Мерәҫ (Ырымбур өлкәһе)

Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районындағы ауыл

Мерәҫ (рус. Мрясово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Ҡыуай ауыл советы биләмәһенә керә.

Ауыл
Мерәҫ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Новосергиевка районы

Координаталар

52°07′ с. ш. 54°01′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 231 813 003

ОКТМО коды

53 631 413 111

Мерәҫ (Рәсәй)
Мерәҫ
Мерәҫ
Мерәҫ (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Мерәҫ

Ырымбур өлкәһенән аҡҡан Ҡыуайыр йылғаһы буйында, Туҡ-Соран башҡорттары төпләнеп йәшәгән урындан көньяҡҡа табан Юрматы ырыуы кешеһе Мерәҫ Айыуҡасов яңы ауылға нигеҙ һала, һәм был тораҡ пункты уның исеме менән Мерәҫ тип атала, ауылды Ҡыуайыр йәки Танғатар ҙа тип атайҙар. Хәҙер ауыл Ырымбур өлкәһенең Новосергеевский районына инә. 1761 йылда Мерәҫ Айыуҡасов Юрматы улусыноң башҡа вәкилдәре менән бергә Тор йылғаһы буйындағы ырыу ерҙәрен И. Твердышевҡа һәм И. Мясниковҡа һатыуҙа ҡатнаша. Ошо уҡ документта уның ҡустыһы Ялан Айыуҡасов та атап үтелә. Мерәҫ Айыуҡасовтың улдары: Айсыуаҡ (1775 — 1841), Хәмит (1779 — 1852), Хәлит ( 1781 — 1833) һәм Айыт (1789 й. т.). Мерәҫ ауылына Тәтегәс бей вариҫтары Сытырман һәм Аллағыуат ауылдарынан күсенеп килеп төпләнә[1].

1795 йылғы V рәүиз материалдарында, Мерәҫ ауылы Мишәр-Юрматы улусына ҡарай, тип билдәләнелә. Ундағы 10 ихатала 76 кеше йәшәй. 1834 йылдағы рәүиз буйынса унда 343 кешенең йәшәүе теркәлә. Ә 1859 йылда 26 ихатала 544 кеше йәшәй (270 ир-егет һәм 274 ҡатын ҡыҙ). 1847 йылда ауыл IX Башҡорт кантонының 36-сы йорто составына, ә 1855 йылдан 1-се кантондың 7-се йортона ҡарай. Кантон системаһы бөтөрөлгәндән һуң Ырымбур өйәҙенең Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1900 йылда ауылда 604 кеше йәшәй. Ауылда 4 ара була: "нуғай", "күсей", "болот" һәм "һалауар"[1]. Мерәҫ ауылы халҡы ярымкүсмә тормошта йәшәй. Уларҙың йәйләүҙәре Һамар йылғаһының үрге ағымына тиклем барып етер була. 1830 йылда Мерәҫтә мәсет асыла[1].

Тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Мерәҫ ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Юрматы улусы ҡарамағында була[2].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составына керә, ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.

1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 764 кеше, башлыса башҡорттар йәшәгән[3].

1795 1834 1866 1900[2]
76 343 378 604
Халыҡ иҫәбе
2010[4]
299

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[5].

Инфраструктура

үҙгәртергә

Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты бар[6]. «Дала ҡыңғырауҙары» балалар вокал ансамбле эшләй[7].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 209-2010. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  2. 2,0 2,1 2,2 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. История Башкортостана во второй половине XIX — начале XX века. В 2 т.: Т. I. — Уфа: Гилем, 2006. — С. 258. — 240 с. — ISBN 5-7501-0693-4.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Администрация муниципального образования Кувайский сельсовет Новосергиевского района Оренбургской области 2016 йыл 30 июль архивланған.
  7. Новосергиевский район // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. Юрматы.— Уфа, 2017. — 154 с/64 стр.: илл.

Һылтанмалар

үҙгәртергә