Сулавеси
Сулаве́си (индон. Sulawesi — бәлки sula (утрау) һәм besi (тимер) һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән; традицион европа атамаһы — Целебес, порт. Celebes) — Индонезиялағы ҙур утрау, Ҙур Зонд утрауҙарына ҡарай. Майҙаны 174 600 км², ҙурлығы буйынса донъяла 11-се урынды биләй. Макасар боғаҙы, Сулавеси (Целебес) һәм Банда диңгеҙҙәре менән уратып алынған.
Сулавеси | |
---|---|
индон. Sulawesi | |
![]() | |
Характеристики | |
Майҙаны | 174 600 км² |
Иң бейек нөктәһе | 3478 м |
Халҡы | 16 475 600 чел. (2007) |
Урынлашыуы | |
2°08′ ю. ш. 120°17′ в. д.HGЯO | |
![]() |
География үҙгәртергә
Ғәҙәти булмаған формаға эйә: дүрт аныҡ билдәләнеп торған ярымутрауҙарҙан тора, уларҙы тоташтырған үҙәк өлөшө таулы, шунлыҡтан ярымутрауҙар халҡы традицион рәүештә бер-береһе менән башлыса диңгеҙ аша бәйләнеш тота.
Флора һәм фауна үҙгәртергә
Утрау фаунаһы бик бай, бер нисә эндемиктар, шул иҫәптән юҡҡа сығыу янауында тороусы аноа буйволы һәм бабирус сусҡаһы бар.
Тарих үҙгәртергә
Европалыларға 1512 йылдан билдәле (португалдар тарафынан асылған).
Халҡы үҙгәртергә
Халҡы 16 475 600 кеше (2007), башлыса бугистар һәм макасарҙар йәшәй. Шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәре бар: тораджи, горонтало, болаанг-монгондоу, минахастар, мори һ.б. Сулавеси телдәрендә һөйләшләр.
80 % мосолмандар, 18 % христиандар. Иң ҙур ҡала — Макасар (Уджунгпанданг).
Административ бүленеше үҙгәртергә
Административ яҡтан алты провинцияға бүленә:
- Горонтало
- Көнбайыш Сулавеси
- Төньяҡ Сулавеси
- Үҙәк Сулавеси
- Көньяҡ Сулавеси
- Көньяҡ-Көнсығыш Сулавеси
Вулкандар үҙгәртергә
Утрауҙа Амбанг вулканы урынлашҡан.
Һылтанмалар үҙгәртергә
Сулавеси Викимилектә |
- Tauchen in Nord-Sulawesi
- Vegetation 2007 йыл 22 декабрь архивланған.