Мәтәле (Дыуан районы)
Мәтәле (рус. Метели) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Мәтәле ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1080 кеше[2]. Почта индексы — 452544, ОКАТО коды — 80223825001.
Село | |
Мәтәлә рус. Мtntkb | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Бейеклеге |
200 м |
Климат тибы |
уртаса континенталь |
Рәсми теле | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы |
православие динлеләр, мосолмандар |
Этнохороним |
мәтәлеләр |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452544 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
үҙгәртергәМәтәле ауылы Әй йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Мәтәле йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 75 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 150 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәТроицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1793 йылдың 8 сентябрендә төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Красноуфимск өйәҙе дәүләт крәҫтиәндәре Мәтәле ауылына нигеҙ һалған. Ауыл 1786 йылдан билдәле булған. 1795 йылдың 5 ғинуар, шулай уҡ 1797 йылдың 29 май һәм 8 сентябрь, 1801 йылдың 27 февраль, 1802 йылдың 20 февраль, 1819 йылдың 5 май, 1825 йылдың 15 апрель керҙәшлек килешеүе шарттары буйынса Мәтәле ауылына крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултырған.
Беренсеһенең йөкмәткеһе:
«1793 йылдың 8 сентябрендә беҙ Өфө наместниклығы Ҡошсо улусының Троицк һәм Өфө округы аҫаба башҡорттары ерҙәренең бер өлөшөн ата-бабаларыбыҙға (жалованный) бүләк итеп бирелгән ерҙең бер бәләкәй өлөшөн, Пермь наместниклығы Красноуфимск округаһы дәүләт крәҫтиәндәре Меширов Лука Влас улына (икенсе документта — Крылосов) һәм уның иптәштәренә, 50 һуҡаға (йәки йорт-ғаиләгә), һәр һуҡанан 50-шәр тин алып, бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм йыллыҡ оброк шарты менән, тәғәйен мөҙҙәт дауамында йәшәү һәм ер менән файҙаланыу рөхсәте бирҙек».Оригинал текст (рус.)«сентября 8 дня 1793 г. мы Троицкой и Уфимской округ Уфимского наместничества Кущинской волости башкирцы-вотчинники жалованную от е.и.в предкам нашим небольшую часть земли отдали из оброку с получением в один раз денег 460 руб. сроком на 25 лет Пермского наместничества Красноуфимской округи крестьянам Луке Меширову сыну Власову (в другом документе — Крылосов) с товарищами на 50 сох (т.е. дворов-семей) с получением с каждой сохи по 50 коп.».
.
Артабан ҡуртымға бирелгән ер сиктәренең (Ҡарағайлы ҡулдан алып Ингурш, Әй йылғаһы, Мәтәле йылғаһы тамағы буйлап) ориентирҙары күрһәтелгән.
1795 йылдың 5 ғинуары килешеүе буйынса шул уҡ улус башҡорттары, йорт сотниктары Буртаҡ Абдулваһапов (Буртак инеше атамаһы, ә унан — ошо уҡ шишмә буйындағы — урыҫ ауылы Буртаковка уның исеменән) Хәбит Ибрашев (һәм башҡа вәкәләтле башҡорттар менән бергә) йөҙөндә «Красноуфимск өйәҙе дәүләт крәҫтиәне Илья Усолкин һәм иптәштәренә 50 йорт аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн 50 йылға йылына 20 һум һалым түләү шарты менән биргән». Керҙәшлек өсөн 500 һум алғандар. Ҡуртымға бирелгән ер Һарт улусы аҫаба ерҙәре менән (Кәмешәү түбәһе, Мәләкәҫ йылғаһы, Ярослав шишмәһе һ.б.) йәнәш урынлашҡан.
1795 йылда Мәтәле ауылындағы 113 хужалыҡта 598 кеше, 1834 йылда 820 кеше йәшәгән.
1797 йылдың 29 майында төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса 40 йортта йәшәгән Красноуфимск өйәҙе Преображенск улусы крәҫтиәндәре 30 йылға бер тапҡыр бирелеүсе (600 һум һәм 160 һумлыҡ 200 бот арыш) һәм йыллыҡ оброк (йылына ихатанан 50 тин) түләү менән индерелгән.
Ауылда керҙәш крәҫтиәндәр менән бер рәттән, башҡорттарҙан ер һатып алыусы милекселәр ҙә булған. 1816 йылдың 18 июлендә Арый, Оло Аҡа (йөҙҙәрсә мишәр араһында 10-ға яҡын аҫаба башҡорт) крәҫтиәндәргә ер һатҡан[5][6].
Халыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән һәм Әй йылғаһындағы урман пристанендә эшләгән. Башлыса өс баҫыулы сәсеү әйләнеше булған, ләкин Баҡалы баҫыуында һәр кем үҙ һыҙатын үҙенсә алып барған. Йорт хужаларының барыһы ла һөрөнтө ерҙәрен тиреҫ менән ашлаған. 1898 йылға хужалыҡтарҙың 1/3 өлөшөндә елгәргестәре, байтаҡ ҡына ашлыҡ һуҡҡыстары, 3 тирмән булған.
1842 йылда 130 йортҡа 450 йылҡы малы, 425 һыйыр, 350 һарыҡ тура килгән. Күн, 2 буяу (1870 йыл), 2 май һығыу, йөн тетеү (1896 йыл) оҫтаханалары, 3 тимерлек була. Шәмбе көндәрендә баҙарҙар уҙғарылған. Кибеттәр булған.
Сығанаҡтарҙа яңылыш рәүештә сиркәү-мәхәллә мәктәбе тип атаған училище телгә алына. Ысынында иһә, бында 1873 йылдан алып 80 уҡыусыға иҫәпләнгән башланғыс земство училищеһы эшләй. Мәхәллә кешеләре аҡсаһына сиркәү төҙөлә, һәм ул 1846 йылда изгеләндерелә.
1798 йылда Мәсәғүт, Һикәяҙ, Һарт, Озеро ауылдарына нигеҙ һалына, етмәһә, барыһы ла Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең дәүләт крәҫтиәндәренә Тырнаҡлы улусы башҡорттары биргән бер килешеү буйынса индерелә.
«1798 йылдың 6 сентябрендә Ырымбур губернаһының Өфө һәм Троицк округтарының Тырнаҡлы улусының түбәндә ҡул ҡуйған старшиналар, ярҙамсылары һәм бөтә улустың билдәле һәм ябай кешеләре Пермь губернаһының төрлө округалары (өйәҙҙәре) һәм Ырымбур губернаһы Өфө округаһында Краснопольский (йәғни Озерский — һуңыраҡ Озеро), Һикәяҙ (Сикияз), Мәсәғүт һәм Һарт тип аталыусы яңы нигеҙләнгән дүрт ауылында йәшәүсе дәүләт крәҫтиәндәре сотник Ефтихей Трапезников, һайланылған вәкил Алексей Попов, ышаныслы Савин Михляев һ. б. менән, беҙ, башҡорттар, уларға, крәҫтиәндәргә, Әй йылғаһы буйлап, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар, урмандар һәм һыу биләмәләре менән, оҙонлоғо егерме биш саҡрым, киңлеге егерме саҡрым майҙандағы ер бүлдек. Уның өсөн крәҫтиәндәрҙән, дүрт йөҙ һум, 6 сентябргә тиклем ике йөҙ һум алдыҡ. Уларға, крәҫтиәндәргә, бесән сабырға һәм барлыҡ биләмәләр менән ҡәнәғәтләнергә, ә беҙгә улар менән ыҙғыш сығармаҫҡа, крәҫтиәндәрҙе ҡыҫырыҡламаҫҡа, присутствиеларға мөрәжәғәт итмәҫкә килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ: Абдул Соҡраҡов, Ғәлин Абдуллин, Ниғмәтулла Ибраһимов, Емантай Балыҡсин, Әбделмәҙулла Сәрхәмәтов, Әбдел Әҡәт Сәләмбәтов Ямантай Балыҡсин, Абдулмәжит Сәфәров, Ҡолбәйет Һолтауов, Рәхмәтулла Әҡсәнов, Яуыл һәм Хәлит Ибраевтар, Таһир Тимәшев, Сәйфулла Һараев, Абдулхәйер Йоғосланов»Оригинал текст (рус.)«1798 года сентября 6 дня Оренбургской губернии Уфимской и Троицкой округ Тырнаклинской волости ниже подписавшиеся старшины, помощники и всей нашей волости знатныя и рядовыя мирския люди дали сию расписку Пермской губернии разных округ (т.е. уездов) и волостей жительствующим Оренбургской губернии Уфимской округи в новозаселенных четырех деревнях, называемых Краснопольской (т.е. Озерской, впоследствии просто Озеро), Сикияз, Масагутовской и Сартовой, государственным крестьянам сотнику Ефтихею Трапезникову, выборному Алексею Попову, поверенному Савину Михляеву с мирскими людьми в том, что как прежде, так и ныне по миролюбному нашему с обеих сторон договору отдали мы, башкирцы, им, крестьянам, под жительство их под кортом в вечное заселение земли длиннику по реке Аю двадцать пять, а поперег(к) двадцать верст со всеми пахотными, сенокосными, лесными и водяными угодьями. За оную землю взяли с них, крестьян, денег прежде сего четыреста рублей до сего сентября 6-го числа двести рублей. Жить им, крестьянам, сенокошение производить и всеми угодьями довольство ваться, а нам с ними сор, драк и притеснениев им, крестьянам, не чинить ни по каким присутственным местам не просить, в чем и подписуемся: Абдул Чукраков, Галин Абдуллин, Нигматулла Ибрагимов, Емантай Балыкчин, Абдулмезит Сафаров, Кулбеит Султавов, Рахматулла Аксанов, Явул и Халит Ибраевы, Таир Тимяшев, Сейфулла Сараев, Абдулхаир Югуслянов». 10 апреля 1810 г.
.
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Һарт улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Дыуан улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мәтәле ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәтәле ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Мәтәле ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
== Мәтәле ауылының |
XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергә1816 йылда Мәтәле ауылында 127 йорт булған, 1859 йылда — 1390 кеше, 1865 йылда 230 йортта — 1463 кеше, 1870 йылда 280 йортта — 1463 кеше, 1895 йылда — 345 йортта 2129 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, йөк ташыу йәки ылаусылыҡ, таҡта бысыу менән шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, тире иләү һәм 2 буяу заводы, 3 һыу тирмәне, шарап, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе, пристань булған[9].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Мәтәлелә ел тирмәне, 12 тимерлек теркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән.
1920 йылда ауылдың 534 йортонда 2995 кеше йәшәгән[10].
Әлеге ваҡытта урта мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе (отделение), Мәҙәниәт йорто («Гармошка» урыҫ музыка ҡоралдары халыҡ ансамбле), китапхана, сиркәү бар[11].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәМәтәле ауылында урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2995 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1512 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1265 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1067 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1080 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1080 | 517 | 563 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә- Тау арты урамы (рус. Загорская (улица)
- Меркурьев урамы (рус. Меркурьева (улица)
- Ялан урам (рус. Полевая (улица)
- Партизан урамы (рус. Партизанская (улица)
- Йәшел урамы (рус. Зелёная (улица)
- Яңы урам (рус. Новая (улица)
- Совет урамы (рус. Советская (улица)
- Медицина тыҡрығы (рус. Медицинский (переулок)
- Ҡомло урамы (рус. Песчаная (улица)
- Щербаков урамы (рус. Щербакова (улица)[12]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар: Абдулла тауы Мәтәле менән Абдулла ауылдары араһында урынлашҡан. Майҙаны 809 гектар, карбонат тоҡомдарынан тора. Шыршы, аҡ шыршы ылыҫ урманы һәм киң япраҡлы урман үҫә. [13]
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Мәтәле (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 502—503 б. Мәтәле ауылы
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Памятники природы Дуванского района.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Мәтәле (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ РГВИА. Ф. 414. Оп. 1. Д.326. Л. 17-21. Башкирский край. Вып. 4. С. 145—148. ЦГИА РБ. Ф. 1. Оп. 1. Д. 364. Л. 176; Ф. 419. Оп. 1. Д. 12. Л. 179. Л. 180. Л. 181.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 42. Л. 117. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. С. 65. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 5337. Л. 31. В сб. «Башкирский край» (Вып. 4. С. 116—117) опубликован текст, взятый из Ф. 172. Оп. 1.Д. 34. Л. 21
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Мәтәле (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Метели. Улица
- ↑ Памятники природы Дуванского района
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |