Мөжәддит
Мөжәддит, мөжәддид (ғәр. مجدد — реформатор, яңыртыусы) — Шәриғәтте яңыртыусы. Бер һүҙ менән әйткәндә, мөжәддит — ғалим мөжтәһид, фаҡиһ, йәғни, хәҙерге заман мәсьәләләренә Шәриғәт буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге булған кеше. Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисенә ярашлы, йөҙ йыл һайын мосолмандар араһында исламды тергеҙеүсе кешеләр килеп торасаҡ. Мөжәддиттәр иҫәбенә Ғүмәр ибн Ғәбдел-Ғәзиз, Мөхәммәт әш-Шафиғи, Әл-Ғазали, Фәхретдин әр-Рази, Ибн Дәҡиҡ әл-Ид, әс-Сөйөти, Әхмәт ибн Хәнбәл, имам Шәуҡани, Имам Тәҡиүддин ән-Нәбхани, имам Әбү Хәнифә, Ибн Хәзм һәм башҡалар индерелгән.
Сөннәттә
үҙгәртергәМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең, сәлләЛлаһү ғәләйһи үәс-сәләм, бер хәҙисендә шулай тиелә:
«Ысынлап та, Аллаһ был өммәткә (йәғни, мосолмандарға) һәр быуатта уларҙың динен яңыртыр бер мөжәддитте (ғалим мөжтәһидте) ебәрер.»Әбү Дауд 4291, әл-Хәким 4/522, ат-Табарани 6527.[1]
Ҡайһы бер хәҙистәрҙә, мөжәддиттәр Пәйғәмбәр ғаиләһенән булырға тейеш, ә икенселәрендә, мөжәддиттәр күп буласаҡ, тиелә[2].
Ислам дине тәғлимәтен тергеҙеүҙе (реформатлыҡ) Ислам ғалим-ғөләмәләре Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманындағы ислам дәғүәтен тергеҙеү тип аңлай, ул тик Ҡөрьән һәм Сөннәткә нигеҙләнгән булырға тейеш. Һуңғы пәйғәмбәр үлгәндән һуң[3] мосолмандар араһында сығанаҡтарға әйләнеп ҡайтҡан һәм яңылыҡтарға (бидғәт) ҡаршы көрәшкән кешеләр килеп сығып тора. Был кешеләрҙе мөжәддиттәр тип атайҙар.
Аллаһтан туранан-тура үәхи алған пәйғәмбәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, мөжәддиттәр пәйғәмбәрҙәрҙең традицияларын тергеҙеп, бөгөнгө дин шарттарында эш итә.
Мөжәддид ғүмере буйына үҙенең миссияһы тураһында белмәүе мөмкин. Мөжәддидтең эшмәкәрлегенә киләсәк быуындар баһа бирә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Mud̲j̲addid / Donzel, E. van // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |