Мәшриҡ (ғәр. المشرق‎ — Әл-Мәшриҡ) — ҡояш сыҡҡан яҡ.

Мәшриҡ
Рәсем
Майҙан 2 700 000 миль²[1]
Карта

Хәҙерге «Әл-Мәшриҡ» һыҙаттары

Этимологияһы

үҙгәртергә

Мәшриҡ термины ҡояш сыҡҡан яҡ — көнсығышты аңлатҡан ғәрәп тамырлы шәреҡ (شرق — шәрҡ) һүҙенән килеп сыҡҡан.

Биләмәләре

үҙгәртергә

Мәшриҡ башта үҙ эсенә (ғәрәп географтарына, тәү сиратта , Ибн Хөрдәҙбиһкә ярашлы) IX — X быуаттарҙа билдәле булған Көнсығыш ерҙәренең барыһын да, шул иҫәптән Һиндостан, Ҡытай, бер нисә Һинд һәм Тымыҡ океан утрауҙарынан алып Японияға тиклем ерҙәрҙе алған биләмә. Әлеге ваҡытта «Әл-Мәшриҡ» билдәләмәһе ғәрәп телендә, ҡағиҙә булараҡ, Ираҡ, Сүриә, Иордания, Фәләстин һәм Ливан дың йыйылма билдәләмәһе сифатында ҡулланыла. Ҡайһы берҙә үрҙә күрһәтелгән рәткә Мысыр ҙа индерелә

XVI быуаттан XX быуат башы Ғосман империяһы хакимлығы осоронда, «Әл-Мәшриҡ» төшөнсәһенең сиктәре Яҡын Көнсығыштағы ғосман провинциялары сиктәренә тиклем ҡыҫҡартыла һәм, шулай итеп, хәҙерге формаһын ала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Mashriq // Encyclopædia Britannica (ингл.)

Сығанаҡтары

үҙгәртергә

*Книга путей и стран / Перевод с арабского, комментарии, исследование, указатели и карты Наили Валихановой. — Баку: Элм, 1986. — 428 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

*Восточная часть эль-Машрика


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.