Маркин Павел Михайлович (сәнәғәт эшмәкәре)
Маркин Павел Михайлович (1924-1997) — СССР һәм Рәсәй сәнәғәт эшмәкәре, Н. Д. Кузнецовтың арҡазашы.
Маркин Павел Михайлович (сәнәғәт эшмәкәре) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 июль 1924[1] |
Тыуған урыны | Сахаровка[d][1] |
Вафат булған көнө | 21 февраль 1997[1] (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Һамар, Рәсәй |
Һөнәр төрө | инженер-механик, CEO |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Сталинград һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тасуирлау биттәре | kuznetsov-motors.ru/site… |
Маркин Павел Михайлович (сәнәғәт эшмәкәре) Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1924 йылдың 12 июлендә Татар АССР-ының Сахаровка ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, 1941 йылдың ғинуарында М. В. Фрунзе исемендәге Ленинград хәрби диңгеҙ училищеһына документтарын тапшыра. Ул училищегә имтиханһыҙ ҡабул ителә, әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бәйле, башҡа курсанттар менән бер рәттән Ленинградты обороналау өсөн истребителдәр батальонына ебәрелә. 1942 йылдың июлендә 2-се Астрахань хәрби пехота училищеһы курсанты була, лейтенант званиеһы ала һәм уҡсылар взводының командиры вазифаһында Сталинград янына, 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһына ебәрелгә, уның менән бөтә һуғышты үтә.
1946 йылдың октябрендә демобилизациялана һәм Өфөгә килә. 1951 йылда Өфө авиация институтын инженер-технолог һөнәре алып тамамлай.
1952—1993 йылдарҙа 2-се Дәүләт союз тәжрибә заводында эшләй (1982 йылдан — Куйбышев фәнни-производство берекмәһе «Труд», 1990-сы йылдар башынан — Н. Д. Кузнецов исемендәге «Һамар фәнни-техник комплекс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә). Хеҙмәт юлын инженер-технолог булып башлай; 1961—1981 йылдарҙа — завод директоры, 1981—1989 йылдарҙа — завод директоры- етештереү буйынса генераль директорҙың беренсе урынбаҫары.
1997 йылда вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- СССР-ҙың атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (1982).
- СССР Министрҙар Ссоветы премияһы лауреаты (1984, газ турбиналы двигателдәрҙең ышаныслылығын һәм деталдәр ресурсын арттырыу өсөн ҡорамалдар һәм өҫкө йөҙҙө һығылмалы деформациялау ысулдарын эшләгәне һәм сәнәғәткә индергәне өсөн).
- Ленин ордены (1971),
- Октябрь Революцияһы ордены (1976),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1966),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966),
- «Почет билдәһе» ордены (1957)
- миҙалдар.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гордимся прошлым, строим будущее. УГАТУ 85 лет / сост. М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. — Уфа : РИК УГАТУ, 2017. — 379 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Незабываемый директор 2021 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 МАРКИН Павел Михайлович // Авиация России : биографическая энциклопедия : 1909-2009 : А--Я (урыҫ) / под ред. А. Н. Зелин — М.: 2009. — С. 344. — 880 с. — ISBN 978-5-903989-03-4