Мөхәммәттең дипломатлығы

Мөхәммәттең дипломат карьераһы (570 й. — 8 июнь 632) — Мөхәммәттең с.ғ.с. иртә Ғәрәбстандағы үҫеп килгән мосолман өммәте башлығы булыу осорон һәм Ғәрәбстандағы, уның тирә-яғындағы башҡа халыҡтарҙың хакимдары менән хатлашыуын үҙ эсенә ала. Был осор исламға тиклемге Ғәрәбстандағы яһилиәт йолаларынан иртә ислам идара итеү системаһына күсеүе, шулай уҡ шәриғәт ҡанундарына һәм ислам теократияһына ярашлы ислам юриспруденцияһын сағылдырыусы принциптарын урынлаштырыу менән билдәләнә.

Мөхәммәттең дипломатлығы
Рәсем
Дәүләт Сәғүд Ғәрәбстаны тарихы
Дипломатическая миссия места Ридуан бәйғәте

Мәҙинәнең ике төп ғәрәп ҡәбиләһе — бәнү әл-Хәзрәж һәм бәнү Аус — Мөхәммәттең һижрәтенә тиклем бер-береһе менән быуаттан ашыу Мәҙинәне контролдә тотоу өсөн һуғыша[1] Минанан алыҫ булмаған Ғәҡәбәне алғандан һуң, Мөхәммәтте аустар ҙа, хәзрәжиҙәр ҙә Мәҙинәнең дөйөм лидеры итеп ҡабул итә, һәм ул был проблеманы Мәҙинә Конституцияһын урынлаштырып хәл итә; төрлө төркөмдәр, шул иҫәптән Мәҙинәнең ғәрәп йәһүдтәре араһындағы үҙ-ара эш итеүҙе көйләгән был документ менән уға ҡул ҡуйған яҡтар ризалаша. Был уның өсөн башҡа кимәл роль була, сөнки Мәккәлә ул дини лидер булараҡ ҡына эш алып бара. Һөҙөмтәлә Мәҙинәлә берҙәм община, шулай уҡ Мөхәммәттең ун йыллыҡ дипломатик карьераһы башланыу менән бер рәттән сәйәси өҫтөнлөктәре барлыҡҡа килә[2][3].

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Мөхәммәт с.ғ.с. башҡа лидерҙар менән хаттар[4], илселәр[5] аша бәйләнеш урынлаштырған йәки шәхсән рәүештә уларға, мәҫәлән, Таифҡа барған[6]; Мөхәммәт исламға күсергә саҡырған мөрәжәғәтен Ғәрәбстандан ситтә таратырға йыйынған. Һаҡланып ҡалған хатлашыу миҫалдарына Ираклийға, Хосров II һәм Негусҡа яҙған хаттары инә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ғәрәбстан ярымутрауында башҡа лидерҙар менән бәйләнештәр булдырһа ла, был сиктәрҙән ары хаттар киттеме, юҡмы икәне һорау тыуҙыра[7].

Мөхәммәттең дипломат булараҡ карьераһының төп билдәләүсе мәлдәрен түбәндәгеләр тәшкил итә: Ғәҡәбә бәйғәте, Мәҙинә Конституцияһы һәм Хоҙайбиә солохо. Хәбәр ителеүенсә, Мөхәммәт ислам диненә саҡырып, башҡа билдәле лидерҙарға ебәргән хаттарҙа көмөш мөһөрөн ҡулланған.[1][2][3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Watt. al-Aus; Encyclopaedia of Islam
  2. Buhl; Welch. Muhammad; Encyclopaedia of Islam
  3. Watt (1974) pp. 93—96
  4. Irfan Shahid, Arabic literature to the end of the Umayyad period, Journal of the American Oriental Society, Vol 106, No. 3, p.531
  5. al-Mubarakpuri(2002) p. 412
  6. Watt (1974) p. 81
  7. Forward (1998) pp. 28—29
  8. «the original of the letter was discovered in 1858 by Monsieur Etienne Barthelemy, member of a French expedition, in a monastery in Egypt and is now carefully preserved in Constantinople. Several photographs of the letter have since been published. The first one was published in the well-known Egyptian newspaper Al-Hilal in November 1904» Muhammad Zafrulla Khan, Muhammad: Seal of the Prophets, Routledge & Kegan Paul, London, 1980 (chapter 12). The drawing of the letter published in Al-Hilal was reproduced in David Samuel Margoliouth, Mohammed and the Rise of Islam, London (1905), p. 365, which is the source of this image.
  • El-Cheikh, Nadia Maria (1999). «Muhammad and Heraclius: A Study in Legitimacy». Studia Islamica 89 (89): 5–21. DOI:10.2307/1596083.

Һылтанмалар

үҙгәртергә