Әлмөхәдтәр (ғәр. الموحدون‎ al-Muwahhidūn, әл-Мүәһһидүн, һүҙмә-һүҙ «бер аллаға табыныусылар»; исп. almohades) — Төньяҡ Африкала һәм Ислам Испанияһында (1121—1269) династия һәм дәүләт. Әл-Мурабиттар дәүләте менән көрәш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Дәүләт территорияһы Әбд әл-Мөмин (1161) осоронда иң ныҡ киңәйә. Реконкиста (нигеҙҙә, испандар һәм португалдар мавр әмирлектәре биләгән ерҙәрҙе оҙаҡҡа һуҙылған кире тартып алыу процесы) һөҙөмтәһендә тарҡала.

Әлмөхәдтәр
Нигеҙләү датаһы 1121
Әүҙемлек урыны Андалусия[d][1] һәм Пиреней ярымутрауы[1]
Идара ителеүсе ойошма Әлмөхәдтәр[d]
Дәүләт  Әлмөхәдтәр[d]
Идара итеү формаһы монархия
Валюта динар[d][2]
Алдағы Әл-Мурабиттар
Майҙан 1 621 393 км² (1150)
Урынлашыу картаһы
 Әлмөхәдтәр Викимилектә

Әлмөхәдтәр — дини хәрәкәт, ә һуңыраҡ 1121—1269 йылдарҙа Мәғриб берберҙарының династияһы һәм дәүләте. Хәрәкәттең нигеҙ һалыусыһы Мөхәммәт ибн Түмәрт иһә әл-Мурабиттарҙың дини инаныстарына ҡаршы сыға, әммә шул уҡ ваҡытта Аллаһы тәғәләнең берлеге йәһәтенән ҡәтғи талаптар ҡуя — фекерҙә булыуын талап итә; уның эйәрсәндәренә әл-мүәһһидүн («бер Аллаһлылар» (исп. Al­mo­hades) ҡушаматы шунан килеп сыға ла.

Ул әл-Мурабиттарға һуғыш иғлан итә (1121), ә уның вариҫы Әбд әл-Мөмин, хәлифә титулы (1130) ҡабул итеп, 1146 йылда Марракешты яулай һәм әл-Мурабиттарҙың хакимлығын тартып ала.

Яулап алыу яуҙары һөҙөмтәһендә (1151-53 һәм 1159-60) әлмөхәдтәр бөтә Мәғриб менән Ан­да­лусты буйһондора һәм яр буйы ҡалаларынанан нор­ман­ндарҙы ҡыуып сығара.

Шул уҡ ваҡытта, Мәғрибтең көнбайыш өлөшөн ғәрәпләштереү тиҙләшә. Артабан һалымдар менән талау һәм феодаллаштырылған элита тарафынан дини эҙәрлекләүҙәр баш күтәреүҙәргә килтерә һәм улар ҡот осҡос баҫтырыла.

1195 йылда Әлмөхәдтәр Аларкоста Кас­тилия баш күтәреүселәрен еңә, ләкин 1212 йылда улар үҙҙәре Лас-На­вас-де-То­ло­сала Кастилия, Арагон һәм На­вар­раның берләшкән ғәскәренән еңеләләр.

1248 йылға Гранада әмирлегенән башҡа бөтә биләмәләрен тиерлек юғалталар. Шул уҡ осорҙа улар Мәғрибтә лә юғалтыуҙар кисерә: уларҙың дәүләтселегенән Тунис (1229) һәм Тлемсена (хәҙерге Алжир тер­ри­то­рияһы, 1235) хакимдары династиялары айырылып сыҡҡан.

Һөҙөмтәлә әлмөхәдтәр бәнү-мерин бербер ҡәбиләһенә хәрби-сәйәси позицияларын бирергә мәжбүр була, улар 1269 йылда Мар­ра­кешты яулап алып, Әлмөхәдтәрҙең хакимлығын юҡҡа сығара.

Әлмөхәдтәр династияһы хәлифәләре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә