Гилгәмеш эпосы
«Гилгәмеш хаҡында дастаны» йәки «Барыһын да үткәргән тураһында» поэма (ак. ša nagba imuru) — донъяның һаҡланып ҡалған иң боронғо әҙәби әҫәрҙәренең береһе, шына яҙыуы менән яҙылған иң ҙур әҫәр. Боронғо Көнсығыш әҙәбиәтенең иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе. «Эпос» б. э. т. XVIII—XVII быуаттарҙан башлап мең ярым йыл дауамында шумер хикәйәттәре нигеҙендә аккад телендә ижад ителгән. Уның иң тулы версияһы XIX быуат уртаһында Ниневияла Ашшурбанипал батшаның шына яҙыулы әҫәрҙәр китапханаһында ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған. батша Ул 12 алты колонналы табличкаларҙа ваҡ шына яҙыу менән яҙылған, үҙ эсенә 3 мең тирәһе шиғырҙы ала һәм б. э. т. VII быуат осоро менән билдәләнгән. Шулай уҡ XX быуатта эпостың башҡа, шул иҫәптән, хуррит һәм хет телдәрендә, фрагменттары табыла.
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
Эпостың төп геройҙары булып Гилгәмеш һәм шулай уҡ айырым йырҙары шумер телендә килеп еткән Энкиду, уларҙың ҡайһы береһе б. э. т. III мең йыллыҡтың тәүге яртыһы аҙағында булдырылған. Геройҙарҙың дошманы бер үк — изге кедрҙарҙы һаҡлаусы Хумбаба (Хувава). Уларҙың батырлығын шумер йырҙарында шумер исемдәрен, ә Гилгәмеш хаҡындағы эпоста — аккад. исемдәрен йөрөткән аллалар күҙәтә. Әммә шумер йырҙарында аккад шағиры тапҡан бәйләүсе үҙәк юҡ. Аккад Гилгәмешенең характер көсө, уның күңеленең бөйөклөгө — тышҡы күренештә түгел, ә Энкиду исемле кеше менән мөнәсәбәттәрендә. «Гилгәмеш тураһындағы эпос» — тышҡы ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә ярҙам иткән генә түгел, ә үҙгәртеүсе һәм күркәмләндереүсе дуҫлыҡ гимны.
Шул уҡ ваҡытта эпоста тирә-яҡ донъяға ул саҡтағы күп философик ҡараштарҙы (космогония элементтары, һуңғы редакцияһындағы «Оло ташҡын» тураһындағы тарих), этика, кешенең тотҡан урыны һәм яҙмышы (үлемһеҙлек эҙләү) сағылдыра. Күп йәһәттән «Гилгәмеш тураһында эпос»ты унан мең йылға кесерәк булған Гомер әҫәрҙәре — «Илиада» һәм «Одиссея» менән сағыштыралар.
«Эпос»ты табыу тарихы
үҙгәртергә1849 йылда инглиз археологы Остин Генри Лейард эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә ассирий ҡалаһы Ниневияны таба. Ҡалала артабанғы ҡаҙыныуҙар барышында Ашшурбанипалдың шына яҙмалы китапханаһына юлығалар. Был китапхананың шына табличкаларын, 1852 йылда китапхананың икенсе өлөшөн ҡаҙғанда, Лейардтың ассистенты Рассам Ормузд таба, һәм Британ музейына тапшыра[8].
Һуңыраҡ табылған табличкаларҙы ассириолог, музейҙың мысыр-ассирий бүлеге ассистенты, белемен үҙ аллы камиллаштырған (самоучка) һәләтле ғалим Джордж Смит өйрәнгән. 1872 йылдың 3 декабрендә ул «Библейская археология» йәмғиәтендә доклад менән сығыш яһай. Докладында ул Тәүратта бәйән ителгән ташҡын тураһында хикәйәткә оҡшаған миф тапҡанын иғлан итә. Был хәбәр сенсация кеүек ҡабул ителә һәм дөйөм ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Газета «The Daily Telegraph» (Дейли телеграф) гәзите хатта хикәйәттең юғалған фрагменттарын табыусыға 1000 фунт аҡса ла вәғәҙә итә. Джордж Смит бының менән файҙаланып, Месопотамияға йүнәлә[9][10][11][12].
Табличкаларҙың шартлы тамғалар-шифрҙар менән яҙылған тексын хәҙерге яҙыу системаһына һалып уҡыуын (дешифровка) дауам итеп, Смит был ташҡын тураһындағы яҙманы вавилонлылар «Гилгәмеш хаҡында хикәйәт» тип атаған ниндәйҙер ҙур поэманың бер өлөшө икәнен аңлай. Күсереп яҙыусылар раҫлауынса, «Хикәйәттәр» һәр ҡайһыһы 300 юллыҡ 12 йырҙан торған. Тиҙҙән ул, бер нисә табличка етмәгәнен һәм хикәйәнең бер өлөшө юҡлығын аңлай. 1873 йылда ойошторған экспедицияһы һөҙөмтәһендә ул тағы 384 табличканы, һәм шулар араһында «Эпос»тың етмәгән өлөшөн дә тапҡан [9][10][11][12].
XX быуаттың башында һәм уртаһында «Эпос»тың төрлө телдәрҙә яҙылған фрагменттарынан торған бер нисә табличка табыла[10][13].
2015 йылда атаҡлы эпос тағы ла 20 яңы юлға киңәйгән. Ираҡ тарих музейы хеҙмәткәрҙәре уларҙың ысын йөкмәткеһен белмәгән контрабандистан бер нисә балсыҡ табличка һатып ала. Һуңынан табличкаларҙың береһендә эпостың бығаса билдәле булмаған фрагменты яҙылғаны асыҡлана[14].
«Эпос»ты тасуирлау
үҙгәртергәГилгәмеш хаҡында элгәрге хикәйәттәр
үҙгәртергә«Гилгәмеш хаҡында эпос» мең ярым йыл дауамында ижад ителгән. Беҙҙең осорға тиклем "Эпос"тың өлөштәре булған Гилгәмеш хаҡындағы йырҙар яҙылған шына яҙмалы балсыҡ табличкалар килеп еткән, улар Боронғо Көнсығыштың дүрт — шумер, аккад, хуррит һәм хет телдәрендә яҙылған. Древнейшие Текстарҙың иң боронғолары шумер телендә яҙылған. Шуның араһында ҙур художество ҡаҙанышы тип танылған аккад телендә яҙылған версияһы[13].
С. Лэнгдон 1932 йылда «Шумерский эпос о Гильгамеше» тигән хеҙмәтендә Гилгәмеш хаҡында шумер эпосы булыу мөмкинлеген фаразлай. С. Крамер шулай уҡ бөтә шумер йырҙары үҙ-ара бәйләнгән булған тип иҫәпләй. Әммә И. М. Дьяконов Гилгәмеш хаҡында һәр йыр үҙ аллы әҫәр булып торғандыр, тип фаразлай[15].
Гилгәмеш хаҡында һаҡланған шумер хикәйәттәре ниндәйҙер бер әҫәрҙәр төркөмөнә берләштерелмәгән. Барлығы 9 һаҡланған, һәр береһе эпик һәйкәлдәр категорияһына ҡаратырлыҡ. Өс хикәйәт кешеләр һөйләүенән билдәле була, ҡалған алтыһы һаҡланған һәм баҫып сығарылған[16].
Иртә хикәйәттәр аккад-шумер эпосы өлөшө булған Ниппур канонына ҡараған. Баштараҡ уларҙың протографтары, ихтимал, Уруктың беренсе династия батшалары исемлегенән алынған Урук ҡалаһы хакимдары тураһында бәйән итеүсе циклдың өлөшө булғандыр. Уруктың бишенсе хакимы булған Гилгәмеш тураһындағы эпостан башҡа, беҙҙең заманға тиклем Уруктың икенсе хакимы Энмеркар, шулай уҡ дүртенсе хакимы һәм Гилгәмештең атаһы Лугальбанда тураһында хикәйәттәр килеп еткән[16].
Гилгәмеш менән бәйле аккад-шумер хикәйәттәре б. э. т. II меңенсе йыллығы башы (б. э. т. яҡынса XVIII быуат) менән билдәләнгән исемлектәрҙә һаҡланған[17], әммә, яҙыусыларҙың күп һанлы хаталары һәм үҙ заманына ҡарата архаистик кеүек ҡабул ителгән тел характерына нигеҙләнеп, тикшеренеүселәр поэма байтаҡҡа алдараҡ барлыҡҡа килгән, тип фаразлайҙар. Поэма Ур батшалары аллалар пантеонын урынлаштырырҙан алда, шулай уҡ Месопотамияның көньяғында аккад теленең таралыуы мәғлүмәттәре нигеҙендә, поэма ижад ителгән йылдар б. э. т. XXIII—XXI быуаттарға ҡаратыла.[18]
Хәҙерге ваҡытта түбәндәге хикәйәттәр билдәле:
- Гилгәмеш һәм Агга — боронғо Киш ҡалаһы батшаһы Акканың Гилгәмеш менән бәрелеше тураһында. Гилгәмеш хаҡындағы башҡа әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, батша характерына тылсымлы әкиәти һыҙаттар хас түгел. Был поэма «Гилгәмеш хаҡында эпос»ҡа индерелмәй[17][19][20].
- Гилгәмеш һәм Үлемһеҙлек тауы (Гилгәмеш һәм Тереләр иле, Гилгәмеш һәм Тереләр тауы, Гилгәмеш һәм Хувава) — Гилгәмештең изге кедрҙарҙы һаҡлаусы алпамыша Хуваваға походы[17][20].
- Гилгәмеш һәм Күк Үгеҙе — Иштар Инниндың Гилгәмешкә мөхәббәте, шулай уҡ Гилгәмештең һәм Энкидуның Гилгәмеш кире ҡаҡҡан асыулы алиһә Иштар Иннин ебәргән Күк үгеҙе менән алышы. Поэманың аҙағы һаҡланмаған[17][20].
- Гилгәмеш һәм Ер аҫты донъяһы (Гилгәмеш, Энкиду һәм ер аҫты батшалығы, Гилгәмеш һәм тал) — Гилгәмеш алиһә Иннин үтенесе буйынса тал ағасынан унда оялаған арыҫлан башлы бөркөттө һәм лилитты ҡыуған, һәм шунан һуң, алиһәгә ағастан кресло һәм ложа, ә үҙенә — барабан һәм таяҡ (иң яңы аңлатма буйынса — ағас туп һәм уйын битаһы[21]) биргән. Һуңғараҡ барабан йәһәннәмгә төшөп китә, ә уны алырға киткән Энкиду, бер нисә тыйыуҙы үтәмәүе арҡаһында, ҡабат әйләнеп ҡайтмай. Гилгәмеш үтенеп һорағандан һуң ғына, аллалар уға Энкиду йәне менән аралашырға рөхсәт иткән[17][20].
- Гилгәмештең үлеме — Гилгәмештең үлемһеҙлек эҙләгәнен тасуирлай, әммә ул үлемһеҙлеккә өлгәшеп булмауын аңлай. Поэма фәҡәт фрагменттарҙа ғына һаҡланған[20].
- Ташҡын — кешене булдырыу, батша власының килеп сығыуы, һыу баҫыуы һәм шулай уҡ Зиусудра батшаның, карап төҙөп, ташҡындан ҡотолоуы һәм үлемһеҙ булыуы тураһында һөйләй. Табличканың ахыры ватылған булып сыға[22].
Был хикәйәттәр ижад ителгәндә, бер кем дә Гилгәмеште тарихи шәхес булараҡ күрһәтеү маҡсатын ҡуймаған. Эпик поэма жанрында яҙылғанлыҡтан, улар йөкмәткеһе буйынса примитив һәм форма буйынса архаик, һәм күпкә һуңыраҡ яҙылған Гилгәмеш тураһындағы аккад поэмаһынан айырылып тора[17].
«Эпос»ты ижад итеү
үҙгәртергә«Эпос» буйынса тикшеренеүселәрҙең ҡайһы береһенең фекере буйынса, Гилгәмеш тураһында беренсе йырҙар б. э. т. III мең йыллыҡтың беренсе яртыһы аҙағында ижад ителгән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән тәүге табличкалар 800 йылға һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Яҡынса шул осорға поэманың аккад фаразын да ҡараталар, ул б. э. т. III мең йыллыҡтың һуңғы өсөнсө өлөшөндә, ихтимал, ахырына еткерелгәндер. Б. э. т. II мең йыллыҡта Фәләстиндә һәм Кесе Азияла аккад поэмаһының икенсе фаразы — «периферия» атамаһы бирелгәне булдырылғандыр. "Эпос"тың хуррит һәм хетт телдәренә тәржемәһен дә шул осорға ҡараталар. II мең йыллыҡтың аҙағынан б. э. т. VII—VI быуаттарға тиклем Ашшурбанипал китапханаһында "Эпос"тың һуңғы — «ниневия» варианты ижад ителгән[13].
«Эпос» нигеҙенә шумерҙарҙың дини ышаныуҙарына таянған мифологик мотивтар ҙа, тарихи легендалар ҙа һалынған. Гилгәмеш тарихи шәхес — б. э. т. яҡынса 2800—2700 йылдарҙа шумер ҡалаһы Уруктың хәрби юлбашсыһы (лугаль), йәғни «ҙур кешеһе» булған. Шумер телендә шартлы рәүештә бирелгән «Бильгамес» (Bil-ga-mes) исеме б. э. т. II мең йыллыҡ башы менән билдәләнгән шумер хакимдарының исемлеге яҙылған шумер табличкаһында бирелә. Әммә Гилгәмеш бик иртә аллалаштырыла башлай. Б. э. т. XVIII быуаттан уның исеме «Бильгемес» йә «Бильгамес» формаһында шумер аллары араһында телгә алына. Уның исеме менән бәйләнгән бик күп төрлө легендалар барлыҡҡа килгән, ул алла һымаҡ герой, Нинсун алиһә менән Лугальбанда баһадирҙың (икенсе фараз буйынса — «лилу́» рухы) улы тип күрһәтелгән. Һуңғараҡ Гилгәмеш исеме Бабилонда, Хетт батшалығында һәм Ассирияла бик популяр була, йәнлектәр менән алышыусы герой образын уның исеме менән бәйләйҙәр, ярым үгеҙ-ярым кеше һынындағы батыр уның юлдашы була. Һуңғараҡ Гилгәмеш — кешеләрҙе иблистәрҙән һаҡлаусы, теге донъя хөкөмсөһө тип аталған. Торлаҡ уҫал йәндәрҙән һаҡлана тип иҫәпләнгәнлектән, уның һүрәтләнештәрен өйгә ингән ергә ҡуйғандар. Шул уҡ ваҡытта рәсми культта Гилгәмеш үҙенә башҡа айырым роль уйнамаған[23][24].
Сюжеты
үҙгәртергә"Эпос"тың төп геройы ярым алла Гилгәмеш — ҡөҙрәтле яугир, Урук батшаһы, шулай уҡ Энкиду — Аруру алиһә балсыҡтан яһаған ҡырағай кеше. Алиһә Энкидуны үҙҙәренең хакимы Гилгәмештең сиктән тыш янъял ҡуптарырға яратҡан холҡо менән риза булмаған Урук халҡы үтенесе буйынса булдырған. Энкиду Гилгәмешкә ҡаршы торорға, хатта уны еңергә лә тейеш[25].
Энкиду цивилизациялы тормош менән таныш түгел, далала ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәй һәм уны ни өсөн булдырғандарын да аңламай. Шул уҡ ваҡытта Гилгәмеш үҙенең дуҫ табыу мөмкинлеген күҙ алдына баҫтыра һәм шулай булырға тейешлеген аңлай[25].
Бер заман Урукка далала ниндәйҙер ҡөҙрәтле кеше барлығы һәм уның һунарға ҡаршы тороуы һәм йәнлектәрҙе яҡлашыуы тураһында хәбәр килә. Гилгәмеш, Энкидуны йәнлектәрҙе ташларға мәжбүр итер, бәлки, тип уның янына уйнашсы ҡатын Шәмхәтте ебәрә. Гилгәмеш маҡсатына ирешә — Энкиду әүрәтелә, бынан һуң Шәмхәт уны үҙе менән ҡалаға алып китә, бында ул цивилизацияға яҡыная һәм тәү тапҡыр икмәк ашай һәм шарап эсә[25].
Ҡалала Энкиду Гилгәмеш менән осраша. Үҙ-ара көрәшәләр йәки алышалар, әммә береһе лә еңә алмай. Шунан һуң улар дуҫлашып китә һәм ҡаһарманлыҡтар ҡыла башлай. Улар тау кедрҙарын һаҡлаған ажарлы Хумбаба менән алыша, һуңыраҡ Гилгәмеш, алиһәнең һөйгән йәре булыуҙан баш тартҡаны өсөн ныҡ ярһыған алиһә Иштар ебәргән имәнес үгеҙ Гугаланнаға ҡаршы тора. Гугаланнаны үлтереү аллаларҙың асыуын килтерә, һәм ул Энкидуға ябырыла, шуның һөҙөмтәһендә ул үлә[25].
Энкидуның үлеме Гилгәмеште тетрәндерә, ҡайғыһынан ул сүллеккә йүгерә, дуҫын һағына, ҙур рух төшөнкөлөгө кисерә. Гилгәмеш тәүге тапҡыр үҙенең үлемһеҙ түгел икәнен аңлай, һәм үлем — ул бөтә кешеләрҙең дә яҙмышы икәненә төшөнә[25].
Үҙенең күсеп йөрөүҙәре һөҙөмтәһендә Гилгәмеш бөтә кешеләр араһында үлемһеҙ Зиусудра Утнапиштим йәшәгән байғош дәрүиштәр утрауына барып сыҡҡан. Гилгәмеш бөтә донъя ташҡынында Утнапиштим, берҙән-бер тере ҡалған кеше, нисек тере ҡалғанын белергә теләй. Бынан һуң Утнапиштим Гилгәмешкә үҙе өсөн генә аллалар кәңәшмәһе икенсе тапҡыр йыйылмаясағын әйтә. Артабан ул Гилгәмешкә йоҡоно еңеү сараһын табырға тәҡдим итә, әммә был үтәрлек эш булмай[25].
Утнапиштимдың ҡатыны геройҙы йәлләй, ирен бүләк бирергә күндерә. Гилгәмеш табыуы бик ҡатмарлы булған мәңгелек йәшлек сәскәһе тураһында ғилем ала. Гилгәмеш сәскәне таба, әммә тәмен татып ҡарап өлгөрмәй: һыу инергә теләгән сағында, йылан сәскәне ашап бөтөрә, тиреһен ташлай һәм йәш кенә һылыуға әйләнә[25].
Шул ваҡиғаларҙы башынан үткәргәндән һуң, Гилгәмеш Урук ҡалаһына әйләнеп ҡайта, үҙенең ишкәксеһе (кормчий) Уршанаби менән Гилгәмеш үҙе төҙөгән ҡала стеналары буйлап йөрөргә сығалар. Гилгәмеш стеналарҙы күрһәтә һәм үҙенең эшмәкәрлеген тоҡомдары онотмаҫына өмөтлө ҡарауын әйтә[25].
XII йыр күпкә алдараҡ сыҡҡан (б. э. т. XXVIII быуат), механик рәүештә «Эпос»ҡа ҡушылған һәм «Гилгәмеш һәм Ер аҫты донъяһы» шумер поэмаһының дүртенсе өлөшөнөң аккад теленә һүҙмә-һүҙ тәржемәһе булып тора. Энкиду, төшөп киткән барабанды ҡабат өҫкә мендереү маҡсатында, нисек итеп ер аҫты донъяһына төшөргә ҡарар иткәнен, әммә магик тыйыуҙарҙы боҙғанлыҡтан, сыға алмай тороп ҡалғанын хикәйәләй. Гилгәмеш үтенес менән аллаларға мөрәжәғәт итә, һәм ул үлгән кешеләрҙең яҙмышы ҡалай ҡыҙғаныс булыуын һөйләүсе Энкиду йәне менән аралашырға рөхсәт ала. Алдағы сюжет менән бик бәйләнмәгән был өлөшө үлемдән берәү ҙә ҡалмай тигән төп фекерҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала[26].
«Эпос»тың структураһы һәм варианттары
үҙгәртергә«Иҫке Вавилон» фаразы
үҙгәртергә"Гилгәмеш хаҡында эпос"тың аккад телендәге төрлө 3 варианты беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Шулар араһында иң иҫкеһе «иҫке вавилон» версияһы. Ул табличкаларҙағы б. э. т. XVIII—XVII быуаттар менән билдәләнгән 6 өҙөк[27]
- Пенсильвания таблицаһы. «Эпос»тың һуңғы версияһындағы I и II йырҙарға тап килә.
Лэнгдон Стивен (Stephen Herbert Langdon) баҫтырған.
- Йель таблицаһы. «Эпос»тың иң һуңғы версияһының II һәм III «Пенсильвания таблицаһы» булған исемлеккә ҡарауы ихтимал. Ястров Моррис һәм Альберт Тобиас Клей (Albert Tobias Clay) баҫтырған.
- Телль-Хармалдән беренсе фрагмент. «Эпос»тың иң һуңғы версияһындағы IV йырға тап килә. Ван Дейк баҫтырған.
- Телль-Хармалдән икесе фрагмент.
- Бауэр таблицаһы. «Эпос»тың иң һуңғы версияһындағы V йырға тап килә.
- Мейснер таблицаһы. «Эпос»тың иң һуңғы версияһындағы IV йырға тап килә. «Эпос»тың иң һуңғы версияһындағы IV йырға тап килә.«Эпос»тың иң һуңғы версияһындағы X йырға тап килә.
Табличканың мәғлүмәте «Эпос»тың бер үк төрлө урынына ғына ҡарамай, шуның өсөн улар барыһы ла «Эпос»тың бер үк исемлегенә ҡарайҙар, тип тулы ышаныс менән әйтеп булмай. Әммә шуның менән бергә уларҙың стиль һәм тел оҡшашлығы бар. Бөтә табличкаларҙа ла почерк йүгерек һәм насар уҡыла, уларҙың телен аңлауы ҡыйын. Бынан тыш, табличкаларҙы күпселеге насар һаҡланған — «Пенсильван таблицаһы»нан ғына текстың 4/5 өлөшө ҡалған. Тағы, фәҡәт «Пенсильван таблицаһы», «Йель таблицаһы», шулай уҡ «Мейснер таблицаһы»нда ғына иң һуңғы версиялағы текст бирелгән. Иң һуңғы версияһында башҡа текст һаҡланмаған[27].
«Периферия» фаразы
үҙгәртергәПоэманың был версияһы үҙ ваҡытында Хетт батшалығы баш ҡалаһы булған Богазкёй ҡаласығында алып барылған ҡаҙылдыҡтарҙа табылған ҙур булмаған фрагмент. Был фрагмент «Эпос»тың иң һуңғы версиялары VI һәм VII йырҙарына тап килә, әммә былары ҡыҫҡараҡ. Шулай уҡ Фәләстиндә боронғо Мегиддо ҡалаһы урынында икенсе фрагмент табыла, «Эпос»тың иң һуңғы версияһы VII йырына тап килә. Ике фрагмент та б. э. т. XV—XIV быуаттар менән билдәләнә[27]
Шулай уҡ «Эпос»тың хет һәм хуррит тәржемәләрен «периферия» версияһына ҡараталар. Уларҙан беҙҙең көнгә тиклем «Эпос»тың иң һуңғы версияһының I, V һәм X йырҙарына ҡараған бер нисә фрагмент килеп еткән. Был фрагменттар б. э. т. XIV быуат тип билдәләнә[27]
«Ниневия» фаразы
үҙгәртергәБыл версия атамаһын табылдыҡтың урынынан алды. Ҡайһы берҙә уны шулай уҡ «ассирийский» тип тә атайҙар. Был версия өсөн тикшеренеүселәр 4 исемлек төркөмөн күрһәтә[27].
- Ашшур ҡалаһы янында алып барылған ҡаҙыныу ваҡытында табылған фрагменттар. Улар яҡшы һаҡланған VI йыр тексынан тора. Был фрагменттар б. э. т. XIII—XII быуаттар менән билдәләнгән.
- Ниневияла Ашшурбанипал китапханаһы урынында ҡаҙынғанда йөҙҙән ашыу фрагмент. Уларҙа бөтә йырҙарҙың фрагменты бар, I, VI, XI һәм XII йырҙарҙың текстары тулыһынса һаҡланған һәм ҙур булмаған боҙоуҙар бар. 8 фрагмент әлеге көнгә баҫылмаған. Бөтә фрагменттар б. э. т. VII быуат менән билдәләнә.
- Султан-Тепе (Төньяҡ Месопотамия) ҡаласышғында ҡаҙыныу барышында табылған өйрәнсек күсермәһе (копия). VII һәм VIII йырҙарының фрагменттары. б. э.т. VII быуат.
- Урук ҡалаһында ҡаҙыныу эштәре алып барғанда табылған фрагменттар яҡынса б. э. т. VI быуатҡа ҡарай.
«Иҫке Вавилон» фаразы менән сағыштырғанда, «ниневий» фаразында инеш һүҙ бар, һәм уның беренсе шиғыры буйынса поэманың яңы исеме — «Барыһын да үткәргән тураһында» тигән атамаһы алынған. Бынан тыш, моғайын, поэманың йомғаҡлу өлөшө лә килеп сыҡҡан[27].
Тәүҙә «ниневий» фаразы XI йыр менән тамамланған, уның аҙағы поэманың йомғаҡлауы булған. Әммә һуңыраҡ уға механик рәүештә алдараҡ ижад ителгән XII йырҙы ҡушҡандар. Ул «Гилгәмеш һәм Ер аҫты донъяһы» тигән шумер поэмаһының аккад теленә һүҙмә-һүҙ тәржемәһе булып тора[27].
Фараздарының айырмаһы
үҙгәртергә«Иҫке Вавилон» һәм «ниневий» фараздары үҙ-ара оҡшаш. Уларҙың тексы күп яҡтан тап килә. Төп айырмаһы ҡайһы бер һүҙҙәрҙе алмаштырыуҙа (иҫкергән һүҙҙәр уларҙың замансараҡ синонимдары менән алмаштырыла), шулай уҡ йыр текстарын киңәйтеүҙә йәки ҡыҫҡартыуҙа. Киңәйтеү йә эпик формулаларҙы күбәйтеү иҫәбенә (әйтер кәрәк, ҡайһы берҙәре башҡа әҫәрҙәрҙән үҙләштерелгән), йә ҡабатлауҙар иҫәбенә булдырылған. Шулай уҡ ҡайһы бер осраҡта текстың ҡайһы бер киҫәктәренең урынын алмаштырыу күренеше лә булған[27].
«Периферия» фаразы тәүге икәүҙән байтаҡҡа айырыла — ул ҡыҫҡараҡ. Ысынында, ул «иҫке вавилон» фаразын ябай тәржемәләү генә түгел, ә уны тулыһынса яңынан эшкәртеү. Унда ҡыҫҡартыуҙар бар — моғайын, унда Вавилон өсөн айырым әһәмиәткә эйә булған эпизодтары (мәҫәлән, Урукка Энкиду килмәҫ элек булып үткән ваҡиғалар эпизодтары, аҡһаҡалдар менән әңгәмәләр һ. б.) юҡтыр. Бынан башҡа, унан дини ҡараштан ҡабул итеп булмаған мәлдәре алып ташланғандыр (атап әйткәндә, Иштар алиһәһен оятҡа ҡалдырыу). Һөҙөмтәлә «периферий» фаразы ысынында Гилгәмеш хаҡында яңы поэма тиһәк тә була[27].
Поэманың составы һәм үҫеше
үҙгәртергә«Эпос»тың иң тулы версияһы 12 алты колонналы табличкаларҙа ваҡ шына яҙыу менән яҙылған һәм 3 меңгә яҡын шиғырҙан тора[28]. Поэма тексының хәҙерге тәржемәләрендә уны 12 бүлеккә бүлепб һәр береһен рим цифралары (I — XII) менән тамғалау ҡабул ителгән. Таблица йә йыр тип аталған һәр өлөшө «ниневия» версияһының айырым табличкаһына тура килә[24][29].
Шуға оҡшаш бүлеү тәүҙә механик рәүештә башҡарылған — бер табличкала урын ҡалмаһа, яңы табличкала дауам иткәндәр. Әммә «ниневия» версияһында таблицаларға бүлеү анығыраҡ, һәр таблицала айырым йыр яҙылған[30]:
Таблица | Йыр |
---|---|
I | Гилгәмештең янъял ҡуптарыуы һәм Энкидуны булдырыу |
II | Энкидуның Урукка килеүе һәм геройҙарҙың дуҫлығы |
III | Хумбабаға ҡаршы походҡа йыйыныу |
IV | Хумбабаға ҡаршы поход ойоштороу |
V | Хумбаба менән алыш |
VI | Иштар һәм Гилгәмеш. Күк үгеҙе менән көрәшеү |
VII | Энкидуның ауырыуы һәм үлеүе |
VIII | Энкидуның үлеме айҡанлы ҡайғырып илау һәм уны ерләү |
IX | Гилгәмештең Донъя океаны ярына тиклем сәйәхәте |
X | Гилгәмештең Океан аша сығыуы |
XI | Гилгәмеш Утнапишти утрауында. Ҡайтыу |
XII | Йәһәннәмдән Энкидуның йәнен саҡырыу |
Поэма составында, тикшеренеүселәрҙең фаразы буйынса, тәүҙә үҙ аллы булған 4 йыр бар[31]:
- «Энкидиада» ҡырағай герой Энкиду хаҡында, шулай уҡ нисек мәҙәнилеккә өйрәнеүе тураһында һөйләй;
- поход против Хумбабаға (Хувава) ҡаршы поход;
- шумер алиһәһе Инанна прототибы булған Иштар менән эпизод, шулай уҡ үгеҙ менән алыш;
- Үлемһеҙлеккә эйә булырға тигән теләген тормошҡа ашырырға тырышып Гилгәмештең сәйәхәт итеүе.
Хәҙерге ваҡытта шумер телендә яҙылған Хумбабаға ҡаршы поход һәм үгеҙ менән алыш тураһындағы йырҙарҙың прототиптары билдәле. Әммә «Эпос»ты булдырғанда был йырҙар механик рәүештә генә берләштерелмәгән, сөнки улар араһындағы бәйләнеш идея һәм композиции йәһәтенән яҡшы уйланылған һәм тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә. Шуның менән бергә, моғайын, «Эпос» авторы үҙенең маҡсатына тап килмәй тип һанағанғалыр, Гилгәмеш тураһындағы бер нисә йыр индерелмәгән. Мәҫәлән, Гилгәмеш һәм Агга тураһындағы йыр файҙаланылмаған[31][32].
Поэма ижад ителгәндә, героик эпос йырҙарынан тыш, мифологик эпос та ҡулланылған. Атап әйткәндә, «Иштарҙың теге донъяға барғаны» поэмаһынан текст файҙаланылған[31].
«Эпос»ты тикшереү һәм уның тәржемәләре
үҙгәртергәДвуречье әҙәби әҫәрҙәрен башлыса белгестәрҙең ике төркөмө өйрәнә:
- ассирологтар һәм шумерологтар, улар үҙҙәренең төп иғтибарын әҫәрҙәрҙең филологик интерпретацияһына йүнәлтәләр;
- әҙәбиәт һәм фольклористика белгестәре, улар әҙәби һәйкәлдәрҙең тәржемәләренә һәм хикәйәләүҙәренә интерпретация бирәләр[33].
"Эпос"ты өйрәнеүгә нигеҙҙе Джордж Смит, "Эпос"тың тәүге асыусыһы һалған. «Эпос» иң тәүҙә шумер телендә Урукта ижад ителгән тип ошо ғалим тәүге тапҡыр әйткән. 1884—1891 йылдарҙа "Эпос"тың ул ваҡытҡа билдәле булған бөтә фрагменттарын америка тикшеренеүсеһе Пауль Хаупт баҫтырып сығара[10][11][24].
"Эпос"ты тапҡандан һуң, тексты тикшереүҙәр башлана. Ассирий-вавилон мифтары һәм эпик текстары транскрипциялары һәм тәржемәләренең фундаменталь баҫмаһын сығарған Петер Иенсен был эштең нигеҙен эшләгән. Артабан быуаттың дүрттән өс өлөшө дауамында йөҙҙән ашыу фрагменттар дөрөҫ тәртиптә урынлаштырылған, һәм шулай уҡ һаҡланған өҙөктәрҙең тәржемәһе аныҡланған[10].
1930 йылда Р. Кэмпбелл-Томпсон "Эпос"тың ул ваҡытта билдәле булған фрагменттарын асығыраҡ итеп өйрәнгәнде яңынан баҫыу эшенә тотона. Артабан да башҡа күп фрагменттар табылған, һәм шулай уҡ "Эпос"тың ҡайһы бер шумер прототиптары баҫылған[10].
"Эпос"ты өйрәнеү хәҙерге ваҡытта ла дауам итә, ул күп телдәргә, шул иҫәптән, урыҫ теленә, тәржемә ителгән. 1958 йылда Парижда уны тикшереүгә бағышланған халыҡ-ара конференция ойошторола[10]. 2003 йылда британ тикшеренеүсеһе Эндрю Джордж, "Эпос"тың һуңыраҡ табылған фрагменттары тәржемәһен өҫтәп, ике томлыҡ фәнни баҫмаһын, ә бынан бер нисә йыл алдараҡ — аккад һәм иҫке вавилон версиялары менән, шулай уҡ Гилгәмеш менән бәйле шумер прототиптарын да индереп, популяр баҫма сығарҙы[34], к которому был приложен клинописный текст[35][36].
1938 йылда "Эпос"тың А. Шотт башҡарған немец теленә тәржемәһе донъя күрҙе. 1958 йылда был тәржемәне В. фон Зодено яңынан эшкәртте[37]. Ул немец ассириологияһы өсөн классик һанала ине, әммә иҫкергән тип танылып, 2005 йылда ассириолог Штефан Мауль немец теленә яңы тәржемәһен баҫтырҙы, һәм уның тәржемәһе башҡа ассирологтарҙың юғары баһаһын алды. 2009 йылда "Эпос"тың Вольфганг Рёллиг башҡарған немец теленә тағы бер тәржемәһе сығарылды[38].
Күп тәржемәселәр поэманың үҙенә генә хас (оригиналь) тексын, уның шиғри формаһын һаҡлап, европа телдәренә тәржемә итергә маташтылар. Был тырышлыҡтар әлеге көндә лә туҡтамай. Немец, француз, инглиз, һолланд, дат, фин, швед, чех, итальян, иврит, грузин, әрмән һәм урыҫ телдәренә тәржемәләре бар. Һуңғы эштәрҙән көнсығышты өйрәнеүсе ғалим Жан Боттероның (1992) француз теленә тәфсирле тәржемәһен һәм профессорҙар Р. Ж. Турне һәм А. Шафферҙың тәржемәләрен билдәләргә кәрәк[10][24].
Над сим Гильгамешем трудились
Три мастера, равных друг другу,
Был первым Син-Лики-Унинни,
Вторым был Владимир Шилейко,
Михаил Леонидыч Лозинский
Был третьим. А я, недостойный,
Один на обложку попал.
Шағир Николай Степанович Гумилёв 1918 йылда "Эпос"ты урыҫ теленә тәржемә иткән. Нигеҙ итеп ул бынан саҡ ҡына алда "Эпос"тың көнсығышты өйрәнеүсе француз ғалимы Дорм Эдуар Поль тәржемәһен алған. Гумилёвҡа был осраҡта шумер һәм ассирий текстары белгесе Шилейко Владимир Казимирович консультация бирә, һәм ул шағирҙың 1919 йылда яҙылған тәржемәһенә инеш һүҙ яҙа. Дормдың тәржемәһе кеүек үк, Гумилёвтың тәржемәһендә лә хаталар бар. Бынан тыш, Гумилёв тәржемәгә үҙе ижад иткән өҙөктәр өҫтәй[24].
Урыҫ теленә тағы бер тәржемәне Шилейко ауҙарҙы. Аккад теле һәм аккад мәҙәниәте белгесе булараҡ, ул Гилгәмеш менән бәйле төрлө темаларҙы өйрәнгән. 1919 йылда, Джордж Смит кеүек, ул осорҙа аккад телендә генә билдәлелек алған "Гилгәмеш хаҡында эпос"тың шумер прототибы ла булырға тейеш тип фаразлаған була, тик был фаразы ғалимдың вафатынан һуң ғына раҫланды. Шилейко "Эпос"тың тәржемәһен 1920 йылға тамамлай. Шилейко "Эпос"тың шиғри формаһына ла иғтибарын бүлгән. Уны урыҫ теленә ауҙарыр өсөн, метр сифатында рус шиғриәтенә Александр Александрович Блок индергән дольник алымын һайлаған. Тәржемә «Көнсығыш әҙәбиәт» нәшриәтендә «Ассирий-вавилон эпосы» томы составында баҫылырға тейеш була, әммә 1925 йылда нәшриәт ябыла, һәм том донъя күрмәй, ә автор үлгәндән һуң, ҡулъяҙма юғала. Шилейко ғаиләһендә ҡулъяҙманың икенсе күсермәһе һаҡланған була. 1987 йылда шул яҙманың өҙөктәре Иванов Вячеслав Всеволодовичтың «Всходы вечности» йыйынтығында һәм 1994 йылда А. В. Шилейконың «Через время» йыйынтығында баҫыла. Фәҡәт 2007 йылда ғына В. В. Емельянов «Ассирий-вавилон эпосы» китабын нәшер итә[24][39][40].
1961 йылда көнсығыш ғилеме белгесе (востоковед) Дьяконов Игорь Михайлович "Эпос"тың урыҫ теленә артабанғы тәржемәһен тәҡдим итә. Гумилёвтан айырмалы рәүештә Дьяконов тәржемәне аккад теленән яһай. Шуның менән бергә ул Шилейко тәржемәһенең ҡулъяҙмаһы менән дә таныш була һәм шиғри форманы биреү маҡсатында шулай уҡ дольник алымын ҡуллана. Тәржемә күп белешмә материал менән тәьмин ителгән һәм филологик аныҡлыҡ менән айырылып тора. Бынан тыш, Дьяконов текстың бөтә версияларын айырған, һәм шулай уҡ юғалған һәм боҙолған фрагменттарының ҡатмарлылығын күрһәткән[24]. Был тәржемә 1973 һәм 2006 йылдарҙа ҡабатлап баҫыла.
Липкин Семён Израилевич "Эпос"тың урыҫ теленә тағы бер тәржемәһен ижад иткән. Шилейко һәм Дьяконов филологик яҡтан аныҡ һәм киң белешмә биреү маҡсатын ҡуйып тәржемә итһә, Липкин «Эпос» тексын замансараҡ итергә тырышҡан. Тәржемә итеү нигеҙе итеп ул качестве основы для перевода он использовал перевод Дьяконова тәржемәһен файҙаланған. Әммә Липкин ритмды үҙгәрткән. "Эпос"тың өн структураһын өйрәнеү нигеҙендә ул дольникты өс ижекле метр менән алыштырған. Бынан тыш, тәржемәлә лакундар һәм шартлы реконструкциялар юҡ[24].
2012 йылда Рәсәй дәүләт гуманитар университетының боронғо Яҡын Көнсығыш тарихы һәм филологияһы кафедраһы хеҙмәткәрҙәре төркөмө "Эпос"тың Дьяконовтың урыҫ теленә тәржемәһенә Эндрю Джордждың 2003 йылда нәшеренән өҫтәлгән реконструкцияланған версияһын тәҡдим итә[41].
«Эпос»тың мәҙәни йоғонтоһо
үҙгәртергә«Гилгәмеш хаҡында эпос» — беҙҙең көнгә тиклем килеп еткән иң иртә эпик поэма, һәм шына менән яҙылғаниң эре әҫәр. Тап Гилгәмеш тураһындағы шумер хикәйәттәренән шиғри эпик яҙма әҙәбиәте үҫеше башланған. «Эпос» художество яҡтан ҙур ҡиммәткә эйә. Бынан тыш, уның аша вавилон әҙәбиәте үҫешен, шулай уҡ уның шумер әҙәбиәте менән үҙ-ара бәйләнешен күҙәтеп була. Гилгәмеш тураһындағы хикәйәттәрҙең шаңдауы һуңыраҡ сыҡҡан әҫәрҙәрҙә, шул иҫәптән иртә урта быуат әҫәрҙәрендә сағыла: IX быуатта сүриә яҙыусыһы Теодор бар Конай «Гелемгос»ты телгә алған[13][24][33].
XIX быуаттың икенсе яртыһында «Эпос»тың табылыуы уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы яңыртҡан, уның хәҙерге заман теленә ауҙарыуҙары ла донъя күрҙе. 1986 йылда француз телендә канада яҙыусыһы Ален Ганьондың «Гилгәмеш» романы баҫылған. «Гилгәмеш хаҡында эпос» И. В. Масленковтың «Сердце рождающего мрак» романы сюжеты нигеҙенә һалынған. Шул уҡ темаға бер нисә спектакль: Будвала Славян Вуйовичтың «Гилгәмеш»е (Черногория), Бедфордшир йәштәр театрында «Гилгәмеш хаҡында эпос». Шулай уҡ «Эпос»ҡа нигеҙләнгән музыкаль әҫәрҙәр: «Гилгәмеш», Франко Баттиато (Италия), «Гилгәмеш хаҡында эпос» Мартину Богуслав (Чехия), «Гилгәмеш», Пер Нёргор (Дания). Шулай уҡ У. Маранд либреттоһына һәм ҡуйылған Барри Труакстың «Гилгәмеш» музыкаль мистерияһы (АҠШ), «Гилгәмеш» Эндрю Ордоверҙың «Гилгәмеш» музыкаль драмаһы. Бынан тыш, «Эпосҡа» ҙур һанлы фәнни һәм фәнни-популяр әҙәбиәт бағышланған[24].
«Гилгәмеш хаҡында эпос» әҙәби әҫәрҙәргә нигеҙ булып торҙо. Ул Лем Станиславтың «Абсолют бушлыҡ» (1971) китабына индерелгән «Гигамеш» хикәйәһе эпосҡа нигеҙләнеп яҙылған[42]. Гилгәмеш америка фантасты Роберт Силвербергтың фантастик циклының төп геройы булып тора, шулай уҡ был циклға «Гилгәмеш батша» романы (1984) һәм 3 повесть — «Һәр кемдең үҙ тамуғы» (ингл. Gilgamesh in the Outback, 1986), «Әшәкелектең һоҡланыуы» (ингл. The Fascination of the Abomination, 1987) һәм «Гилгәмеш Урукта» (ингл. Gilgamesh in Uruk, 1988) әҫәрҙәре ингән, һәм 1989 йылда улар «Тереләр еренә» (ингл. To the Land of the Living) романына берләштерелгән[43].
«Гилгәмеш хаҡында эпос»ты йыш ҡына психоаналитик, неомифологик һәм бер нисә башҡа мәктәп вәкилдәре үҙҙәренең теоретик төҙөлмәләрендә файҙаланып, сағыштырыу материалы сифатында йәлеп итәләр. Атап әйткәндә, героик эпостың килеп сығыуы һәм үҫеше мәсьәләләрен өйрәнеүсе инглиз тикшеренеүсеһе Баура һәм совет әҙәбиәт белгесе Мелетинский Елеазар Моисеевич «Эпос»ты үҙҙәренең теоретик төҙөлмәләре иллюстрацияһы сифатында файҙаланғандар[25].
2014 йылда эпостың төп геройҙары хөрмәтенә ҡырмыҫҡаларҙың ике яңы төрөн атанылар: Tetramorium gilgamesh һәм Tetramorium enkidu[44].
«Гилгәмеш хаҡында эпос» һәм Тәүрат
үҙгәртергә«Эпос»тың XI таблицаһында (9—199-сы юлдар) бәйән ителгән ташҡын тураһындағы хикәйә тикшеренеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Унда Утнапиштим Гилгәмешкә үҙенең был көслө емергес тәбиғәт күренешенән тере ҡалған берҙән-бер кеше булғанын һөйләй. 1872 йылдың декабрендә был хикәйәнең әҙәби тәржемәһен Джордж Смит «Представления халдеев о потопе» тигән атама аҫтында тәүләп баҫып сығара, һәм был Бөйөк Британияла ғына түгел, бөтә донъяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята[11].
1914 йылда Арно Пёбель шумер табличкаһында ташҡынды тасуирлаған фрагментты баҫып сығара. Күп дәлилдәр буйынса, һуңынан «Эпос» менән органик рәүештә бәйләнгән тап шул текст ташҡын тураһындағы хикәйәнең тәүсығанағы булып тора[22][32].
Күп тикшеренеүселәр «Эпос»та тасуирланған ташҡындың Тәүратта бәйән ителгән Бөтә донъяны һыу баҫыу менән тап килгәненә иғтибар иткән, шуның һөҙөмтәһендә Тәүратта Бөтә донъяны һыу баҫыуҙы тасуирлау тап шул «Гилгәмеш хаҡында эпос»ҡа барып тоташа тигән фараз әйтелгән. Һәм был фараз Тәүраттың аллаға бөтөнләй бирелеп ышаныуын кире ҡағыу өсөн раҫлау сифатында файҙаланылған[11].
Шул уҡ ваҡытта күп яҡын көнсығыш халыҡтарында һыу баҫыу тураһындағы легендәләр булғанлығын иҫәпкә алып, «Эпос» та, Тәүрат та ташҡын тураһындағы мәғлүмәтте дөйөм сығанаҡтан үҙләштергән тигән фараз да бар[45][46].
Тикшеренеүселәр Тәүратта «Эпос» менән башҡа параллелдәр ҙә табалар. Атап әйткәндә, Энкиду һәм Шәмхәт тарихы һәм Тәүраттағы Әҙәм менән Һауа хикәйәһе араһында оҡшашлыҡ бар тип билдәләнеләр[47]. Аллалар хужабикәһе Сидуриҙың Гилгәмешкә әйткән һүҙҙәре (X таблица) ғәмәлдә «Екклесиаст китабы»нда ҡабаттан бәйән ителә (Еккл. 9:7—10)[48].
Баҫмалар
үҙгәртергәШына яҙмалы текстар, аккад теленән транскрипциялар
үҙгәртергә- Haupt Р. Das babylonische Nimrod-Epos. — Leipzig, 1884—1890. (Без транскрипции).
- Jensen P. Assyrisch-babylonische Mythen und Epen. Keilinschriftliche Bibliothek, VI, 1. — Berlin, 1900. (Без клинописного текста).
- Meissner В. Ein altbabylonisches Fragment des Gilgamosepos. Mitteilungen der Vorderasiatischen Gesellschaft, VII. — Leipzig, 1902.
- Dhorme E. Choix des textes religieux assyro-babyloniens. — Paris, 1907. (Без клинописного текста).
- Langdon S. Tha Epic of Gilgamish. Publications of the Babylonian Section of the University Museum of the University of Pennsylvania, X, 3. — Philadelphia, 1917.
- Ebeling E. Keilschrifttexte aus Assur Religiösen Inhalts. 28—34. Wissenschaftliche Veröffentlichung der Deutschen Orient-Gesellschaft. — Leipzig, 1915—1919.
- Jastrow M., Clay A. An Old Babylonian Version of the Gilgamesh Epic, Yale Orienial Series, Researches, IV, 3. — New Haven, 1920.
- Hrozný В. Keilschrifttexte aus Boghazköy, VI. — Leipzig, 1921.
- Keilschrifturkunden aus Boghazköy, IV. — Berlin, 1922.
- Keilschrifturkunden aus Boghazköy, VIII. — Berlin, 1924.
- Campbell Thompson R. The Epic of Gilgamish. — Oxford, 1930.
- Gurney O. R. Two Fragments, from the Epic of Gilgamesh from Sultan Tepe. Journal of Cuneiform Studies, VIII, 3. — 1954. — P. 87, 39.
- Gurney O. R., Finkelstein J. J. The Sultantepe Tablets, I. — London, 1957. (Без транскрипции).
- Bauer Th. Ein viertes altbabylonisches Fragment des Gilgames-Epos. Jpurnal of Near Eastern Studies, XVI, 4. — 1957. — 254 p.
- Van Dijk J. J. Textes divers du Musée de Baghdad, II. «Sumer», XIII. — 1957. — 65 p.
- Van Dijk J. J. Un songe d'Enkidu. «Sumer», XIV. — 1958. — 114 p.
- Goetze A., Levy S. Fragment of the Gilgamesh Epic from Megiddo, «'Atiqot», II. — 1959. — 121 p.
Шумер фараздары (транскрипциялры һәм тәржемәләре)
үҙгәртергә- Kramer S. N. Gilgamesh and the Huluppu-tree / Oriental Institute of Chicago, Assyriological Studies, № 10. — Chicago, 1938.
- Kramer S. N. The Death of Gilgamesh / Bulletin of the American Schools of Oriental Research, 94. — 1944.
- Kramer S. N. Gilgamesh and the Land of the Living / Journal of Cuneiform Studies, I, 1. — 1947.
- Kramer S. N. Gilgames and Agga / American Journal of Archaeiogy, LIII, 1. — 1949.
- Van Dijk J. J. A. Textes divers. Tabulae cuneiformae a F. M. T. de Liagre Böhl collectae, II. — Leiden, 1957.
«Эпос» тәржемәләре
үҙгәртергә- Jensen P. Assyrisch-babylonische Mythen und Epen. «Keilinschriftliche Bibliothek», VI, 1. — Berlin, 1900.
- Dhorme Р. Choix de textes réligieux assyro-babyloniens. — Paris, 1907.
- Gressmann H. Altorientalische Texte zum Alten Testament. — Leipzig, 1909.; 2-е переработанное изд.: Leipzig, 1926. (Перевод Э. Эбелинга).
- Gressmann H., Ungnad A. Das Gilgamesch-Epos. — Gôttingen, 1911. (Перевод А. Унгнада).
- Ungnad A. Die Religion der Babylonier und Assyrer. — Jena, 1921.
- Campbell Thompson R. The Epic of Giigamish. — Oxford, 1928.
- Schott A. Das Gilgamesch-Epos. — Leipzig, 1938.; второе, полностью переработанное В. фон Зоденом издание: Stuttgart, 1958.
- de Liagre Böhl F. M. Th. Het Gilgamesj Epos. Nationaal heldendicht van Babylonia. — Amsterdam, 1941.; 2-е издание: Amsterdam, 1952; 3-е переработанное издание: Amsterdam, 1958 (с обширным комментарием).
- Heidel A. The Gilgamesh Epic and Old Testament Parallels. — Chicago, 1944..
- Pritchard J. B. Ancient Near Eastern Texts relating to the Old Testament. — Princeton, 1950.; 2-е переработанное изд.: Princeton, 1955. (Перевод Э. Α. Спайзера; там же перевод части шумерских поэм о Гильгамеше С. Н. Крамера).
- Matouš L. Epos о Gilgamešovi. — Praha, 1958.
- Furlani G. Miti babilonesi e assiri. — Roma, 1958.
- The Babylonian Gilgamesh Epic: Introduction, Critical Edition, and Cuneiform Texts (инг.) / Andrew George[en]. — Oxford University Press, 2003. — Vol. 1. — 986 p. — ISBN 978-0-199-27841-1.
- The Babylonian Gilgamesh Epic: Introduction, Critical Edition, and Cuneiform Texts (инг.) / Andrew George[en]. — Oxford University Press, 2003. — Vol. 2. — 986 p. — ISBN 978-0-199-27842-8.
- Урыҫ телендә
- Гумилев Η. С. Гильгамеш. — Пг.: Изд. Гржебина, 1919. (Перевод-переложение с французского).
- Эпос о Гильгамеше («О все видавшем») / Перевод с аккадского И. М. Дьяконова. — М.—Л.: Издательство Академии наук СССР, 1961. — 221 с. — (Литературные памятники).
- Эпос о Гильгамеше («О все видавшем») // Библиотека всемирной литературы. Том 1. Поэзия и проза Древнего Востока. — М.: Художественная Литература, 1973. — С. 166—220.
- Светлов Р. В. Гильгамеш (рассказ) // Прорицатель. Гильгамеш. Легенда о Тевтобургском лесе. — Авторский сборник. — СПб.: Комплект, 1994. — 403 с. — 7400 экз. — ISBN 5-88596-009-7.
- Эпос о Гильгамеше («О все видавшем») / Перевод с аккадского И. М. Дьяконова. — СПб.: Наука, 2006. — 221 с. — (Литературные памятники). — ISBN 5-02-027018-0. (Репр. изд. 1961 года)
- Гильгамеш / Перевод аккадского эпоса в стихотворном переложении Семёна Липкина. — СПб.: Пушкинский дом, 2001. — 116 с. — ISBN 9785898030766.
- Эпос о Гильгамеше (статьи и фрагменты) // Ассиро-вавилонский эпос / Переводы с шумерского и аккадского языков В. К. Шилейко. Изд. подгот. В. В. Емельянов. Отв. ред. И. М. Стеблин-Каменский. — СПб.: Наука, 2007. — С. 353—400. — (Литературные памятники). — ISBN 978-5-02-026463-2.
- Эпос о Гильгамеше. О все видавшем. — М.: Эксмо, 2005. — 544 с. — (Антология мудрости). — ISBN 978-5-699-10874-9.
- Коган Л. Е., Нуруллин Р. М. Гильгамеш И. М. Дьяконова: попытка реставрации // Вестник древней истории. — 2012. — № 3. — С. 191—232. Архивировано из первоисточника 7 декабрь 2014.; № 4. — С. 220—263.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Thompson S. Motif-Index of Folk-Literature (ингл.): A Classification of Narrative Elements in Folktales, Ballads, Myths, Fables, Medieval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends — 1958.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Thompson S. Motif-Index of Folk-Literature (ингл.): A Classification of Narrative Elements in Folktales, Ballads, Myths, Fables, Medieval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends — 1958.
- ↑ 3,0 3,1 Thompson S. Motif-Index of Folk-Literature (ингл.): A Classification of Narrative Elements in Folktales, Ballads, Myths, Fables, Medieval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends — 1958.
- ↑ 4,0 4,1 Thompson S. Motif-Index of Folk-Literature (ингл.): A Classification of Narrative Elements in Folktales, Ballads, Myths, Fables, Medieval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends — 1958.
- ↑ 5,0 5,1 Thompson S. Motif-Index of Folk-Literature (ингл.): A Classification of Narrative Elements in Folktales, Ballads, Myths, Fables, Medieval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends — 1958.
- ↑ Thompson S. Motif-Index of Folk-Literature (ингл.): A Classification of Narrative Elements in Folktales, Ballads, Myths, Fables, Medieval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends — 1958.
- ↑ Thompson S. Motif-Index of Folk-Literature (ингл.): A Classification of Narrative Elements in Folktales, Ballads, Myths, Fables, Medieval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends — 1958.
- ↑ Керам К. Боги, гробницы, ученые. — С. 215—216.
- ↑ 9,0 9,1 Керам К. Боги, гробницы, ученые. — С. 217—219.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 10,7 Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 132—134.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Матвеев К. П., Сазонов А. А. Эпос о Гильгамеше и его связь с Библией.
- ↑ 12,0 12,1 Крамер Сэмюэл Н. История начинается в Шумере. — С. 215—216.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 91—92.
- ↑ The 'Epic of Gilgamesh' revised: 2,600-year-old clay tablet adds a new chapter to one of the first great works of literature and reveals ‘Cacophonous Abode of Gods’
- ↑ Афанасьева В. К. Гильгамеш и Энкиду. — С. 115.
- ↑ 16,0 16,1 Афанасьева В. К. Гильгамеш и Энкиду. Эпические образы в искусстве. — С. 97—99.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 109—113.
- ↑ Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 113—114.
- ↑ Афанасьева В. К. Гильгамеш и Энкиду. Эпические образы в искусстве. — С. 103.
- ↑ 20,0 20,1 20,2 20,3 20,4 Крамер Сэмюэл Н. История начинается в Шумере. — С. 222—225.
- ↑ Емельянов В.В. Гильгамеш. — С. 83—84.
- ↑ 22,0 22,1 Крамер Сэмюэл Н. История начинается в Шумере. — С. 175—180.
- ↑ Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 103—108.
- ↑ 24,00 24,01 24,02 24,03 24,04 24,05 24,06 24,07 24,08 24,09 Емельянов В. В. Гильгамеш // Молодая гвардия. — М., 2015. — С. 231, 346. — ISSN 978-5-235-03800-4.
- ↑ 25,0 25,1 25,2 25,3 25,4 25,5 25,6 25,7 25,8 Афанасьева В. К. Гильгамеш и Энкиду. Эпические образы в искусстве. — С. 110—111.
- ↑ Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 121—122.
- ↑ 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 27,5 27,6 27,7 27,8 Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 116—119.
- ↑ Шилейко В. К. Введение к переводу Н. Гумилева // Эпос о Гильгамеше (статьи и фрагменты). — С. 354.
- ↑ Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 144—145.
- ↑ Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 137.
- ↑ 31,0 31,1 31,2 Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше. — С. 119—123.
- ↑ 32,0 32,1 История древнего мира. — С. 132—133.
- ↑ 33,0 33,1 Афанасьева В. К. Гильгамеш и Энкиду. Эпические образы в искусстве. — С. 99—102.
- ↑ The Babylonian Gilgamesh Epic: Introduction, Critical Edition, and Cuneiform Texts (инг.) / A. George[en]. — Oxford University Press, 2003.
- ↑ Соловьев А. Н. Миф о Гильгамеше // Альманах «Архетипические исследования». — 2011. — В. 4. Архивировано из первоисточника 14 март 2018.
- ↑ Коган Л. Е., Нуруллин Р. М. Гильгамеш И. М. Дьяконова: попытка реставрации. — 2012. — № 3. — С. 193.
- ↑ Schott A. Das Gilgamesch-Epos. — Leipzig, 1938.; второе, полностью переработанное В. фон Зоденом издание: Stuttgart, 1958.
- ↑ Коган Л. Е., Нуруллин Р. М. Гильгамеш И. М. Дьяконова: попытка реставрации. — 2012. — № 3. — С. 192.
- ↑ Немировский А. А. Ассиро-вавилонский эпос. Переводы с шумерского и аккадского языков В. К. Шилейко / Изд. подгот. В. В. Емельянов. Отв. ред. И. М. Стеблин-Каменский. СПб.: Наука, 2007 г. (серия «Литературные памятники») // Вестник СПбГУ. — 2009. — № 4. — С. 138—142. — ISSN 2074-1227.
- ↑ Ассиро-вавилонский эпос. — С. 460.
- ↑ Коган Л. Е., Нуруллин Р. М. Гильгамеш И. М. Дьяконова: попытка реставрации // Вестник древней истории. — 2012. — № 3. — С. 191—232. Архивировано из первоисточника 7 декабрь 2014.; № 4. — С. 220—263.
- ↑ Станислав Лем «Гигамеш» . Лаборатория фантастики. Дата обращения: 29 март 2014.
- ↑ Роберт Силверберг «Гильгамеш» . Лаборатория фантастики. Дата обращения: 29 март 2014.
- ↑ Hita Garcia, F.; Fisher, B. L. The hyper-diverse ant genus Tetramorium Mayr (Hymenoptera, Formicidae) in the Malagasy region taxonomic revision of the T. naganum, T. plesiarum, T. schaufussii, and T. severini species groups (инг.) // ZooKeys : Журнал. — Sofia: Pensoft Publishers, 2014. — Т. 413. — С. 1—170. — ISSN 1313-2970.. doi: 10.3897/zookeys.413.7172
- ↑ Фрейзер Джеймс Джордж. Великий потоп // Фольклор в Ветхом Завете. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1990. — ISBN 5-250-01011-3.
- ↑ Вейнберг Й. Введение в Танах. Ч. 1. — М.—Иерусалим, 2002. — С. 165—166.
- ↑ Gmirkin Russell. Berossus and Genesis, Manetho and Exodus. — Continuum, 2006. — С. 103.
- ↑ Van Der Torn Karel. Did Ecclesiastes copy Gilgamesh? // BR, 16/1. — Feb 2000. — P. 22ff.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Афанасьева В. К. Гильгамеш и Энкиду. Эпические образы в искусстве. — М.: Наука, 1979. — 219 с. — (Культура народов Востока).
- Тураев Б. А. История Древнего Востока. — Мн.: Харвест, 2004. — 752 с. — 5000 экз. — ISBN 985-13-1472-2.
- Иванов В. В. Ещё одно рождение Гильгамеша // Иностранная литература. — М., 2000. — № 10. — С. 257—280.
- Керам К. Боги, гробницы, ученые / Пер. с нем. А. С. Варшавского; Послесл. и коммент. В. И. Гуляева. — М.: Республика, 1994. — 351 с. — ISBN 5-250-02261-8.
- Крамер Сэмюэл Н. История начинается в Шумере / Под редакцией и с предисловием академика В. В. Струве; Перевод Ф. Л. Мендельсона. — М.: Наука, 1965. — 256 с.
- Дьяконов И. М. Эпос о Гильгамеше // Эпос о Гильгамеше («О все видавшем») / Перевод с аккадского И. М. Дьяконова. — М.—Л.: Издательство Академии наук СССР, 1961. — С. 91—143. — (Литературные памятники).
- Матвеев К. П., Сазонов А. А. Эпос о Гильгамеше и его связь с Библией // Земля Древнего Двуречья: История, мифы, легенды, находки и открытия. — М.: Молодая гвардия, 1986. — 160 с.
- Ҡалып:Книга:История древнего мира
Һылтанмалар
үҙгәртергәЭпос о Гильгамеше Викикитапханала | |
Эпос о Гильгамеше Викимилектә |
- Эпос о Гильгамеше: («О всё видавшем») / Перевод с аккадского И. М. Дьяконова. — М.; Л.: Издательство Академии наук СССР, 1961. — 214 с.: ил. (pdf)
- The Epic of Gilgames (ингл.). The Digital Library Book. Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано из оригинала 14 апрель 2013 года.
- Эпос на youtube (ингл.). Дата обращения: 5 ноябрь 2014.
Ҡалып:Древнее Междуречье Ҡалып:Шумеро-аккадская мифология Ҡалып:Сказания о Гильгамеше