Калиманта́н (индон. Kalimantan), ул уҡ Борне́о (мал. Borneo)[1] — донъяла ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған утрау; өс дәүләт: Индонезия, Малайзия һәм Бруней араһында бүленгән берҙән-бер диңгеҙ утрауы. Майҙаны — 743 330 км². Утрау көньяҡ-көнсығыш Азияның Малай архипелагы уртаһында урынлашҡан.

Калимантан,
Борнео
индон. Kalimantan, малайск. Borneo
Калимантан джунглиҙарында таң ата
Калимантан джунглиҙарында таң ата
Характеристики
Майҙаны743 330 км²
Иң бейек нөктәһеКинабалу тауы, 4095 м
Халҡы19 800 000 чел. (2010)
Урынлашыуы
1° с. ш. 114° в. д.HGЯO
АрхипелагМалай архипелагыМалай архипелагы
Тымыҡ океан
Красная точка
Калимантан,
Борнео
Һинд океаны
Красная точка
Калимантан,
Борнео
 Калимантан Викимилектә

Ул европалылар өсөн 1521 йылда Магеллан экспедицияһы тарафынан асыла.

Этимология үҙгәртергә

Утрау төрлө исем аҫтында билдәле. Халыҡ-ара кимәлдә ул «Борнео» булараҡ танылыу яулаған. Ф. Магелландың экспедицияһы Бруней солтанлығы эргәһендә якорь ташлай һәм утрау «солтанат» исеме менән атала башлай. Экспедиция уны утрау буйынса Борнео[2] формаһында тарата.

Индонезия аборигендары утрауҙы «Калимантан» тип атай. Был һүҙҙең килеп сығышының бер нисә версияһы бар. Уларҙың береһе буйынса, ул «эҫе һауа утрауы» (утрауҙа һауа эҫе һәм дымлы булғанлыҡтан) [3] тигән мәғәнәне аңлатҡан санскрит һүҙе "Kalamanthana"нан алынған. Иң киң таралған версия буйынса, «Калимантан» атамаһы урындағы клемантан ҡәбиләһе исеме менән бәйле. Тәржемәнең башҡа варианттары ла бар: «манго ере» һәм «алмас йылғаһы»[4][5].

Географияһы үҙгәртергә

Калимантан төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе, төньяҡ-көнсығыштан Сулу диңгеҙе, көнсығыштан Сулавеси диңгеҙе һәм Макасар боғаҙы, көньяҡтан Ява диңгеҙе һәм Каримата боғаҙы менән уратып алынған. Көнбайышында Малакка ярымутрауы һәм Суматра утрауы, көньяғында — Ява, көнсығышында Сулавеси утрауы урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта Филиппинға ҡараған утрауҙар китә.

743 330 км² майҙаны менән ул донъяла — өсөнсө урында, Азияның иң ҙур утрауы һанала. Уның иң бейек нөктәһе — Сабах Малай штатындағы Кинабалу тауы (4 095 м). Утрауҙың ошо уҡ өлөшөндә ғәмәлдәге Бомбалай янартауы бар.

Иң ҙур йылғаһы — Көнбайыш Калимантандағы Капуас (1143 км) йылғаһы. Башҡа ҙур йылғалар: Көнбайыш Калимантанда — Махакам (980 км), Көньяҡ Калимантанда — Барито (880 км), Калимантандың төньяҡ-көнбайышындағы Саравак штатындағы Раджанг (562,5 км).

Климаты үҙгәртергә

Утрауҙа экваториаль климат өҫтөнлөк итә. Уртаса йыллыҡ температура 26° С тирәһе. Яуым-төшөм күләме йылына 2000-3000 мм тәшкил итә, тауҙарҙа 5000 мм һәм унан да күберәк[5].

Геосәйәси бүленеше үҙгәртергә

Утрауҙың яҡынса 78 проценты (582 593 км²) Индонезияға тура килә, аҙырағы — Малайзияға һәм төньяҡтағы ҙур булмаған бер киҫәге — Брунейға.

 
Утрауҙың геосәйәси бүленеше:      Индонезия      Малайзия      Бруней

Индонезия үҙгәртергә

  • Калимантандың Индонезия өлөшө 5 провинцияға бүленә:
  • Үҙәк Калимантан, баш ҡалаһы — Паланкарая
  • Көнсығыш Калимантан, баш ҡалаһы — Самаринда
  • Көньяҡ Калимантан, баш ҡалаһы — Банджармасин
  • Көнбайыш Калимантан, баш ҡалаһы — Понтианак
  • Төньяҡ Калимантан, баш ҡалаһы — Танджунгселор

Малайзия үҙгәртергә

  • Калимантандың Малайзияға ҡараған өлөшө 2 штатҡа һәм бер федераль округҡа бүленә:
  • Сабах штаты, адм. үҙәге — Кота-Кинабалу
  • Саравак штаты, адм. үҙәге — Кучинг
  • Лабуан федераль округы, адм. үҙәге — Бандар-Лабуан

Тәбиғәте үҙгәртергә

Калимантанда тауҙар бик күп. Башлыса улар сағыштырмаса түбән (1000—2000 м), әммә төньяҡ-көнсығышта күпкә бейегерәк.

  • Калимантан тауҙары һәм эндемиктар
  • Калимантанда 3 урман экотөбәге бар:
  • Борнея таулы ямғырлы урмандар
  • Борнея тигеҙлекле ямғырлы урмандар
  • Борнея торфлы һаҙамыҡ урмандар
  • Калимантан урмандарына 140 миллион йыл — донъялағы иң боронғо тропик урмандар. Уларҙа 15000 төр сәскә үҫемлектәре, 3000 төр ағас, 221 төр һөйрәлеүселәр һәм 420 төр резидент-ҡош, 420 төр сөсө һыуҙа йәшәүсе балыҡ бар.

Халҡы үҙгәртергә

Калимантанда 19,8 миллион кеше иҫәпләнә (2010 йылға), халҡының тығыҙлығы — квадрат километрға 26 кеше. Халыҡтың күпселеге яр буйындағы ҡалаларҙа йәшәй һәм шәхси хужалыҡ алып бара. Утрауҙың эске райондарында ҙур булмаған ҡалалар һәм ауылдар йылға буйҙарында ултыра. Бынан меңәр йылдар элек ата-олаталары йәшәгәнсә, хәҙер ҙә йөҙөп йөрөүсе өйҙәрҙә йәшәйҙәр, уларға ташҡын хәүефе юҡ.

Халыҡтар үҙгәртергә

Калимантан халҡы төрлө телдә һөйләшеүсе 300-ҙән артыҡ этник төркөмгә ҡарай. Тәүге кешеләр бында 40 мең йыл самаһы элек килеп төпләнә. Улар папуастарға оҡшаш австралиялы-меланезий үҙенсәлектәренә эйә кешеләр була. Әле лә көнсығыш һәм таулы райондарҙа шундай һыҙаттарға эйә халыҡ йәшәй. Уларҙың һаны 300 мең кеше. Халыҡтың күпселеген дөйөм һаны 3,7 миллион кеше булған даякамиҙар тәшкил итә.

Дин буйынса халыҡтың 51 проценты — анимистар, йәғни боронғоларҙың рухына, боттарға һ. б. ышанған урындағы ғөрөф-ғәҙәтте тотоусылар. Икенсе урында Ислам тора (24 процент), өсөнсө урында — христиан дине (19 процент).

Тарих үҙгәртергә

Калимантанға иң боронғо кешеләр Африканан 40 мең самаһы йыл элек күсеп килгән, ә 13 мең йыл элек Малакка ярымутрауына таралған[6]. Уларҙың ата-олаталары — әлегәсә Малайзияла йәшәүсе негритолар.

8 мең йыл эдек негритолар төньяҡҡа, Көнсығыш Азияға һәм Тайванға күсеп ултыра. Материкта ресурстар күп булғанлыҡтан, тәбиғи һайлауҙы ҙур буйлылар һәм көслөләр генә үткән, ә утрауҙа аҙ ризыҡ менән бәләкәй буйлылар йәшәй алған.

 
Борнео пляждары

Телдәре үҙгәртергә

Калимантан телдәре — утрауҙа таралған австронезий телдәренең 11 тармағы берләшмәһе.

Ресурстары үҙгәртергә

Утрауҙа бай нефть ятҡылыҡтары бар, улар Брунея иҡтисадының нигеҙен һәм Индонезия иҡтисадының төп статьяларын тәшкил итә. Бынан тыш, утаруҙа алмас табыла. Утрау дымлы экваториаль һыҙатта урынлашҡан һәм джунглиҙар менән ҡапланған. Әммә утын әҙерләү ағас запасын ҡырҡа кәметә. Джунглиҙар шулай уҡ ҡоро осорҙарҙа урман янғындарынан зыян күрә. Бигерәк тә көслө янғындар 1997—1998 йылдарҙа күҙәтелә һәм ул экологик һәләкәткә килтереүе мөмкин була[7].

Иҫтәлекле урындар үҙгәртергә

Каян-Ментаранг Милли паркы. Уның майҙаны — 13,6 мең км². Унда хайуандарҙың һирәк осраған төрҙәре, шул иҫәптән малай гомрайы — мөгөҙморон ҡошоноң иң ҙуры, приматтарҙың уникль төрҙәре — носач (?) менән күкһел лагур (дымчатый лагур?) йәшәй. Шулай уҡ леопард, малай кеҫәрткеһе, мәрмәр бесәй һ.б. хайуандар бар.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  • Калимантанда бер үк — Капуас атамалы ике йылға аға. Уларҙың береһе, Көнбайыш Каламантан провинцияһындағыһы, Индонезияның (1143 км) һәм донъяла утрау йылғаһының иң оҙоно тип һанала. Икенсеһе Үҙәк Каламантан провинцияһында, һәм уның оҙонлоғо 600 км булып, ул Барито йылғаһының ҡушылдығы булып тора.
  • Капуас йылғаһы дельтаһында урынлашҡан Понтианак ҡалаһы экваторҙың үҙендә ултыра һәм был хаҡта иҫтәлекле билдә ҡуйылған.
  • 2014 йылдың 28 декабрендә утрау эргәһендәге Яван диңгеҙенә Indonesia AirAsia авиакомпанияһының Сурабая-Сингапур маршруты буйынса осоусы QZ8501 рейс самолеты ҡолай. Борттағы 162 кеше һәләк була.

Реалити-шоу төшөрөү үҙгәртергә

2002 йылда утрау эргәһендә Рәсәйҙең «Һуңғы герой»[8] реалити-шоуының икенсе миҙгеле төшөрөлә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Борнео // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Калимантан // Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. Поспелов Е.М. 2001.
  3. Central Kalimantan Province. archipelago fastfact.
  4. MacKinnon, 1996, p. 60
  5. 5,0 5,1 Калимантан. geosfera.info (24 июль 2012).
  6. Реконструкция расселения доисторического человека по данным митохондриальной РНК и Y-хромосомной ДНК
  7. Основное влияние на количество осадков в год на острове оказывает явление Эль-Ниньо.{{подст:АИ}}
  8. Последний герой-2. В Малайзии 2015 йыл 20 ғинуар архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Борнео // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Gudgeon, L. W. W. 1913. British North Borneo. Adam and Charles Black, London. (An early well-illustrated book on «British North Borneo», now known as Sabah.)
  • Михаил Ругаль Иллюстрированная наука (рус.) = Science Illustrated. — Bonnier Publications, 2011. — В. 5 (10). — С. 46. — ISSN 2079-7524.
  • Губер А. А., Индонезия, М. — Л., 1932.
  • Republik Indonesia. Propinsi Kalimantan, [s. 1.], [s. a.].
  • Kathy MacKinnon. The Ecology of Kalimantan. — Periplus Editions, 1996. — ISBN 9780945971733.

Һылтанмалар үҙгәртергә