Ҡыҫынды (рус. Кысынды) — Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 394 кеше[3]. Почта индексы — 453033, ОКАТО коды — 80203825006.

Ҡыҫынды
Ҡыҫынды
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыҙыл Еҙем ауыл Советы (Архангель районы), Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Архангел районы
Халыҡ һаны 365 кеше (2002)[1],
394 кеше (2009)[1],
304 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453033
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар93 % тәшкил итә[4]. 1906 йылда — 300; 1920—456; 1939—586; 1959—424; 1989—342; 2002—365; 2010—304 кеше йәшәгән[5].

Дөйөм халыҡ һаны[3]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
365 394 +29 +7,95

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 12 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡыҙыл Еҙем): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 16 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[6]

Еҙем йылғаһының уң ҡушылдығы Ҡыҫынды йылғаһы буйындағы утар XVIII быуаттың 70-се йылдарында шул уҡ исемле ауылға әүерелә (Ҡыҫынты — башҡортса һүҙе — русса теснина). Ауылға Йәрембәт, Муллаҡай ауылы кешеләре нигеҙ һалған.

1795 йылда Ҡыҫынды ауылы 70 кеше йәшәгән 14 ихатанан тора. 1816 йылда бында 103 кеше һәм 15 ихата булған, X рәүиз буйынса 35 ихатала 170 кеше йәшәй. ХХ быуат аҙағында 52 йортта 268 кеше була.

Мәсет янында башланғыс дини мәктәп эшләгән.

Халҡы — малсылар. 144 кешегә 160 ат, 125 һыйыр, 90 һарыҡ, 80 кәзә тура килгән. 1843 йылда 96 бот ужым һәм 136 бот яҙғы иген сәселгән. Умартасылыҡ күршеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ торошта булған: 60 умарта һәм 40 солоҡ[7].

Ҡыҫынды ауылы мәсете тарихы[8]

Матбуғатта

үҙгәртергә
  • Инйәр. 10 март , Ҡыҫынды "Теге өсәү"е+[9]

Видеофильмдар

үҙгәртергә
  • Архангел районы, Кыҫынды мәктәбе. 19 октябрь 2019 йылYouTube сайтында Видео
  • Ҡыҫынды ауылының юбилейы. (август 2009)[10]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә