Маррандар
Маррандар йәки марандар (исп. marrar "аҙашыу», ғәр. محرّم [мөхәррәм] "тыйылған")[1]- Испания һәм Португалиялағы христиан динен ҡабул иткән йәһүдтәрҙе һәм уларҙың тоҡомдарын, дин тотоу иркенең ниндәй дәрәжәлә булыуына ҡарамаҫтан, (XIV-XV быуаттар аҙағы) атаған термин.
Тарихы
үҙгәртергәИспанияның идара итеүсе король ҡушаҡтары Фердинанд II Арагонлы һәм Изабелла Кастиль тарафынан 1492 йылда ҡабул ителгән указ Испанияның барлыҡ йәһүдтәренә өс ай эсендә суҡынырға, йә иһә илдән китергә бойора. Күпселек йәһүдтәр йә Португалияға (унда ла 5 йылдан һуң тарих ҡабатланған), унан - Европаның төньяғына, йә Италияға, Ғосман империяһына, Төньяҡ Африка илдәренә ҡасҡан. Әммә ҡайһы бер йәһүдтәр Испанияла, ә аҙаҡ Португалияла христиан булып киткән. 1502 йылда мосолмандар (маврҙар) ҙа, ә йөҙ йылдан ашыуыраҡ ваҡыт үткәс, христиан динен ҡабул иткән морискиҙар - маврҙарҙың тоҡомдары ла ошоға оҡшаш яҙмышҡа тарый.
Йыш ҡына маррандар һәм уларҙың тоҡомдары йәшерен рәүештә йәһүдилеккә тоғролоҡ һаҡлайҙар (тулыһынса йәки өлөшләтә). Йәһүд традицияһы маррандарҙы иң әһәмиәтле төркөм - әнүсим (йәһ. אֲנוּסִים - көсләп суҡындырылғандар) тип ҡарай. Йәшерен рәүештә йәһүд динен тотоуын дауам иткән маррандар, морискиҙар кеүек үк, испан инквизицияһы эҙәрлекләүҙәренең төп объекты булып тора[2] .
Киләһе бер нисә быуат дауамында, Испания һәм Португалия колонизацияһы ваҡытында күп кенә марандар Көньяҡ Америка һәм Кариб диңгеҙе утрауҙарында төпләнә. Уларҙың бер өлөшө голланд колонияларында һыйыныу урыны тапҡан сефард йәһүдтәренә ҡушыла. Әммә маррандарҙың төп өлөшө испан телле халыҡ араһында ҡушылып юғала.
Лид университеты тарафынан 2008 йылда үткәрелгән генетик тикшеренеүҙәр буйынса , хәҙерге Испания халҡының 20 проценты ирҙәр яғынан йәһүд сығышлы һәм 11 проценты ғәрәп һәм бербер сығышлы[3]
Маррандар бөгөн
үҙгәртергәБөгөн Порту ҡалаһында, Мальорка утрауында һәм Бразилияның төньяҡ-көнсығыш өлкәләрендә йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре үҙҙәрен марран сығышлы һанай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Конверсо
- Морискиҙар
- Хаҡ христиандар
- Йәһүдтәрҙе Испаниянан ҡыуыу
- Испания инквизицияһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ marrano // DICCIONARIO DE LA LENGUA ESPAÑOLA — Vigésima segunda edición. REAL ACADEMIA ESPAÑOLA . Дата обращения: 11 июль 2013. Архивировано 11 октябрь 2016 года.
- ↑ Марраны — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ «Генетические Тесты в Испании» Николас Уэйд, New York Times, 12/05/2008 стр. А12
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Марраны // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Лозинский С. Г. Инквизиция тарихы. — СПб.., 1914.
- Зеленина Г. С. Маррандарҙың утлы дошманы. Инквизиция күҙәтеүе аҫтында йәшәү һәм үлем. СПб.: Гуманитар инициативалар үҙәге, 2018. 396 с. — (MEDIAEVALIA). — ISBN 978-5-98712-824-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Новые христиане — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Марраны — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.