Мәсәк (рус. Масяково) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 225 кеше[2].Почта индексы — 452505, ОКАТО коды — 80236805003.

Ауыл
Масяково
башҡ. Мәсәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Абзай ауыл Советы

Координаталар

55°35′23″ с. ш. 58°36′32″ в. д.HGЯO

Халҡы

225[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452505

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 805 003

ОКТМО коды

80 636 405 111

Масяково (Рәсәй)
Масяково
Масяково
Мәсәк (Башҡортостан Республикаһы)
Масяково

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 31 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абзай): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 74 км

Мәсәк ауылы Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Кесейек йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡҡа табан 31 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 74 километрҙа урынлашҡан[3].

Мәсәк ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл унда тәү төпләнеүсе Мәсәк Елмәтов исемен йөрөтә. Мәсәктең улдары: Ғүмәр Мәсәков (1748—1833), уның балалары Әлбәк, Юныс (уның улдары Зөлҡәрнәй, Ғиззәтулла, Кәлимулла); 1761 йылғы Ғәли Мәсәков; Аблай Мәсәков (уның улы 1772 йылғы Шәмсетдин, уның улы Шәйхислам).

1795 йылда 18 йортта 55 ир-ат, 45 ҡатын-ҡыҙ, барлығы 100 кеше йәшәгән.

1816 йылда 13 йортта 72 кеше, 1834 йылда — 24 йортта 152 кеше йәшәгән.

Ауыл халҡы игенселек менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 152 кешегә 66 сирек ужым һәм 159 сирек яҙғы иген сәселгән. Көңгөр һабаны менән ер һөргәндәр. XIX быуат аҙағында ауылда 3 һуҡҡыс һәм елгәргес булған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр: Мәсәктә 350 ат, 250 һыйыр, 208 һарыҡ, 68 кәзә аҫыралған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 1-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 1-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 1-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 1-се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан)   РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылда Мәсәк ауылында 27 йортта 194 кешк йәшәгән.

1865 йылда 46 йортта 203 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда ауылда мәсет булған. 1920 йылда 95 йортта 476 кеше иҫәпкә алынған.

Әлеге ваҡытта Мәсәк ауылында башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Мәсәк ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 476
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 404
1959 йыл 15 ғинуар 311
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 199
2002 йыл 9 октябрь 213
2010 йыл 14 октябрь 225 119 106 52,9 47,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Г. Камалов урамы (рус.  Г. Камалова (улица)
[7]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Туйтүбә

Урмандар:

Йылғалар: Әй, Ҡыйғы, Ыҡ

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре: көньяҡҡа 11 километрҙа Аверкин соҡоро, көньяҡ-көнбайышҡа 17 километрҙа — Һикеяҙ мәмерйәләр комплексы (Силәбе өлкәһе), 18 киометрҙа — Әй фонтаны бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 194—195 с. (История д. Тугузлы)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә