085 йылда Пиреней ярымутрауы

Кастилия һәм Леон короле Альфонсо VI ҡыҫырыҡлауы, Әл-Андалус мосолмандарын сит яҡтарҙан ярҙам эҙләргә мәжбүр иткән. 1082 йылда уҡ улар Йософ ибн Ташфинға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, әммә ул әл-Андалусҡа барыу өсөн Сеутаның кәркәлегенә һылтанып быға баш тарта. 1084 йылда Сеута яулап алыныуы һәм испан мосолмандарҙың йәнә ярҙам һорап мөржөғөт итеүе, Йософ ибн Ташфинға Әл-Андалустың эштәренә ҡыҫылырға мөмкинлек биргән. 1086 йылда әл-Мурабиттар әл-Андалусҡа килгән һәм Заллаке янындағы алышта Альфонсо VI ғәскәрҙәрен тар-мар иткән. Алдан төҙөлгән килешеүгә ярашлы Йософ ибн Ташфин әл-Андалустағы Альхесирас ҡәлғәһен үҙ ҡулына алған.

Үҙ-ара низағтар һәм 1090 йылда әл-Андалустан ярҙам һорап килгән мөрәжәғәт әл-Мурабиттарға Гранада, Малага, ә 1091 йылда Кордова, Кармона һәм Севильяны яулап алырға мөмкинлек биргән. 1094 йылда Бадахос, 1102 йылда Валенсия баҫып алынған. 1110 йылда Валенсия наместнигы Темим ибн Йософ (Йософ ибн Ташиндың улы) Сарагосаны яулап алған. Шулай итеп 1110 йылға ҡарай бөтә мосолман Испанияһы әл-Мурабиттар ҡулына күскән.

Әл-Мурабиттар дәүләтенең тарҡалыуы үҙгәртергә

Әл-Мурабиттарҙың ҡеүәте ҡолауы менән, әл-Андалус тарҡалыу хәленә ҡайта. Бадахос, Малага, Валенсия, Ронда, Руэда, Касерес һәм башҡа тайфалар һәм ҡалалар бойондороҡһоҙлоҡ алғандар.

1147 йылда Лиссабон мәңгелеккә христиандар ҡулына күсә, Кастилия короллегенең ғәскәрҙәре Кордоваға тиклем килеп еткән, ә Барселона графтары Тортоса һәм Лериданы яулап алған.

Төньяҡ Африканың Атлас тауҙарында дини тәриҡәт булараҡ барлыҡа килгән әл-Моһадтарҙың хәрәкәте 1145 йылға ҡарай Пиреней ярымутрауында терәк таба башлай. 1146 йылда әл-Моһадтарҙың ҡулына Кадис күсә, ә тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс улар бөтә Көньяҡ Испания, шул иҫәптән Гранада, өҫтөнән контроль ала һәм йәнә христиандарҙан Альмерияны тартып ала. Әл-Моһадтарҙың испан баш ҡалаһы Севилья була.

Әл-Мурабиттар династияһы әмирҙәре үҙгәртергә

Әҙәбәит үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә