Теленгиттар (ҡайһы берҙә телестар[4] — Рәсәйҙең аҙ һанлы төрки халҡы (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса) йәки алтайҙар субэтносы. Рәсәйҙең Алтай Республикаһында йәшәйҙәр.

Теленгиттар
Үҙ атамаһы

Телеҥиттер

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 2 730
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:
2730 кеше (2021)[1];

Тел

теленгит, Көньяҡ алтай (алтай), рус

Дин

тәңреселек, православие дине, буддизм

Туғандаш халыҡтар

телеуттар, алтайҙар (алтай-кижи), себер татарҙары, хакастар, тывалар, шорҙар, ҡырғыҙҙар

Килеп сығышы

теле, йәнәсәй ҡырғыҙҙары, төркиттәр

П. Кашаров Телеуттар (теленгиттар) төркөмө (1889 йыл)

Тарихы үҙгәртергә

Сығышы үҙгәртергә

Теленгиттар боронғо төрки телле телес ҡәбиләләренең[5] (динлин, гаогюй) вариҫтары тип һанала[6]. Этногенетик йәһәттән телеларҙың боронғо ҡәбиләләрен Л. П. Потапов телеуттар, теленгиттар һәм телестар менән сағыштыра[7]. Шул уҡ ваҡытта телеларҙың монгол сығышлы булыуы тураһында ла фекер бар. Н. Я. Бичурин һүҙҙәре буйынса динлиндар (дили)[8] һәм гаогюйҙар монгол сығышлы булған. Уның фекеренсә, гаогюйҙар башта дили һәм һуңыраҡ гаогюй динлиндары тип аталған[9].

Теленгит кенәзлеге осоро үҙгәртергә

VI быуатта теленгиттар Көнсығыш төрки ҡағанаты йоғонтоһо аҫтында була. X быуат тирәһендә улар Теленгит кенәзлеге[10] ойоштора. Һуңғы ваҡытта был дәүләт менән Мундус династияһы кешеләре идара итә[11]. 1713 йылдан 1717 йылға тиклем теленгиттар Жуңғар ханлығы төпкөлөнә күсенә[12].

Чуй волостары осоро үҙгәртергә

Теленгит кенәзлеге тарҡалғандан һуң, беренсе Чуй (Тёлёсский Оток) һәм Икенсе Чуй (Кёбёкский Оток) улустары айырылып сыға. Беренсеһе хәҙерге Улаган районы территорияһында урынлаша, шуға ла ерле халыҡ үҙҙәрен «Улаан-улус» йәки «Тёёлёёс-улус» тип атай. Икенсеһе Кош-Агач районы һәм урындағы теленгиттар территорияһында үҙҙәрен «Чуй-улус» тип атай[13]. Өсөнсө ойрат-маньчжур һуғышы ваҡытында, атап әйткәндә, 1756 йылда, шул уҡ йылда Рәсәй составына ингән алтайҙарҙан айырмалы рәүештә, был отоктарҙың теленгиттары Цин империяһына[14] яһаҡ түләй башлай.

Рәсәй составына инеүе үҙгәртергә

1864 йылдың йәйендә губернатор Герман Густавович Лерхе М. В. Чевалков менән бергә тәүге тапҡыр Кош-Агачҡа килә. Губернаторҙың маҡсаты: Чуй һәм Улаган теленгиттарын Рәсәй составына инергә өндәү[15]. Бынан бер йыл элек Чевалков шәхсән үҙе Икенсе Чуй улусы кенәзе Чычкан Тёсёгёшевҡа ошо мәсьәлә буйынса фекер алышырға килә, ә һуңынан зайсан был тәҡдимде ҡарап сығасағы һәм улусының «иң яҡшы кешеләре» менән фекер алышасаҡмын, тип һүҙ бирә[16].

Ике кенәзлек тә бер тауыштан ҡарар ҡабул итә һәм 1864 йылдың 10 октябрендә[17] кенәз Тадыш етәкселегендәге Беренсе Чуй улусы Рәсәй империяһы составына инә[18], ә 1865 йылдың 12 ғинуарында (25 ғинуар)[17] кенәз Чычкан етәкләгән Икенсе Чуй улусы инә[18].

Теле үҙгәртергә

Теленгит теле — көньяҡ алтай теленең теленгит һөйләше. Төрки телдәрҙең ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай.

А. С. Шабалов, теленгиттар[19] һәм уларҙың элгәрҙәре дили һәм гаогюй башта монгол теленең бер төрөндә һөйләшкәндәр, тип иҫәпләй[19][20].

Урынлашыуы үҙгәртергә

 
Г. Лучинскийҙың картаһында XVI быуатта телестар

Хәҙерге ваҡытта теленгиттар тип үҙҙәрен башлыса Алтай Республикаһы көньяҡ райондарының (Улаган муниципаль районы һәм Кош-Агач муниципаль районы (Чуя йылғаһы үҙәнендә)) ерле халҡы иҫәпләй.

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Алтай Республикаһында теленгиттарҙың һаны 2,4 мең кеше тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта теленгиттар үҙҙәре кәм тигәндә 15 мең кеше тип баһалай. 2004 йылда Теленгиттар федерацияһы ойошторола.

2002 йылда тораҡ пункттарҙа теленгиттарҙың һаны[21]:

Алтай Республикаһы:

  • Уған ауылы: 510 кеше;
  • Балыҡтуйүл ауылы: 394 кеше;
  • Балыҡсы ауылы: 305 кеше;
  • Саратан ауылы: 232 кеше;
  • Коо ауылы: 191 кеше;
  • Йәзүлә ауылы: 105 кеше.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Национальный состав населения Российской Федерации согласно переписи населения 2021 года. Дата обращения: 5 ғинуар 2023. Архивировано 30 декабрь 2022 года.
  2. 2,0 2,1 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года. Дата обращения: 30 апрель 2012. Архивировано 5 июнь 2016 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Всероссийская перепись населения 2002 года. Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано 2 февраль 2008 года.
  4. Не путать с Тёёлёс (телес)
  5. Советская этнография. — Изд-во Академии наук, 1971. — С. 175. Архивная копия от 13 июнь 2020 на Wayback Machine
  6. Советская этнография. Выпуски 4—6. — Изд-во Академии наук СССР, 1991. — С. 80. Архивная копия от 13 июнь 2020 на Wayback Machine
  7. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения / Т. А. Жданко. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — С. 253. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
  8. Бичурин Н. Я. Повествования о Доме хойху // Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. www.vostlit.info. Дата обращения: 16 октябрь 2019. Архивировано 4 март 2016 года.
  9. Бичурин Н. Я. Хойху (Гаогюй) // Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. www.vostlit.info. Дата обращения: 16 октябрь 2019. Архивировано 18 октябрь 2019 года.
  10. Алтайцы: Этническая история. Традиционная культура. Современное развитие/редколл. Н. В. Екеев (отв. ред.), Н. М. Екеева, Э. В. Енчинов; НИИ алтаистики им. С. С. Суразакова. — Горно-Алтайск, 2014. ISBN 978_5_903693_13_9. Стр. 50.
  11. Алтайцы: Этническая история. Традиционная культура. Современное развитие/редколл. Н. В. Екеев (отв. ред.), Н. М. Екеева, Э. В. Енчинов; НИИ алтаистики им. С. С. Суразакова. — Горно-Алтайск, 2014. ISBN 978_5_903693_13_9. Стр. 50, 95.
  12. Самаев Г. П. «Горный Алтай в 17— середине 19 в.: проблемы политической истории и присоединения к России», Г— А., 1991 г., Стр. 89.
  13. Чуйские волости
  14. Двоеданничество в Сибири. XVII — 60-е гг. XIX вв. / О. В. Боронин; Алт. гос. ун-т. Каф. востоковедения, Алт. центр востоковед. исслед. — Барнаул : Азбука, 2002. — 217, [2] с.; 20 см; ISBN 5-93957-028-3. Стр. 181.
  15. Чевалков, Михаил Васильевич Памятное завещание : Автобиография миссионера Алтайской духовной миссии. Стр. 65 и далее.
  16. Чевалков, Михаил Васильевич Памятное завещание : Автобиография миссионера Алтайской духовной миссии. Стр. 63 и далее.
  17. 17,0 17,1 Самаев Г. П. «ГОРНЫЙ АЛТАЙ В XVII — СЕРЕДИНЕ XIX В.: ПРОБЛЕМЫ ПОЛИТИЧЕСКОЙ ИСТОРИИ И ПРИСОЕДИНЕНИЯ К РОССИИ». Стр. 171.
  18. 18,0 18,1 Приветственная речь Ивана Белекова
  19. 19,0 19,1 Шабалов А. С. Происхождение уйгуров, ойратов (калмыков) и других телэских племен XVIII в. до н. э. — XIV в. н. э. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2014. — С. 8—22. — 248 с.
  20. Шабалов А. С. Происхождение уйгуров, ойратов (калмыков) и других телэских племен XVIII в. до н. э. — XIV в. н. э. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2014. — С. 228—235. — 248 с.
  21. База микроданных. Архивировано 12 июль 2019 года. Всероссийской переписи населения 2002 года

Әҙәбиәт үҙгәртергә