Мәҙинә (биҫтә)
Мәҙинә (ғәр. المدينة العتيقة) - Мәғриб илдәрендә һәм Төньяҡ Африкала ҡалаларҙың IX быуатта ғәрәп хәлифәлектәре осоронан ҡалған боронғо биҫтәләре. «Мәҙинә» (әл-мәдинәт) хәҙерге ғәрәп телендә "ҡала" тигәнде генә аңлата.
Тасуирлама
үҙгәртергәҠағиҙә булараҡ, мәҙинә диуар менән уратып алынған була. Ғәҙәттә мәҙинә эсендә урамдар бик тар (ҡайһы саҡ хатта метрҙан да кәм), улар тотош лабиринт хасил итә. Шул арҡала мәҙинәләрҙә автомобиль хәрәкәте юҡ, ә ҡайһы саҡ хатта ике тәгәрмәсле транспорт менән дә үтеп булмай. Урамдарҙың шулай тар һәм буталсыҡ булыуы ҡалаға һөжүм итеүселәр өсөн өҫтәмә ҡаршылыҡ тыуҙырып торған.
Күп мәҙинәләрҙә боронғо фонтандар, һарайҙар, мәсеттәр һаҡланып ҡалған, уларҙы боронғо мираҫ рәүешле мәҙәниә әһәмиәткә эйә булараҡ һаҡлайҙар. Шулай уҡ туристар өсөн дә ылыҡтырғыс объект булып торалар.
Алжирҙа боронғо мосолман биҫтәһен ғәҙәттә «ҡасба» (ғәр. قصبة) тип атайҙар (ғәрәпсә - «нығытма»).
Билдәле мәҙинәләр
үҙгәртергәАлжир ҡалаларында
үҙгәртергә- Алжир мәҙинәһе
- Беджая мәҙинәһе
- Константин ҡалаһы мәҙинәһе
Марокко ҡалаларында
үҙгәртергә- Касабланка (Марокко)
- Фәс — донъялағы иң эре мәҙинә.
- Әс-Сувәйрә
- Марракеш
- Мекнес
- Рабат
- Тәнжәр
- Әл-Жәдидә
Тунис ҡалаларында
үҙгәртергә- Бизерта мәҙинәһе
- Кайруан мәҙинәһе
- Мәхдиә мәҙинәһе
- Монастир мәҙинәһе
- Нәбүл ҡалаһы мәҙинәһе
- Сүс мәҙинәһе
- Сфакс мәҙинәһе
- Таузар мәҙинәһе
- Тунис мәҙинәһе
- Хаммәмәт мәҙинәһе
- Хумт-Сук мәҙинәһеа
- Әл-Кәф мәҙинәһе
Башҡа илдәрҙә
үҙгәртергәОҡшаш төр биҫтәләр
үҙгәртергә- Шәһристан — Урта Азияла
- Посад — Русь дәүләтендә
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Популярная художественная энциклопедия.» Под ред. Полевого В.М. - М.: Издательство "Советская энциклопедия", 1986.)