Мухачёв Аркадий Васильевич
Мухачёв Аркадий Васильевич (14 август 1910 йыл — 21 декабрь 1958 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
Мухачёв Аркадий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 август 1910 |
Тыуған урыны | Ҡыҫынды, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 декабрь 1958 (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡыҫынды, Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Ҡыҫынды |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАркадий Васильевич Мухачёв 1910 йылдың 14 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Ҡыҫынды ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыған. Урыҫ. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Һуғышҡа тиклем 7 класты тамамлай һәм колхозда эшләй. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында — 1941 йылдан. Фронтта — 1942 йылдың июленән.
172-се гвардия уҡсылар полкы взводы командиры ярҙамсыһы (57-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8--се гвардия армияһы) гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1944 йылдың 10-13 майында, Овидиополь (Украина) ҡалаһынан төньяҡтараҡ дошманға ҡаршы һөжүм ваҡытында, дошмандың күп һанлы контрһөжүмен ҡаҡлыҡтырғанда, автоматтан атып 26 гитлеровсыны ҡырып һала. 1944 йылдың 22 майында 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Тәьминәт взводы командиры гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1944 йылдың 1 авгусында Магнушев ҡалаһы янында, дошман уты аҫтында штрумлау группаһын, ҡорал һәм аҙыҡ-түлекте Висла йылғаһының һул яҡ ярына сығырыуға өлгәшә. 1944 йылдың 26 сентябрендә 2-се дәрәжә Дан орлены менән бүләкләнә.
Уҡсылар батальоны старшинаһы гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1945 йылдың 3 февралендә Гёритц (Германия) тораҡ пункты янында ҡаты яраланған уҡсылар взводы командирын алмаштыра һәм шәхси өлгөһө менән яугирҙәрҙе һөжүмгә күтәрә. Яралы булыуына ҡарамаҫтан, яу яланын ташлап китмәй, пулемёттан 10-дан ашыу дошман һалдатын юҡ итә. 1945 йылдың 24 мартында 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1946 йылда Аркадий Васильевич Мухачёв демобилизациялана һәм тыуған ауылына ҡайта. Ҡыҫынды ауыл Советы рәйесе булып эшләй. 1958 йылдың 21 декабрендә вафат була.
Наградалары
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Кавалеры ордена Славы трех степеней. Краткий биографический словарь. Москва.2000.
- Газета «Красная Звезда» от 7.05.2008. Полные кавалеры Ордена Славы 172 гв. сп.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 24 марта 1945 г.
- ↑ Приказ Военного совета 8 гвардейской армии № 364/н от 26 сентября 1944 г.
- ↑ Приказ командира 57 гвардейской стрелковой дивизии № 056/н от 20 мая 1944 г.
- ↑ Приказ командира 172 гвардейского стрелкового полка № 028/н от 26 ноября 1943 г.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 мая 1945 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мухачёв Аркадий Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 август 2019)
- Биография на сайте МО РФ