Ҡалып:Этническая общность

XIII б. башында Байкал аръяғындағы меркеттәр
Джованни Джакомо Де Росси картаһында меркеттәр (Merkat). 1687 й.

Меркеттәр (Мергедтәр, алдан. монг. мэргид һәм бүр. мэргэд — «теүәл, оҫта») — XIII быуат башында Сыңғыҙхан империяһына ингән монгол ҡәбиләһе. Байкал аръяғының (Рәсәй Бүрәт Республикаһының көньяғы) көньяҡ-көнбайышында һәм хәҙерге үҙәк Монголияның төньяғында йәшәгәндәр.

Этник сығышы

үҙгәртергә

Күпселек тарихсылар Рәшит-Әд-Дингә (меркеттәр — монгол ҡәбиләләренең бер өлөшө) барып тоташҡан традицион версияға таянһа ла, башҡа версиялар ҙа тәҡдим ителә:

  • Самодий гипотезаһы: Л. Н. Гумилёв меркеттәрҙе көньяҡ самодий ҡәбиләләренең[1] көнсығыш төркөмөнә индерә. В. А. Туголуков, Марко Полоның "бекрин халҡы"ның болан аҫырауы, шулай уҡ Байкал аръяғы тунгус «меркеттәре» этнонимдарына оҡшашлығы тураһында әйткәненә иғтибар итеп, гипотезаны аргументлыраҡ үҫтерә.
  • Төрки тигән фаразлау көнбайыш тарихнамәһенең ҡайһы бер хеҙмәттәрендә таралған.

Әҙәбиәттә меркет һәм мекрит/ мекрин/бекрин[2][3] этнонимдарын айырыу ҡабул ителгән. Плано Карпинимеркет һәм мекриттарҙы ике айырым монгол ҡәбиләһе булараҡ күрһәтә[4]. Францискандар[5] мекриттәрҙе һәм меркеттәрҙе терминологик яҡтан ғына түгел, территориаль яҡтан да айыра.

Сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр телгә алыныуы

үҙгәртергә

Меркеттәр («мэйлицзи») сығанаҡтарҙа этник берләшмә булараҡ XI быуат аҙағында күренә башлай. Ҡытайҙарҙың "Кидандар тарихы"на ярашлы, 1093 йылда кидандар хәрби юлбашсыһы Вотэп меркеттәргә поход ойоштора һәм уларҙы ҡыйрата. Е.И. Кычанов меркеттәр йәнәсәй ҡырғыҙҙарының бер өлөшө булыуы һәм Ҡырғыҙ ҡағанатында йәшәгән халыҡтар һәм ҡәбиләләр иҫәбенә инеүе мөмкин, тип иҫәпләй[6].

Ҡәбилә структураһы

үҙгәртергә

Меркеттәр өс: увас(хоас), хаат һәм удуит тармаҡтарына бүленә. Удуит-меркеттәр иң күп һанлы булған һәм түбәндәге: уйҡур, мудан, тудаклин һәм джиюн подразделениеларына бүленгән. XII быуаттың икенсе яртыһында тудур-Билге улы Тохтоа-беки удуит-меркеттәрҙең хакимы; Дайр-Усун һәм Хаатай-Дармала[7] увас-меркеттәр һәм хаат-меркеттәрҙең юлбашсылары булған.

Меркеттәр һәм Сыңғыҙхан

үҙгәртергә

«Монголдарҙың күңел түрендәге хикәйәте»нә ярашлы, Темужиндең әсәһе Оэлун меркет Чиледаға кейәүгә сығырға тейеш була, әммә уны Есугей-баһатур урлап алып китә. Һуңғараҡ өс йөҙ меркет йәш Темужиндың торағына рейд яһай, һәм, ҡатыны атаһы Есугей Оэлунды урлағаны өсөн үс алып, меркеттәр Темужиндың ҡатыны Бөртэне алып ҡаса. Был меркеттәр тарихында киҫкен осор була.

Темужин, ҡатынын ҡайтарыу маҡсатында, Тоғрул хан етәкселеге аҫтында монгол-кереиттәрҙе мобилизациялай, меркеттәр өлөшләтә үлтерелә, өлөшләтә Байкал аръяғына ҡаса. Беренсе еңелеүҙән һуң меркеттәргә рейдтар тағы ла егерме йыл дауам итә. Әммә меркет әсирлегендә Бөртэнең, фаразлауҙар буйынса, уны кәнизәк итеп алған меркит Чильгирҙан Джучи исемле улы тыуа. Темужин үҙенең аталығын таный, әммә хатта Джучиҙың бер туған ҡустыһы Сағатай ҙа уны «меркет әсирлеге вариҫы» тип атай.

Сыңғыҙ хан меркиттарҙың береһен дә иҫән ҡалдырмаҫҡа, барыһын да үлтерергә ҡарар итте, сөнки меркет ҡәбиләһе фетнәле һәм яугир, уға ҡаршы бик күп тапҡыр һуғышты... Әҙ генә иҫән ҡалғандар йә әсә ҡарынында булған, йә туғандарында йәшеренгән.{{oq|ru| Чингис-хан постановил, чтобы никого из меркитов не оставляли в живых, а всех убивали, так как племя меркит было мятежное и воинственное и множество раз воевало с ним... Немногие оставшиеся в живых или пребывали тогда в утробах матери, или были скрыты у родственников[8].

Меркеттәр еңелгәндән һуң

үҙгәртергә

1206 йылда Темужин Сыңғыҙхан тип иғлан ителгән ваҡытта, күрәһең, меркеттәр үҙ аллы этносоциаль структура булып өлгөрмәгән булғандыр. Уларҙың ҡалдыҡтары монгол дәүләте улустарына таратыла. Күп кенә меркеттәр башҡа монгол ҡәбиләләренә ҡушыла, йәки көнбайышҡа күсеп китә, унда ҡыпсаҡтарменән ҡатнаша.

1215—1218 йылдарҙа Джебе һәм Субэдэй элекке юлбашсыһы Тохтоа-беки улдары етәкселегендәге меркеттәрҙең ҡалдыҡтарын ҡыйрата.

Сыңғыҙхандың Хулан исемле меркет ҡатыны була; Үгеҙәйҙең ҡатыны Дорегене һәм уның улы Гуюк Оғыл-Гаймыш ҡатыны ла меркет булған. Меркет Баян һәм уның туғаны Тогто Ҡытайҙағы Юань монгол династияһының советнигы булып хеҙмәт итә. Монголдар Ҡытайҙан ҡыуылғандан һуң уларҙың тоҡомдары Төньяҡ Юань башҡа ырыу-ҡәбилә берләшмәләре араһында айырым клан тәшкил итә.

Меркет хакимдары

үҙгәртергә
  • Тудур-билге (XII быуат уртаһы — яҡынса 1170), атаһы Тохтоа-беки;
  • Тохтоа-беки (1170—1205/1208)[9], улы Тудур-билге;
  • Хуту һәм Тогус-беки (12061218), Тохтоа-бекиҙың улдары.

Меркеттәрҙең хәҙерге тоҡомдары

үҙгәртергә

Монгол халыҡтары араһында

үҙгәртергә
  • Бүрәттәр араһында меркет сығышлы ырыуҙар бар. Хори-бүрәт ырыуы хуасай (ухасай) хоас (увас)[2]меркет тармағына туғандаш. Хамниган ырыуы составына исеме «мекрит/ меркит»[10] этнонимының бер формаһы булып торған мәкерчин ырыуы инә.
  • Монголияла меркет ырыуының түбәндәге вәкилдәре: мэргэд, хардал мэргэд, их мэргэд, бага мэргэд, мэргэд онход йәшәй. Хардал мэргэд ырыу атамаһын йөрөтөүселәр Булган аймағының Бүрэгхангай сомонында; Сухэ-Батор аймағының Улубаян сомонында, Селенга аймағыныңАлтанбулаг, Хүдер сомонында, Кобдо аймағының Манхан сомонында йәшәйҙәр. Мэргэд, их мэргэд, бага мэргэд ырыуы вәкилдәре — сомондарҙа, Хэнтэй аймағының Дадал, Дархан, Дэлгэрхаан, Жаргалтхаан, Херлэнбаян-Улаан сомондарында йәшәй. Хубсуғол аймағының Эрдэнэбулган һәм Төмөрбулаг сомондарында их мэргэд ырыуы йәшәй[11].
  • Монголияла түбәндәге ырыу фамилияларын йөрөтөүселәр: мэргэд, бага мэргид, бага мэргэд, бага мэргэн, боржигин мэргэн, их мэргид, их мэргэ, их мэргэд, их мэргэн, мергед, мергит, меркед, меркет, меркид, меркит, мерхед, мерхет, мэргед, мэргид, мэргэ, мэргэ боржигон, мэргэд тайж, мэргэдүүд, мэргэн, мэргэн боржигин, мэргэн боржигон, мэргэн ноён, мэргэн тайж, мэргэнүүд, мэргэт, мэргэч, мэргэчин, мэргэчүүд, мэргээ, мэркит, мэрхид, мэрхит, мэрхэд, мэрхэт, тайж мэргэд, увас мэргид, увас мэргэд, хардал мэргид, хардал мэргэд, хардал мэргэн, эрх мэргэд, эрхи мэргэд, эрхи мэргэн, эрхий мэргэд, эрхий мэргэн, мэкээрчин, мэхээрч, мэхээрчин, тутаг, хаад, хаат йәшәй[12]. Удуит меркиттәр составына ингән мудандар мудар, модор һәм модоргон кеүек хәҙерге заман ырыуҙарына туғандаш[11]. Монголияла мудар, модор, модорго, модоргон сартул ырыуҙары фамилияларын йөрөтөүселәр йәшәй[12].
  • Эске Монголия территорияһында йәшәүсе көньяҡ монголдар составында: мэргэд, мэргэчид[13] ырыуҙары билдәләнгән. Мэргэд ырыуы, атап әйткәндә, ордостар[14] составына инә.
  • Волга буйы ҡалмыҡтары, башлыса торгуттар, составында ике «аймаҡ» төркөмө — хо-меркиттәр («аҡ йәки юғары зат меркеттәр») һәм ики-меркиттәр («оло меркиттәр») бар. Меркиттәр (мэргэд) шулай уҡ Монголия торгуттары составында ла бар[15]. Дон ҡалмыҡтары составында түбәндәге меркит ырыуҙары: хо-меркит, шар-меркит, хар-меркит билдәле. Ц. Д. Номинханов мәғлүмәттәре буйынса, хо-меркиттәр үҙҙәрен Әйүки хан вариҫтары (тох) тип, ә шар-меркиттәр үҙҙәрен Мазан батыр вариҫтар (тох) тип иҫәпләйҙәр. Меркиттар һирәгерәк Ҡалмыҡстан дербеттәре, атап әйткәндә: меркетняхин[16] һәм мергечуд[17] составында осрай.

Төрки халыҡтары араһында

үҙгәртергә

Хазарийҙар араһында

үҙгәртергә
  • Афғанстанда йәшәүсе меркеттәр хазарийҙар составында ҡәбиләләрҙең береһен — меркет[23]барлыҡҡа килтергән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 19 октябрь 2006.
  2. 2,0 2,1 Ушницкий В. В. Исчезнувшее племя меркитов (мекритов): к вопросу о происхождении и истории (русский) // Вестник НГУ. Серия: История, филология. — 2009. — Т. 8. — № 3: Археология и этнография. — С. 212—221. Архивировано из первоисточника 14 май 2019.
  3. Ушницкий В. В. Загадка племени меркитов: проблема происхождения и потомства (русский) // Вестник Томского государственного университета. История. — 2013. — В. 1 (21). — С. 191—195. — ISSN 1998-8613. Архивировано из первоисточника 14 май 2019.
  4. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Д. П. Карпини. [ ]. Дата обращения: 4 февраль 2009.
  5. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Ц. де Бридиа. [ ]. Дата обращения: 24 май 2019.
  6. Акеров Т. А., 2012, с. 40—42
  7. «Сокровенное сказание монголов», § 102.
  8. Рашид-ад-Дин. Сборник летописей. М.: Л., 1952. Т.1, кн. 2. — С. 116
  9. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 19 октябрь 2006.
  10. Нанзатов Б.З. Урульгинский котел: взаимодействие дагуров, солонов, монголов, маньчжуров, бурят и эвенков на востоке Бурятии // Вестник БНЦ СО РАН. — 2012. — № 3 (7). Архивировано из первоисточника 23 июнь 2019.
  11. 11,0 11,1 Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э.П. Бакаева, д.и.н. К.В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 109. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  12. 12,0 12,1 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 12 декабрь 2020.
  13. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 22 ғинуар 2011.
  14. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  15. Нанзатов Б.З. Этнический состав и расселение народов монгольского Алтая и Прихубсугулья в начале XX века (русский) // Известия Иркутского государственного университета. Серия: Геоархеология. Этнология. Антропология. — 2013. — № 2. Архивировано из первоисточника 27 март 2019.
  16. Бакаева Э.П. Об этнических группах калмыков и буддийских хурулах Малодербетовского улуса Калмыцкой степи Астраханской губернии в конце XIX в. // Вестник БНЦ СО РАН. — 2013. — № 2 (10). — С. 91—112.
  17. Батыров В.В. Очерки истории традиционной культуры калмыков второй половины XIX вв. Монография. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — 226 с. — ISBN 978-5-906881-21-2.
  18. Тадина Н. А. Алтайцы: между «севером» и «югом» (к проблеме внутриэтнического общения) // Известия АлтГУ. История. — 2008. — № 4—2. — С. 178—184.
  19. Меркеттәр кәңәш ҡорҙо. Ауырғазы еренең Мораҙым ауылында Меркет-мең ырыуы йыйыны булды / «Башҡортостан», 4 июнь, 2021
  20. Ауырғазыла Меркет ырыуы йыйыны.
  21. Гурулёв С. А. Что в имени твоём, Байкал?. — Неформат, 1982. — 108 с.
  22. Бембеев В. Ш. Ойраты. Ойрат-калмыки. Калмыки: история, культура, расселение, общественный строй до образования Калмыцкого ханства в Поволжье и Предкавказье. — Джангар, 2004. — С. 88. — 495 с.
  23. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Project Gutenberg. [ ]. Дата обращения: 22 август 2018.
  • Jack Weatherford (2004). Genghis Khan and the making of the modern world. Three Rivers Press. ISBN 978-0-609-61062-6 (0-609-61062-7)
  • Рашид-ад-Дин. Сборник летописей. М.: Л., 1952. Т.1. — с.93
  • Гумилёв Л. Н. Судьба меркитов // Финно-угорские народы и Восток. Тарту, 1975
  • Гумилёв Л. Н. Монголы и меркиты в XII в. Опубликовано // Учёные записки Тартуского гос. ун-та, 1977. — N 416: Studia orlentalla et Antiqua: П. — C. 74—116.
  • Туголуков В. А. Коренные тунгусы (Этническая история и этногенез) // Этногенез и этническая история народов Севера. М., 1975. — С. 104—105.
  • Soucek, Svat (2000) (in English). A History of Inner Asia. Cambridge University Press. p. 104. ISBN 978-0-521-65704-4. Retrieved 2008-10-01.
  • Christopher P. Atwood — Encyclopedia of Mongolia and the Mongol Empire ISBN 978-0-8160-4671-3, Facts on File, Inc. 2004.
  • Тиваненко А. В. Гибель племени меркитов. Улан-Удэ, 1992. — С.56-58
  • (Ляо ши — История киданей). Пекин, 1987 (в 5 томах)
  • «Сокровенное сказание монголов», § 254
  • Рашид-ад-Дин. Сборник летописей. М.: Л., 1952. Т.1, кн. 2. — С. 116
  • YouTube сайтында Башкирское родословие: Меркит
  • История башкирских родов: Меркит
  • Акеров Т. А. Каркырахан. Великий Кыргызский каганат: Роль этнополитических факторов в консолидации кочевых племен Притяньшанья и сопредельных регионов (VIII—XIV вв.) / под ред. Т. Д. Джуманалиева. — Б.: Институт истории и культурного наследия Национальной академии наук Кыргызской Республики, 2012. — 202 с. — ISBN 978-9967-02-853-1.

Ҡалып:Монгольские народы

Һылтанмалар

үҙгәртергә