Иваново дәүләт университеты
Иваново дәүләт университеты (ИвДУ) — Иваново ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто, Иваново өлкәһе.
Иваново дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1918 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ивановский государственный университет |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ИвГУ |
Ректор | Алексей Малыгин[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Иваново |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Иваново, Рәсәй |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27607456? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России местного (муниципального) значения[d][2] |
Рәсми сайт | ivanovo.ac.ru |
Указания, как добраться | улица Ермака, 37, 39 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Ивановского государственного университета[d] |
Иваново дәүләт университеты Викимилектә |
Университеттың девизы
үҙгәртергәИвДУ девизы: «Pro patriae beneficio», — латин теленән тәржемә иткәндә «Ватан файҙаһы өсөн».
Тарихы
үҙгәртергә1918 йылдың 21 декабрендә Иваново-Вознесенск халыҡ мәғарифы институты булараҡ ойошторола. 1923 йылдың 12 июлендә педагогия техникумы итеп үҙгәртелә. 1932 йылдың 23 авгусында педагогия техникумының мәктәп бүлеге базаһында яңынан педагогия институты асыла. 1961 йылдан 1973 йылдар буйынса Д. А. Фурманов исемендәге Иваново дәүләт педагогия институты тип атала. 1973 йылдың 29 декабрендә дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. Төбәктәге иң боронғо һәм иң эре (2010 йылдың мартына ҡарата университетта 10 000-дән ашыу студент уҡый) университеттарының береһе булып тора.
Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Иваново дәүләт университетын һәм Шуя дәүләт педагогия университетын үҙгәртеп ҡороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйыла.
2012 йылда Шуя педагогия университеты Иваново дәүләт университетының филиалы була.
2014 йыл башында Иваново дәүләт университетының яңы уҡыу корпусы асыла
2018 йылдың башында Иваново дәүләт университетының спорт комплексы асыла[3]
Структураһы
үҙгәртергә- Математика һәм компьютер фәндәре факультеты
- Физика
- Биология-химия
- Тарих
- Филология
- Иҡтисад
- Роман-герман филологияһы факультеты
- Юридик
- Социология-психология
- Сит ил белгестәрен әҙерләү факультеты
- Спорт һәм физик культура институты
- ИвДУ-ның Шуя ҡалаһындағы филиалы
- ИвДУ-ның Дербент ҡалаһындағы филиалы (22.07.2014 ябыла)[4]
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2011 йылда Иваново дәүләт университеты базаһында ИвДУ-ның ректоры, профессор, иҡтисад фәндәре докторы Владимир Егоровтың ғилми етәкселеге аҫтында, бизнесты комплекслы автоматлаштырыу буйынса «Комплекс-Финанс» фәнни-тикшеренеү үҙәге төҙөлә. Предприятиеларҙың хужалыҡ эшмәкәрлегенең ғәмәли мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ИТ-өлкәнең инновацион һәм практик йүнәлешле фәнни ҡаҙаныштарын эшләү һәм әйләнешкә индереү — үҙәкте булдырыуҙың төп маҡсаты булып тора. Техник һәм гуманитар фәндәрҙең — программалау һәм иҡтисадтың уртаҡ өлөшө тикшеренеүҙәргә практик әһәмиәт бирә. «Комплекс-Финанс» ИТ-компанияһы фәнни-тикшеренеү үҙәгенең практик майҙансығы булып сығыш яһай
Ректорҙары
үҙгәртергә- (1918—1923) Боголюбский Сергей Николаевич
- …
- (1973—2000) Владимир Николаевич Латышев
- (2000—2019) Владимир Николаевич Егоров
- (2019—2020) Светлана Александровна Сырбу
- (2020 — хәҙерге.ваҡыт) Малыгин Алексей Александрович
Тарихи иҫтәлек
үҙгәртергәИвДУ-ның Ермак урамы, 37/7 адресы буйынса урынлашҡан «баш» корпусы эргәһенән үткәндә, «Иваново педагогия институтында 1932—1962 йылдарҙа Ленин һәм Дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, күренекле совет математигы, академик Анатолий Иванович Мальцев эшләгән» тигән яҙыу менән мемориал гранит табличканы күрергә мөмкин.
А. И. Мальцев үҙенең утыҙ йыл тирәһе ғүмерен Ивановола фән үҫешенә арнай. Буласаҡ академик Иваново педагогия институтына 1932 йылда, уҡыу йорто икенсе һулышын тойғанда (ИвПИ 1918 йылда нигеҙләнгән, әммә тиҙҙән ябылған була), һәм яңы профессор-уҡытыусылар составы формалашҡан ваҡытта эшкә килә. Өс тиҫтә йыл уңышлы эшләү осоронда А. И. Мальцев уҡытыусынан профессорға тиклем юл үтә.
Әйтергә кәрәк, XX быуаттың утыҙынсы йылдарында, әле йәш ғалим булараҡ, Анатолий Иванович математик логика өлкәһендә бер нисә әһәмиәтле асыш яһай.
СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы А. И. Мальцев 1967 йылда вафат була, ә 1979 йылда ИвДУ-ның 1-се корпусына яҡын урынлашҡан урам «Академик Мальцев урамы» исемен ала.
Был урам 1840 йылда Ильинская, саҡ ҡына һуңыраҡ, 1860 йылда — Мельничная тип аталған була. Урамдың оҙонлоғо — 1 километрҙан саҡ ҡына ашыу һәм Ленин проспекты менән 1-се Төньяҡ тыҡрығы араһында урынлашҡан[5].
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Приказ комитета Ивановской области по государственной охране объектов культурного наследия № 132-о от 13.12.2023
- ↑ Открылся новый спорткомплекс ИвГУ . www.ivanovonews.ru. Дата обращения: 11 март 2019.
- ↑ Рособрнадзор запретил принимать студентов филиалу ИвГУ в Дербенте . www.37.ru. Дата обращения: 11 март 2019.(недоступная ссылка)
- ↑ Апарин Александр "На перекрёстке двух дорог" (русский) // "МегаБайты о Лицее" : Ежемесячная информационно-публицистическая газета лицея № 22. — 2013. — № 6 (49). — С. 6.