Викидатала элемент юҡ

Миңләхмәт — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Миңләхмәт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм миңле Ч-әхмәт (маҡтаулы) тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Моталов Миңләхмәт Ғилметдин улы (19 март 1928 йыл — 5 апрель 2012 йыл) — ғалим-тау инженеры-геолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1961), профессор (1994]). 1963 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан инженерлыҡ һәм Рәсәй тау фәндәре академияларының мөхбир ағзаһы.

Миңлəхмəт Ишмөхəмəт улы Ғәйнетдинов (22 апрель 1946 йыл) — баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1987). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (Тула ҡалаһы, 1986), Халыҡ-ара фольклор конкурсы (Өфө, 1991) дипломанты. СССР Тыныслыҡ фонды лауреаты.

Ғәйфуллин Миңләхмәт Зиннәт улы (28 август 1914 йыл — 19 апрель 2002 йыл) — алдынғы нефтсе, 1933—1969 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында быраулаусы, быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).

Сәйфетдинов Миңләхмәт Низаметдин улы — (1903 йыл, Башҡортостан, Кушнаренко районы, Ҡаҙарма ауылы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1945)

Яҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙы, Лира-Әхмәт Яҡшыбаева (15 февраль 1947 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рамазан Өмөтбаев (2009) һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге (2011), шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты.

Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (22 май 1960 йыл — 29 октябрь 2020 йыл) — ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006). 1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2015—2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).

Сафина Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы (2 июль 1951 йыл) — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ҡурсаҡсы-артисы. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).

Ҡобағошов Айрат Миңләхмәт улы (1 февраль 1950 йыл — 5 сентябрь 2021 йыл) — композитор, фольклорсы. 1986 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы, шул иҫәптән 1996—2012 йылдарҙа башҡорт музыкаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — традицион музыка башҡарыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Батталов Эдварт Миңләхмәт улы (4 март 1951 йыл) — ғалим-химик, уйлап табыусы. 1974 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2008).

Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы (2 июнь 1936 йыл — 4 март 2004 йыл) — рәссам-график, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1997). 1971 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1974).

Яхин Флүр Миңләхмәт улы (1 август 1945 йыл — 30 июнь 2005 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы-әкиәтсе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996)[1].

Сафин Миңләхмәт Сафа улы (рус. Сафин Минниахмет Сафич (Сафиевич) 21 июль 1906 — 29 октябрь 1981) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (26 октябрь 1932 йыл — 20 февраль 2010 йыл) — башҡорт журналисы. 1959—1979 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.

Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы (17 апрель 1971 йыл) — донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, музыкант-педагог. 2000 йылдан Өфөләге мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, шул иҫәптән 2005—2012 йылдарҙа Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто уҡытыусыһы; 2013—2019 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-инструменталисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004). [1].

Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (3 май 1950 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР Журналистар союзы (1988) һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика (1996) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге (1996) премиялары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000) һәм «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2003) менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2010).

Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы (19.02.1953), педагог, журналист, тәржемәсе, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1999—2003)[8].

Вәлиәхмәтов Рифат Миңләхмәт улы (4 февраль 1938 йыл — 25 июнь 2014 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-педагогы, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын ойоштороусы.

Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы (17 ноябрь 1936 йыл) — биҙәү-ғәмәли сәнғәте өлкәһендәге башҡорт рәссамы. БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1977). Монреалдә Бөтә донъя күргәҙмәһенең алтын миҙалы (1967)[1].Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Рәсәй Рәссамдар союзының алтын миҙалы. Өфө сәнғәт училищеһының сәнғәт бүлеге уҡытыусыһы, ағас буйынса һырлау һөнәренә өйрәтә.

Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы (15 июнь 1914 йыл — 9 сентябрь 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһы айырым сапер батальонының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ