Сәйфетдинов Миңләхмәт Низаметдин улы
Сәйфетдинов Миңләхмәт Низаметдин улы — (1903 йыл, Башҡортостан, Кушнаренко районы, Ҡаҙарма ауылы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1945).
Сәйфетдинов Миңләхмәт Низаметдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1903 |
Тыуған урыны | Ҡаҙарма, Иҫке Туҡмаҡлы ауыл Советы (Кушнаренко районы), Кушнаренко районы |
Һөнәр төрө | ат ҡараусы |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәйфетдинов Миңләхмәт Низаметдин улы 1903 йылда Башҡортостандың Кушнаренко районы Ҡаҙарма ауылында тыуа. 1942 йылда Кушнаренко район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Сәйфетдинов 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында 3-сө эскадрондың ҡылыссыһы, 1-се эскадрондың ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[1].
1943 йылдың 21 сентябрендә Снов йылғаһы аша сыҡҡанда һәм Клачково ауылында артабанғы урам һуғыштары ваҡытында Сәйфетдинов үҙенең автоматы менән унға яҡын дошман автоматсыһын юҡ итә һәм 58-се гвардия кавалерия полкы старшинаһы һәм яугирҙәре менән бергә дошмандың 14 һалдатын әсирлеккә ала, ҡул пулеметын, алты автоматын һәм ете винтовкаһын ҡулға төшөрә. Был батырлығы өсөн Сәйфетдинов Миңләхмәт Низаметдин улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. САЙФУТДИНОВ Миниахмет Низамутдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сайфутдинов Миниахмет Низамутдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)