Маджапахит

(Маджапахит империяһы битенән йүнәлтелде)


Маджапахит империяһы (Majapahit) — Индонезияла 1293 — яҡынса 1520 йылдарҙа булған дәүләт. Утрау империяһының баш ҡалаһы Маджапахит (хәҙерге Тровулан) Ява утрауының көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Империяны Сингасари дәүләте принцы Виджая нигеҙләй. Был осорҙа урта быуат Индонезияһы иң юғары үҙәкләштерелеүгә ирешә[2].

Маджапахит
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1293
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Индонезия
Административ үҙәк Trowulan[d]
Урын Көнсығыш Ява[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1527[1]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Маджапахит Викимилектә

Дәүләттең алтын быуаты

үҙгәртергә

Сингасари дәүләте хакимы Кертанагара тарафынан мыҫҡылланған Хубилайҙың илселәре өсөн үс итеү маҡсатында 1292 йылда монгол-ҡытай ғәскәрҙәре Ява утрауына килеп төшә. Хубилай хан каратель экспедицияһын туплаған ваҡытта, Кертанагара баш күтәргән Кедири вассал кенәзлегенең хакимы Джайякатванг тарафынан үлтерелә. Джайякатванг дәүләттә власты яулап ала. Үлтерелгән Кертанагараның кейәүе Виджая монголдарҙың өҫтөнлөгөн таный һәм уларҙың ярҙамында Джайякатвангты тар-мар итә, ә һуңынан монголдарға ҡаршы ихтилал күтәрә һәм уларҙы утрауҙан ҡыуып сығара. Виджая яңы баш ҡала төҙөй һәм Маджапахит дәүләтенә нигеҙ һала. Яваның бигерәк тә иҡтисади ныҡ үҫешкән төбәктәренә (үҙәк, көнсығыш һәм төньяҡ) таянып, Маджапахит хакимы әкренләп тирә-яҡтағы утрауҙарҙы, архипелагтарҙы һәм феодаль дәүләттәрҙе ул ҡулы ағтында берләштерә башлай. Виджая Яваның күрше утрауҙарға йоғонтоһон нығыта һәм киңәйтә, сауҙа бәйләнештәрен нығыта. Виджая хакимлығы осоронда яңы короллек Бали, Мадура, Малайя һәм Танджунгпура өҫтөндә контроль урынлаштыра.

Әммә хакимға Яваның аҡһөйәктәре буйһонорға теләмәй. 1295 йылда уҡ Рангга Лаво ихтилал күтәрә, артабан Виджая осоронда Сора (1298—1300) баш күтәрә, Виджаяның улы Джаянагаре осоронда - Намби (1309—1316), ә ул вафат булғандан һуң Кути (1319) етәкселегендә ихтилалдар тоҡана[2]. Дәүләтте үҙәкләштереү өсөн аяуһыҙ көрәш бара. Уның барышында талантлы дипломат һәм булдыҡлы сәйәсмән Гаджа Мада бигерәк тә танылыу ала. 1331 йылда ул баш министр (маджапахит) булып китә. Шул уҡ йылда аҡһөйәктәрҙең һуңғы ихтилалдары баҫтырыла, һәм Маджапахит ысын мәғнәһендә үҙәкләштерелгән дәүләт булып китә. Ер реформаһы уҙғарыла, уның һөҙөмтәһендә бөтә ерҙәр дәүләт милкенә күсә, крәҫтиәндәрҙең һалым эксплуатацияһы тәртипкә һалына, хеҙмәт итеүсе аҡһөйәктәргә ер биреү системаһы төҙөлә. Шулай уҡ яңы закондар теҙмәһе төҙөлә.

Бөтә Ява утрауы Маджапахит хакимы власы аҫтында берләшә. Һуңыраҡ империяға Мадура, Суматра, Сумбава, Сулавеси, Калимантан, Молукка утрауҙары һәм Малакка ярымутрауының иң үҫешкән райондары ҡушыла. Һөҙөмтәлә диндәрҙең ҡатышыуы була: шиваизм дине буддизм һәм урындағы ышаныуҙар менән йәнәш була[2], синкретик илаһ Шива-Будда юғары илаһ булып китә[3]. Яулап алынған биләмәләрҙә Маджапахит императорҙары репрессиялар уҙғармай, тик даими рәүештә һалым түләүҙе талап итә[4]. XIV быуат уртаһында король Хаям Вурук һәм уның беренсе кәңәшсеһе Гаджа Мада осорона Маджапахиттың алтын быуаты тура килә. Империя Ҡытай, Чампа, Камбоджа, Вьетнам һәм Таиланд менән дипломатик бәйләнеш булдырған.

Империяның тарҡалыуы

үҙгәртергә

Әммә дәүләттең алтын быуаты бик тиҙ тамамлана. XV быуатта империя бөлгөнлөккә төшә башлай, Яваның төньяғында күп кенә ҡалалар бай һәм әһәмиәтле булып ныҡ ҙурая һәм күтәрелә башлай. Уларҙың наместниктары үҙ власы һәм байлығы менән файҙаланып йыш ҡына королгә буйһонорға баш тарта башлайҙар. Ваҡыт үтеү менән, ҡаланан тыш уға буйһонған бөтә регионды ла яулап алып наместник кенәз булып киткән. Яҡын Көнсығыш сауҙагәрҙәре аша утрауға Ислам дине үтеп инә, уны урындағы кенәздәр теләп ҡабул итәләр. Хәҙер уларҙың төп маҡсаты король менән үҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш була. Был көрәштә Маджапахит еңелә һәм Яваның төньяғындағы бихисап мосолман кенәзлектәре айырым дәүләт булып китәләр[4].

Империяның көсһөҙләнеүе менән башҡа төбәктәрҙәге колонилар ҙа файҙалана. Маджапахит күп кенә утрауҙарҙа үҙ биләмәләрен, ә улар менән бергә сауҙа юлдары өҫтөнән контролде юғалта. Башлыса хаким буйһоныуынан сыҡҡан ҡалалар һәм кенәзлектәр араһында күп һанлы үҙ-ара һуғыштар башлана[4]. 1451 йылда Виджаялар династияһы ил менән идара итеүҙе туҡтай. 1478 йылда бойондороҡһоҙ мосолман кенәзлектәре коалицияһы Маджапахиттың баш ҡалаһын баҫып ала[2][4]. 1516 йылда Маджапахит дәүләте һуңғы тапҡыр йылъяҙмаларҙа телгә алына, һәм ғалимдар буйынса, ул яҡынса 1520 йылда тарҡала[2].

Маджапахит тарҡалғандан һуң күп тиҫтә йылдар дауамында Явала һәм яҡын-тирәләге утрауҙарҙа үҙ-ара һуғыштар бара. Һөҙөмтәлә бер нисә ҙур әһәмиәткә эйә булған Матарам, Тидор, Тернате, Баламбаган һәм Бантам солтанлыҡтары барлыҡҡа килә[4].

Иҡтисады

үҙгәртергә

Империя сауҙа юлдарында урынлашҡан утрауҙарҙа йәшәгән. Уның йәшәйеше Ҡытай, Һиндостан һәм Яҡын Көнсығыш менән сауҙа мөнәсәбәттәре үҫешенә булышлыҡ иткән. Маджапахит транзит дәүләт һәм бер үк ваҡытта тауарҙар менән алмашыу урыны булып торған. Маджапахит үҙе баҙарҙа ҡиммәтле ағас тоҡомдарын, аҡ ҡурғаш, тәмләткестәр, дөгө, көнкүреш әйберҙәрен һ.б. һатҡан[4].

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Маджапахитта һынлы сәнғәт һәм әҙәбиәт үҫешкән. XIV быуатта дәүләттә сәнғәт үҙенең иң юғары үҫеш нөктәһенә барып етә.

Империяла бер нисә талантлы шағирҙар йәшәүе билдәле, улар араһында Хаям Вурукҡа бағышланған «Негаракартагама» поэмаһы менән танылыу алған Прапанча һәм шулай уҡ билдәле шағир Тантулар була. Үҙ әҙәби әҫәр яҙыуҙан тыш, император һарайында санскриттан ява теленә тәржемә итеү хупланған. Шулай уҡ хроникалар (мәҫәлән XV быуат аҙағында яҙылған «Тумапе һәм Маджапахит батшалары китабы») төҙөү һәм яҙыу айырым үҫеш ала[4].

Театр сәнғәтен, музыка һәм бейеүҙәрҙе айырым билдәләр кәрәк. Явала «гамелан» тип аталған оркестр һәм бейеүҙәр барлыҡ байрамдарҙың атрибуты булып торған, ә император һарайындә һәр ваҡыт балет труппалары булған[4]. Күләгәләр театры — «ваянг» та үҫешкән. Уның репертуары һинд эпосында нигеҙләнгән, фигуркалары буйвол тиреһенән яһалған. Архитектура һәм скульптура шулай уҡ бер ни тиклем уңыштарға ирешә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://historia.id/kuno/articles/penyebab-lain-keruntuhan-majapahit-DEZ1x
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Маджапахит; Большая советская энциклопедия
  3. Мифы народов мира, под ред. С. А. Токарева
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Что такое государство Маджапахит?(недоступная ссылка) Национальная Энциклопедическая Служба

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Средневековые государства Индонезии