Мальцев Анатолий Иванович
Анатолий Иванович Мальцев (14 (27) ноябрь 1909[2], Мишеронский[d], Шатурский район[d][3][4][5] — 7 июль 1967[6][5][7] (57 йәш), Новосибирск[6]) — совет математигы, Себер алгебра һәм логика мәктәбенә нигеҙ һалыусы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1958). Ленин премияһы лауреаты.
Дөйөм алгебра өлкәһендәге һөҙөмтәләре араһында — дөйөм һыҙыҡлы төркөмдөң сикле булдырылған аҫтөркөмдәренең ҡалдыҡлы сиклелеге тураһында Мальцев теоремаһы, Ли алгебраларының (Мальцев алгебралары тип аталған) дөйөмләштереү үҙсәлектәрен өйрәнеү, универсаль алгебраны булдырыусыларҙың береһе булып тора, атап әйткәндә, беренселәрҙән булып математик логиканың ысулдарын алгебраик системаларға ҡуллана башлай һәм квазитождестволарҙың квазитөрлөлөк теорияһын төҙөүгә килтергән фундаменталь үҙсәлектәрен таба, моделдәр теорияһында үҙсәлектәрҙе моделдәрҙең локаль өлөштәренән бөтә моделға күсереү мөмкинлеген күрһәтә (нәтижәһе Мальцевтың локаль теоремаһы булараҡ билдәле).
Биографияһы
үҙгәртергәҮҫмер йылдары
үҙгәртергә1909 йылдың 14 (27) ноябрендә Мишерон завод ҡасабаһында, Мишерон быяла заводының быяла өрҙөргөсө ғаиләһендә тыуған. 1927 йылда мәктәпте тамамлай, һуңынан Мәскәү университетына уҡырға инә. Дүртенсе курста уҡығанда, Мәскәү иген һәм он технологияһы институтының юғары математика кафедраһында ассистент булып эшләй башлай[11].
Фәнни карьераһы
үҙгәртергә1931 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағас, Ивановоға эшкә ебәрелә, унда башта Энергетика институтының юғары математика кафедраһында ассистент булып эшләй, һуңынан Иваново дәүләт педагогия институтына (хәҙер ИвДУ) эшкә күсә. 1960 йылға тиклем шунда эшләй.
1934—1937 йылдарҙа А. Н. Колмогоров етәкселегендә Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында уҡый. 1937 йылда «Абелевы группы конечного ранга без кручения» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1936 йылда Мальцевтың локаль теоремаһы булараҡ билдәле булған математик логиканың төп теоремаларының береһен иҫбатлай. Ул уйлап тапҡан «моделдәрҙе тасуирлау» алымы бығаса шәхси позицияларҙан хәл ителгән бер төркөм проблемаларҙы дөйөм хәл итергә мөмкинлек бирә.
1939—1941 йылдарҙа В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының докторантураһында уҡый. 1941 йылда «Структура изоморфно представимых бесконечных алгебр и групп» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң ошо институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре булып китә.
1946 йылда төркөмдәр теорияһы өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн 2-се дәрәжә Сталин премияһы ала.
1953 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
1956 йылда фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Мальцевҡа «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме бирелә.
1958 йылда академик М. А. Лаврентьев Мальцевты Себер ғилми үҙәгенә эшкә саҡыра. Шул уҡ йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
1959 йылда Новосибирск Академҡаласығына күсә һәм яңы ғына ойошторолған Новосибирск дәүләт университетында Механика-математика факультетын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1960—1967 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Математика институтының алгебра бүлеген етәкләй, шулай уҡ Новосибирск дәүләт университетының механика-математика факультетында алгебра һәм математик логика кафедраһын етәкләй.
1964 йылда математик логиканы алгебраға һәм моделдәр теорияһына ҡулланыу буйынса эштәр циклы өсөн Ленин премияһы бирелә. 1967 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә.
Анатолий Иванович Мальцев 1967 йылдың 7 июлендә ҡапыл вафат була. Новосибирсктың Көньяҡ зыяратында ерләнгән[12].
Сәйәси эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1947, 1950 һәм 1953 йылдарҙа Мальцев Иваново өлкә Советы депутаты, ә 1951 йылдан 1955 йылға тиклем СССР Юғары Советы депутаты була.
Ғаиләһе
үҙгәртергә1931 йылда Мальцев үҙенең курсташы Наталья Петровна Гостикка (1910 йылдың 12 авгусында тыуған, 1931 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, 1960—1966 йылдарҙа Новосибирск дәүләт университетында эшләй, геометрия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы) өйләнә[13].
- Ҡыҙы Людмила (1932—2013) Беклемишевта кейәүҙә
- ейәне Лев Дмитриевич Беклемишев — математик, физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, математик логика өлкәһендә белгес.
- улы Аркадий (1935) — математик,
- ейәне Мальцев Владимир Аркадьевич билдәле спелеолог, Кугитангтау карст мәмерйәләрен өйрәнеүсе, спелеология тураһында популяр китаптар авторы;
- улы Иван (1944) — математик,
- улы Андрей (1951).
Хәтер һәм танылыуы
үҙгәртергә- «Почет Билдәһе» ордены (1945, 1953)
- II дәрәжә Сталин премияһы (1946)
- «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1948)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1956)
- Ленин премияһы (1964)
- Ленин ордены (1967).
А. И. Мальцев исеме менән Новосибирск Академҡаласығындағы һәм Ивановолағы урамдар, Новосибирск һәм Иваново дәүләт университеттары аудиториялары аталған, был университеттарҙа исемле стипендиялар раҫланған.[14] Рәсәй Фәндәр академияһы тарафынан Мальцев исемендәге премия, Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһендә йәш ғалимдар өсөн премия булдырылған. Йыл һайын Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Математика институтында «Мальцев уҡыуҙары» конференцияһы уҙа[15].
Ҡайһы бер баҫмалары
үҙгәртергә- Основы линейной алгебры. — М.-Л.: Гостехиздат, 1948. — 423 c.
- Основы линейной алгебры. — Изд. 2-е, перераб. М.: Гостехиздат, 1956. — 340 c.
- Foundations of linear algebra. — Transl. from Russian by Т. С. Brown. San Francisco — London, W. H. Freeman and Co., 1963. — Имеются пер. на япон. и кит. яз.
- Рекурсивные функции. — Ротапринт., Новосибирск, 1960. — 39 c.
- Некоторые вопросы современной теории классов моделей. — Ротапринт., Новосибирск, 1961. — 61 c.
- Алгоритмы и рекурсивные функции. — М.: «Наука», 1965. — 391 c.
- Алгебраические системы. — М.: «Наука», 1970. — 392 c.
- Основы линейной алгебры. — Изд. 3-е, перераб., М.: «Наука», 1970. — 400 c.
- The metamathematics of algebraic systems. Collected papers: 1936—1967. — Amsterdam, 1971. — 494 p. — (Studies in logic and the foundations of mathematics. V. 66.)
Галерея
үҙгәртергә-
Новосибирскиҙа Мальцев урамы
-
Көньяҡ зыяраттағы И. А. Мальцев ҡәбере
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #120900491 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 http://mi.mathnet.ru/zvmmf4956 — Б. 1875.
- ↑ 3,0 3,1 Google Books (билдәһеҙ) — 2005. — Б. 238.
- ↑ 4,0 4,1 Google Books (билдәһеҙ) — 2005. — Б. 559.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Мальцев Анатолий Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 7,0 7,1 http://www-history.mcs.st-andrews.ac.uk/Biographies/Malcev.html
- ↑ Викисклад (билдәһеҙ) — 2004.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Mal‘cev, Anatolij Ivanovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 10,7 10,8 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Анатолий Иванович Мальцев (к столетию со дня рождения) // Владикавказский математический журнал. — 2009. — Т. 11, вып. 4.
- ↑ Г. И. Марчук на открытии памятника на могиле А. И. Мальцева
- ↑ Выпускники МГУ в СО РАН
- ↑ Краткая биография Мальцева в виртуальном музее НГУ
- ↑ Мальцевские чтения 2015 йыл 2 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль А. И. Мальцева РФА рәсми сайтында
- Анатолий Иванович Мальцев в фотолетописи СО РАН
- Анатолий Иванович Мальцев — исторический портал ММФ НГУ
- Биография Анатолия Мальцева 2012 йыл 7 февраль архивланған.
- Публикации Анатолия Мальцева 2013 йыл 6 декабрь архивланған.
- Факультет математики и компьютерных наук ИвГУ, история. Анатолий Иванович Мальцев. К 90-летию со дня рождения
- Академик Мальцев 2022 йыл 9 август архивланған.
- Некролог. «За науку в Сибири». № 29 (305) 11 июля 1967 г. 2019 йыл 6 март архивланған.
- Яркий математический талант. «За науку в Сибири». № 45 (926) 21 ноября 1979 г. 2016 йыл 6 март архивланған.
- Полная библиография на сайте Отделения ГПНТБ СО РАН
- Воспоминания о Мальцеве А. И.
- Кутателадзе С. С. Слово о Мальцеве 2020 йыл 26 июнь архивланған.