Сафина Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы

ҡурсаҡ театры артисы

Сафина Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы (2 июль 1951 йыл) — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ҡурсаҡсы-артисы. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).

Сафина Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 2 июль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Абзай ауылы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө кукольник, актёр
Эш урыны Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1987)

Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы Сафина 1951 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған[1].

1974 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы К. Ф. Ғәҙелшина) тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башлай. «Травести артисы» амплуаһына эйә.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

үҙгәртергә

Салауат (А. С. Фәтҡуллин, «Бөркөт балаһы ҡанат йәйә» —"Орлёнок учится летать"), принц Жак («Итекле бесәй» —"Кот в сапогах", М. Алтухов, Ш. Перроның шул уҡ исемле әкиәте буйынса), Нуретдин («Алтын ҡуллы Нуретдин», Г. Абакаров), Ильсур, Мансур («Әлдермештән Әлмәндәр» — «Альмандар из деревни Альдермеш», Т. Ғ . Миңнуллин), Шайхаттар («Хыял күпере» — «Мост мечты» М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бал саҡ» повесы буйынса), батша ҡыҙы Будур («Аладдиндың серле лампаһы» — «Волшебная лампа Аладдина», Н. В. Гернет).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1987)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә