Мексика милли автономиялы университеты

Мексика милли автономиялы университеты (исп. Universidad Nacional Autónoma de México, UNAM) — башлыса Мехикола урынлашҡан дәүләт университеты. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала студенттар һаны буйынса иң ҙур университет булып иҫәпләнә.

Мексика милли автономиялы университеты
(исп. UNAM)
Escudo-UNAM-escalable.svg
Исеме

Universitas Petropolitana

Девиз

Por mi raza hablará el espíritu

Асылған йылы

1910

Президент

Энрике Грауерс Вечерс (исп. Enrique Graue Wiechers)

Урынлашыуы

Мехико

Сайт

http://www.unam.mx/

Мексиканың рим-католик Король һәм Папа университетына (1551 йылдың 21 сентябрендә Испания короле Карл I Испанский указына ярашлы асылған һәм 1867 йылда либералдар тарфынан ябылған) либераль альтернатива булараҡ, 1910 йылдың 22 сентябрендә Мексика милли автономиялы университетына нигеҙ һалына. Был үҙ сығарылыш уҡыусылары араһында Нобель премияһы лауреаттары булған Мексикалағы берҙән-бер университет: Альфонсо Гарсия Роблес (тыныслыҡ премияһы), Октавио Пас (әҙәбиәт) һәм Марио Молина (химия).

1920 йылда бирелгән автономия университетҡа үҙ аллы уҡыу программаларын төҙөргә һәм, хөкүмәт яғынан ҡыҫылмайынса, бюджет менән идара итергә мөмкинлек бирә.

Университеттың ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы фондына ингән төп кампусын XX быуатта Мексиканың иң билдәле архитекторҙары проектлаған, ә төп корпустағы фрескаларҙы Мексиканың бөйөк рәссамдары Диего Ривера һәм Альфаро Сикейрос төшөргән.

 
Китапхана бинаһы
 
Кампустың дөйөм күренеше

Университет 1910 йылдың 22 сентябрендә президент Порфирио Диастың хөкүмәтендәге ул саҡтағы мәғариф министры Хусто Сьерра тарафынан, илдә булған католиктарға ҡаршы милли мәғариф системаһын булдырыу маҡсатында ойошторолған. Артабан, профессорҙар составы тарафынан хуплаған күп һанлы студент сыуалыштарынан (1912, 1914 һәм 1920 йылдарҙа) һуң, университетҡа хөкүмәт структураларынан тулы автономия бирелә. Мехиконың төрлө райондарында урынлашҡан биналар урынына, 1943 йылда баш ҡаланан көньяҡтараҡ урынлашҡан Сан-Анхель ҡасабаһында биҫтәһендә исп. Ciudad Universitaria айырым университет комплексы төҙөлөшө тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1952 йылдың 20 ноябрендә тантаналы рәүештә беренсе бинаға нигеҙ һалына.

1960-сы йылдар уртаһында университетта полиция яғынан көс ҡулланыуҙарға килтергән студенттар араһында ҙур сыуалыштар була. Улар 1968 йылда Университет стадионында 1968 йылғы XIX Йәйге Олимпия уйындары асылыу алдынан баҫтырыла. 2012 йылда университет территорияһында мәғлүмәт ирке өсөн «Мин 132-се» хәрәкәтендә ҡатнашыусылар йыйылған.

1970—1980 йылдарҙа системаны децентрализациялау маҡсатында баш ҡаланың башҡа райондарында һәм бөтә Мексика буйлап юлдаш-кампустар төҙөлә.

Университет ҡаласығы

үҙгәртергә
 
Сикейрос фрескалары

Университет ҡаласығы биналары һәм ҡоролмалары, Мехико ҡалаһының көньяҡ өлөшөндәге Койокан (исп. Coyoacán) районында, архитекторҙар Марио Пани, Энрике дель Мораль, Доминго-Гарсиа Рамос, Армандо Франко Ровир һәм башҡаларҙың проекттары буйынса төҙөлгән. Ҡаласыҡта Университет Олимпия стадионы, 40-ҡа яҡын факультет һәм институт, мәҙәни үҙәк, үҙәк китапхана, экологик ҡурсаулыҡ һәм бер нисә музей урынлашҡан. Төҙөлөш 1954 йылда тамамлана һәм ҡаласыҡ үҙенең айырым ҡағиҙәләре, хакимиәте һәм полицияһы булған Мехиконың айырым районына тиерлек әүерелә: университеттан ситтәге хоҡуҡ һаҡлау органдарына биләмәгә урындағы властар рөхсәтенән тыш инеү рөхсәт ителмәй.

2007 йылдың июнендә университеттың төп кампусы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты тип иғлан ителде.

Юлдаш кампустар

үҙгәртергә

Университет ҡаласығынан тыш, Мексика милли автономиялы университетының Мехиконың башҡа райондарында (Акатлан, Арагон, Куаутитлан, Истакалько, Сочимилько һәм Сарагоса), шулай уҡ илдең башҡа урындарында (Сантьяго-де-Керетаро, Морелия, Мерида, Энсенада һәм Куэрнавакта), шулай уҡ тикшеренеү йә иһә уҡыу бүлектәре бар. Шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттарында һәм Канадала дүрт ҙур булмаған сит ил филиалы бар: Сан-Антониола, Техаста; Чикагола, Лос-Анджелеста һәм Квебекта Гатинола. Уларҙа шулай уҡ испан теле һәм Мексика мәҙәниәте өйрәнелә.

Иҫтәлекле биналар

үҙгәртергә

Паласио де Минерия

 
Ректорат башняһы

Университеттың инженерлыҡ факультеты өс ҡатлы Тау эше һарайында — Мехиконың тарихи үҙәгендәге колониаль архитектураһы объектында урынлашҡан. Быға тиклем бинала инженерлыҡ мәктәбе урынлашҡан. Бинала Халыҡ-ара китап күргәҙмәләре («Feria Internacional del Libro» йәки «FIL») һәм Халыҡ-ара компьютер хәүефһеҙлеге («DISC») көндәре даими уҙғарыла. Инженерлыҡ мәктәбенең элекке китапханаһында даими рәүештә тарихи китаптар (башлыса XIX быуат Мексика ғалимдарының) күрһәтелә, башҡа күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Тау эше һарайы үҙ ваҡытындағы Мексика архитектураһында иң әһәмиәтлеләренең береһе тип иҫәпләнә.

Каса-дель-Лаго

Чапультепек паркында күл буйында урынлашҡан Каса-дель-Лаго йорто мәҙәни эшмәкәрлеккә, шул иҫәптән бейеүҙәргә, спектаклдәргә һәм балетҡа арналған. Бина шулай уҡ университет ойошмалары һәм комитеттары өсөн осрашыуҙар урыны булып тора.

Сан-Ильдефонсо музейы

Был музей һәм мәҙәни үҙәк Мексикалағы монументаль һынлы сәнғәттең тыуған төйәге тип иҫәпләнә. Сан-Ильдефонс колледжы тәүҙә абруйлы иезуит мәктәп-интернаты була, 1910-сы йылдарҙағы мәғариф реформаһынан һуң ул абруйлы Милли әҙерлек мәктәбенә әүерелә. Был мәктәп һәм бина 1978 йылда тулыһынса ябылған, һуңынан яңынан музей һәм мәҙәни үҙәк сифатында 1994 йылда асылған. Уның ойоштороусылары — Мексика милли автономиялы университеты, Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса милли советы һәм Мехико федераль округы хөкүмәте. Стеналарҙағы Хосе Клементе Ороско, Диего Ривера һәм башҡа рәссамдарҙың эштәренән тыш, музейҙа даими һәм ваҡытлыса археологик һәм художество күргәҙмәләре уҙғарыла. Комплекс Мехиконың тарихи үҙәгендә Сан-Ильдефонсо һәм Хусто Сьерра урамдары араһында урынлашҡан.

Чопо университет музейы

Кристаллды хәтерләткән ике металл башнялы нәфис архитектура бинаһы — Густав Эйфель эше. Бина Тәбиғи тарих милли музейы булып 50 йылға яҡын хеҙмәт иткән, ә хәҙер ул һынлы сәнғәттең ваҡытлыса күргәҙмәләрен үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Чопо музейы бөгөн үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан Тәбиғи тарих һәм археология йәмәғәт музейы коллекцияһының бер өлөшөнән башланды. Һөҙөмтәлә ул Милли мәҙәниәт музейына әүерелгән.

Милли астрономик обсерватория

Милли астрономик обсерватория АҠШ-Мексика сигенән көньяҡҡа табан 130 километр алыҫлыҡта, Түбәнге Калифорния штатындағы тау һыртында Сьерра-Сан-Педро-Мартир тауҙарында урынлашҡан. Ул 1970 йылдан файҙаланыла һәм әлеге ваҡытта обсерватория өс ҙур көҙгөлө телескобына эйә, шулай уҡ бында миллиметрик диапазонда тикшереү өсөн ҙур телескоп урынлаштырыу ҙа планлаштырыла.

Факультеттар, милли мәктәптәр һәм институттар исемлеге

үҙгәртергә

Мексиканың Милли университетында 269 000 ашыу студент белем ала, был уны донъялағы иң ҙур университеттарҙың береһе итә. Уҡытыу түбәндәге факультеттарҙа уҙғарыла:

 
Калифорния тауҙарында университет обсерваторияһы
  • Бухгалтер иҫәбе һәм идара итеү факультеты
  • Архитектура факультеты
  • Химия факультеты
  • Иҡтисад факультеты
  • Инженерлыҡ факультеты
  • Арагон юғары тикшеренеүҙәр факультеты
  • Акатлан юғары тикшеренеүҙәр факультеты
  • Куаутитлан юғары тикшеренеүҙәр факультеты
  • Истакала юғары тикшеренеүҙәр факультеты
  • Сарагоса юғары тикшеренеүҙәр факультеты
  • Юридик факультет
  • Медицина факультеты
  • Стоматология факультеты
  • Фәлсәфә һәм әҙәбиәт факультеты
  • Сәйәси һәм социаль фәндәр факультеты
  • Психология факультеты
  • Фән факультеты
  • Ветеринария медицинаһы факультеты
  • Сәнғәт милли мәктәбе
  • Музыка милли мәктәбе
  • Акушерлыҡ һәм мәктәпкәсә тәрбиә биреү милли мәктәбе
  • Социаль эш милли мәктәбе
  • Эстетик тикшеренеүҙәр институты
  • Геном фәне үҙәге (CCG)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Jiménez Rueda, Julio. Historia Jurídica de la Universidad de México. Mexico City: Imprenta Universitaria 1955.
  • Mabry, Donald J. The Mexican University and the State. College Station: Texas A&M Press 1982.
  • Mayo, Sebastián, La educación socialista en México: El Asalto a la Universidad Nacional. Mexico: El Caballito 1985.
  • Wences Reza, Rosalío, La Universidad en la historia de México. Mexico: Editorial Línea 1984.

Һылтанмалар

үҙгәртергә