Мосул
Мосул[2] (ғәр. الموصل Әл-Мәүсил; курд. Mûsil; арам. ܡܘܨܠ, Мүсил) — Ираҡтың төньяғындағы ҡала. Ислам хәлифәтенең элекке « баш ҡалаһы». Ираҡтың төньяҡ өлөшөндә, Тигр йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Бағдадтан 396 км алыҫлыҡта.
Мосул | |
ғәр. الموصل | |
Рәсми атамаһы | الموصل |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ үҙәге | Найнава[d], Зангиды[d] һәм Мосульский вилайет[d] |
Административ-территориаль берәмек | Найнава[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Тигр |
Хөкүмәт башлығы | Список правителей Мосула[d] |
Халыҡ һаны | 1 792 000 кеше (2023)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 223 метр |
Туғандаш ҡала | Филадельфия |
Алыштырған | Ниневия |
Майҙан | 180 км² |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 700 |
Урындағы телефон коды | 60 һәм 40 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Mosul[d] |
Мосул Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБоронғо заманда ҡала Тигр йылғаһының көнбайыш ярында, Ниневия ҡалаһы янында барлыҡҡа килгән. Бөгөн ҡала ике ярҙа ла ҙур майҙанды биләй — көнсығыш өлөшө — «Һул яр», көнбайыш өлөшө — «Уң яр» тип атала. Тап һул ярында боронғо Ассирия баш ҡалаһы Ниневия урынлашҡан булған.
Мосул халҡының күпселеген ғәрәптәр, ассирия, төркмән, ҡурд әҙселектәре тәшкил итә. Ҡала халҡы мең йыллыҡтар сигендә тиҙ үҫешә һәм 2004 йылға, баһалауҙар буйынса, 1 846 500 кешегә етә[3]. Мосулда тыуған кешеләр мәсләүи тип йөрөтөлә.
XXI быуат башында 2014 йылдың 10 июненән 2017 йылдың 10 июленә тиклем Ислам дәүләте (ИД) террористик ойошма контроле аҫтында була. Мосул өсөн һуғыштан һуң ИД ҡала һәм уның тирә-яғы өҫтөнән контролде юғалта. 2014 йылда Мосулды Ислам Дәүләте баҫып алыр алдынан ярты миллионға яҡын кеше ҡаланан ҡаса[4].
Мосулдың тарихи мөһим ресурстары булып мәрмәр һәм нефть тора. ИД ҡаланы баҫып алғас, раҫланыуынса, Мосул халҡына нефть һәм автомобиль бензины һатып, шулай уҡ урындағы нефть продукттарын экспортҡа сығарып, байтаҡ аҡса алған[5].
Ҡалала Ираҡтағы иң ҙурҙарҙың береһе — Мосул Университеты урынлашҡан, шулай уҡ медицина колледжы бар. Университет ябылыуы тураһында хәбәрҙәр күп булыуға ҡарамаҫтан, ул эшләй.
2014 йылға тиклем ҡала несториан христианлығы тарихи үҙәге була булып тора, унда Иҫке Ғәһед пәйғәмбәрҙәре ерләнгән. Яхъя пәйғәмбәр ҡәбере 2014 йылдың июлендә Ислам дәүләте террорсылары тарафынан емерелә[6].
Этимологияһы
үҙгәртергәМосул ҡалаһы беренсе мәртәбә Әһәмәниҙәр дәүләте фарсы нәҫеле хакимлыҡ иткән осорҙа б.э.т. йылда 401 Ксенофонт китабында телгә алына.
Мосул, ә дөрөҫөрәге Мәүшил — «ҡушылыу урыны» йәки «юл саты» тип тәржемә ителә.
Мосул ҡалаһын яҡын урынлашҡан Ассирия баш ҡалаһы Ниневия менән бутарға ярамай.
Беҙҙең эраға тиклем 612 йылда Ниневия Вавилон һәм Мидия ғәскәре тарафынан емерелгән, шуға күрә б.э.т. 401 йылда Ксенофонт уны телгә алмаған.
Мосул шулай уҡ al-Faiha («ожмах»), al-Khaḍrah («йәшел») һәм al-Hadbah «Төньяҡ ынйыһы»[7] « һәм миллион яугир ҡалаһы» исемдәрен йөрөтә[8].
Климаты
үҙгәртергәМосулдың климаты ярымҡоро, бик эҫе, ямғырһыҙ йәй һәм ҡышын һалҡын, ямғырлы . Бында ямғырҙар Бағдад Һәм Бәсраға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күберәк. Дым бойҙай һәм арпа үҫтереү өсөн етерлек. Төньяҡтағы курд райондары дымлыраҡ.
Һуңғы йылдарҙа өс тапҡыр ҡар яуа: 23 февраль 2004 йыл[9] 9 февраль 2005 йыл һәм 10 ғинуар 2013 йыл[10][11].
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 21,1 | 26,9 | 31,8 | 35,5 | 42,9 | 44,1 | 47,8 | 49,3 | 46,1 | 42,2 | 32,5 | 25,0 | 49,3 |
Уртаса максимум, °C | 12,4 | 14,8 | 19,3 | 25,2 | 32,7 | 39,2 | 42,9 | 42,6 | 38,2 | 30,6 | 21,1 | 14,1 | 27,76 |
Уртаса минимум, °C | 2,2 | 3,4 | 6,8 | 11,2 | 16,2 | 21,3 | 25,0 | 24,2 | 19,1 | 13,5 | 7,2 | 3,8 | 12,83 |
Абсолют минимум, °C | −17,6 | −12,3 | −5,8 | −4 | 2,5 | 9,7 | 11,6 | 14,5 | 8,9 | −2,6 | −6,1 | −15,4 | −17,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 62,1 | 62,7 | 63,2 | 44,1 | 15,2 | 1,1 | 0,2 | 0 | 0,3 | 11,8 | 45,0 | 57,9 | 363,6 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.macrotrends.net/cities/21536/mosul/population#:~:text=The%20metro%20area%20population%20of,a%203.32%25%20increase%20from%202017.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 238.
- ↑ Mosul (ингл.). Encyclopedia of the Modern Middle East and North Africa (8 май 2018). Дата обращения: 2 апрель 2022. Архивировано 5 сентябрь 2016 года.
- ↑ Report on the Protection of Civilians in Armed Conflict in Iraq: 6 July – 10 September 2014 (ингл.) (PDF). UNAMI and OHCHR. Дата обращения: 21 декабрь 2014. Архивировано 10 август 2020 года.
- ↑ Hamza Hendawi and Qassim Abdul-Zahra. Islamic State earning up to $50 million a month in oil sales . Welland Tribune (23 октябрь 2015). Дата обращения: 25 декабрь 2015. Архивировано из оригинала 26 декабрь 2015 года. 2015 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ Dana Ford and Mohammed Tawfeeq. ISIS militants destroy the tomb of Jonah (ингл.). CNN (25 июль 2014). Дата обращения: 25 декабрь 2015. Архивировано 18 май 2019 года.
- ↑ Mosul, Iraq 2019 йыл 16 декабрь архивланған. from AtlasTours.net
- ↑ The war against Islamic State (2): Mosul beckons (11 апрель 2015). Дата обращения: 22 апрель 2015. Архивировано 19 октябрь 2017 года.
- ↑ Snow in Mosul . travbuddy.com. Дата обращения: 25 декабрь 2015. Архивировано из оригинала 26 август 2015 года. 2015 йыл 26 август архивланған.
- ↑ Early snow fall in Mosul. (недоступная ссылка — история). Flickr - Photo Sharing!.(недоступная ссылка)
- ↑ The Weather . freemeteo.com. Дата обращения: 25 декабрь 2015. Архивировано 19 февраль 2014 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Густерин П. В. Ғәрәп Көнсығышындағы Ҡалалар. — М.: Көнсығыш—Көнбайыш, 2007. — 352 б. — (Энциклопедик белешмә). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4