Молукка утрауҙары
Молу́кка утрауҙары (индон. Kepulauan Maluku), шулай уҡ Тәмләткестәр утрауҙары булараҡ билдәле — Тимор утрауынан төньяҡҡа табан Сулавеси һәм Яңы Гвинея араһында ятҡан Индонезия утрауҙары төркөмө. Хальмахера плитәһендә һәм Молукка диңгеҙенең плитә менән бәрелешеү зонаһында урынлашҡан. Утрау территорияһы — 74 505 км², халҡы — 2,5 миллион кеше (2010).
Молукка утрауҙары | |
индон. Kepulauan Maluku | |
Дәүләт | Индонезия[1][2] |
---|---|
Сәғәт бүлкәте | UTC+9:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Молукка диңгеҙе |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Индонезия |
Иң юғары нөктә | Gunung Binaiya[d] |
Халыҡ һаны | 1 895 000 кеше |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 3027 метр һәм 958 метр |
Майҙан | 74 505 км² |
Молукка утрауҙары Викимилектә |
Тарихи күҙлектән ҡарағанда Тәмләткестәр утрауы был исемде ҡытайҙар һәм Европа кешеләренән ала, әммә атама, нигеҙҙә, мөшкәт сәтләүеге үҫтерелгән Банда архипелагының вулкандар атылып торған ҙур булмаған утрауҙарына ҡарата ҡулланыла. Бынан тыш, Гренада утрауы ла шундай уҡ атаманы йөрөтә. Өҫтәүенә был уҡ атама тәмләткестәр үҫтерелгән башҡа утрауҙарға, атап әйткәндә, Көнсығыш Африка ярҙарында урынлашҡан Занзибар архипелагы өсөн дә файҙаланыла.
Молукка утрауҙары төбәге исеменең этимологияһы ғәрәптәрҙең Джазират әл-Мулук утрауына (королдәр утрауы) барып тоташа, Яҡын Көнсығыш сауҙәгәрҙәре уны шулай атаған.
Географияһы и геологияһы
үҙгәртергәМолукка утрауҙары архипелагының дөйөм майҙаны — 850 000 км², уның 90 проценты һыу менән ҡапланған[3]. Дөйөм алғанда архипелаг составына 1027 утрау инә[4]. Өс эре утрауҙа: Хальмахера — 17 780 км², Серам — 17 100 км² һәм Буру — 9505 км², йәшәүселәр һаны бик аҙ, ә бына ҙур булмаған Амбон һәм Тернате утрауҙары яҡшыраҡ үҫешкән.
Утрауҙарҙың ҙур өлөшөн таулы урман һәм тауҙар ҡаплай. Танимбар утрауҙары ҡоро һәм убалы, шул уҡ ваҡытта Ару утрауҙары яҫы һәм һаҙлыҡлы. Серам утрауындағы Бинай тауы (3027 м) — архипелагтың иң бейек нөктәһе. Ҡайһы бер утрауҙа әле лә лава атып торған вулкандар бар. Тернатеға (1721 м) оҡшаш күп кенә утрауҙарҙа диңгеҙҙән ҡалҡып вулкан күренеп тора, уларҙың итәктәрендә яр буйлап ауылдар ултыра. Һуңғы 500 йылда төбәктә 70-тән ашыу вулкан атылған һәм көслө ер тетрәүҙәр булған[4].
Молукка утрауҙары геологияһына яҡында ғына урынлашҡан Нуса Тенггара төбәгендәге кеүек үҙенсәлектәр һәм процестар хас. Төбәк геологияһы колониаль дәүерҙән алып тикшерелеүгә ҡарамаҫтан, ғалимдар геологик формациялар һәм процестарҙың аңлайышлы ғына күренешен булдыра алмаған, ә бит һуңғы ун йыллыҡтарҙа утрауҙарҙың геологик эволюцияһы теорияһы даими рәүештә үҙгәреүгә дусар ителә. Молукка утрауҙары донъяның геологик йәһәттән иң ҡатмарлы һәм иң әүҙем төбәктәренең береһе, сөнки улар дүрт геологик плитә һәм ике ҡитға осрашҡан нөктәлә урынлашҡан.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәҮлсәмдәре буйынса ҙур булмаған утрауҙарҙы бик күп төрҙәге үҫемлектәр ҡаплаған: уларҙа тропик ямғыр урмандары, саго, дөгө, шулай уҡ мөшҡәт сәтләүеге, ҡәнәфер һәм башҡа тәмләткестәр үҫә.
Архипелагтың бөтә утрауҙары ла, Ару утрауынан башҡа, биогеографик йәһәттән Зонд шельфы (Азия ҡитғаһы шельфының бер өлөшө) һәм Арафур шельфы (Австралия ҡитғаһы шельфының бер өлөшө) араһында ятҡан Уоллесия төбәгенә ҡарай. Шулай итеп, улар Вебер һыҙаты һәм Лидеккер һыҙаты араһында урынлашҡан, шуға күрә утрауҙа Азия фаунаһына ҡарағанда австралазия фаунаһы күберәк. Төбәктең тектоник әүҙемлеге лә Молуккалағы биотөрлөлөккә һәм вариативлыҡҡа ла йоғонто яһай; утрауҙарҙың ҙур өлөшө геологик яҡтан бик йәш, уларға ни бары 1 млн йылдан 15 млн йылға тиклем генә, шул уҡ ваҡытта улар бер ҡасан да ҙур ҡитға өлөшө лә булмаған. Молукка утрауҙары Индонезияның башҡа төбәктәренән айырылып тора; был төбәктә илдең бик бәләкәй утрауҙары урынлашҡан, коралдарҙан хасил булған утрау рифтары донъялағы иң тәрән диңгеҙҙәр менән бүленә, һәм архипелагта Ява йәки Суматра кеүек ҙур утрауҙар ҙа юҡ. Флораһы һәм фаунаһына утрауҙар араһында күсеп йөрөү бик ҡыйын, шуның өсөн архипелаг утрауҙары өсөн юғары кимәлдә эндемилыҡ хас[5].
Европалылар асҡандан алып күп кенә натуралистар Молукка утрауҙары экологияһын өйрәнә башлай; Альфред Уоллестың «Малайский архипелаг» (инг.)баш. китабы төбәк экологияһы тарихын һүрәтләгән беренсе ғилми хеҙмәт була, ул Индонезия биотөрлөлөгөн өйрәнеү өсөн мөһим сығанаҡҡа әйләнә. Молукка утрауҙары Георг Румфиустың тәбиғәт тарихы буйынса «Амбонезия гербарийы» һәм « Амбонезия кунсткамераһы» тип аталған ике төп тарихи эшенең объекты булып тора.
Архипелагтың төньяҡ һәм үҙәк утрауҙарының ҙур өлөшөн ямғырлы урман ҡаплай, ә бәләкәй утрауҙарҙа урмандар урынын хәҙер плантациялар, шул иҫәптән эндемик ҡәнәфер һәм мөшкәт ағастары биләй. Танимбар утрауҙары һәм башҡа көньяҡ-көнсығыш утрауҙарында, яҡында ғына ятҡан Тиморҙағы кеүек үк, ҡоро һәм үҫемлектәр донъяһы ла бик ярлы[4]. 1997 йылда Манузел милли паркы, ә 2004 йылда Акетоджава-Лолобата милли паркы ойошторола, уларҙың маҡсаты — һирәк эндемик төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына юл ҡуймау.
Кускус һәм барсукҡа оҡшаш төнгө муҡсалы йән эйәләренең бик күп төрҙәре бында көн итә, циветта (бесәйгә оҡшаған йыртҡыс һөтимәре) һәм ҡырағай сусҡалар[4] башҡа төбәктәрҙән килтерелгән. Хальмахера һәм Серам кеүек ҙур утрауҙарҙа ҡоштарҙың яҡынса 100 төргә яҡын эндемик төрҙөргә ҡарауы билдәле. Төньяҡтағы Молукка утрауҙарында эндемик ожмах ҡоштарының ике төрө тереклек итә. Молукка утрауҙарының башҡаларынан айырмалы рәүештә, Ару утрауында папуан фаунаһы, шул иҫәптән көңгөрә, казуар, ожмах ҡоштары йәшәй.
Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы бәләкәй утрауҙарға ла, ҙур утрауҙарға ла тәьҫир итеүенә ҡарамҫтан, бәләкәй утрауҙарҙың үҙҙәренә генә хас үҙенсәлекле экологик проблемалары бар. Цивилизацияның бәләкәй утрауҙарға йоғонтоһо артҡандан арта бара, һәм был күренештең ниндәй емергес һөҙөмтә биреүен күҙаллау ҙа ҡыйын хатта. Индонезия тәбиғәт ресурстарына бай булыуға ҡарамаҫтан, Молукка архипелагының бәләкәй утрауҙарында тәбиғәт ресурстары сикләнгән һәм үтә ныҡ махсуслашҡан; бынан тыш бәләкәй утрауҙарҙа, ҡағиҙә булараҡ, халыҡ та аҙ йәшәй[6].
Бәләкәй утрауҙарҙың дөйөм үҙенсәлектәре Молукка утрауҙарында ла сағылыш таба[6]:
- ҡоро ерҙең ҙур майҙанында вулкандарҙың әүҙемлеге, ер тетрәү, ишелмә һәм емергес циклондар ҙур йоғонто яһай;
- диңгеҙ климатының өҫтөнлөк алыуы;
- һыу сығанаҡтарының бик аҙ, ә эрозияның юғары дәрәжәлә булыуы;
- ҡоро ерҙең күп өлөшө — диңгеҙҙең яр буйҙары;
- эндемиктарға ҡарағанда махсуслашыуҙың юғары кимәлдә булыуы;
- ябыҡ урын булғанға күрә, йәмғиәт үҙенсәлекле мәҙәниәткә эйә;
- иҡтисади миграцияның бәләкәй утрауҙарҙа йәшәүсе халыҡҡа йоғонтоһо көслө.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы дымлы. Үҙәк һәм көньяҡ Молукка утрауҙары, Индонезияның ҡалған өлөшөнән айырмалы рәүештә, октябрҙән мартҡа тиклем ҡоро муссондар, ә май айынан августҡа тиклем дымлы муссондар йоғонтоһонда була. Ҡоро муссондарҙың уртаса максималь температураһы 30 °C, дымлы муссондарҙыҡы — 23 °C. Төньяҡ Молукка утрауҙарында, Индонезияның ҡалған өлөшөндәге кеүек, декабрҙән мартҡа тиклем дымлы муссондар өҫтөнлөк ала. Һәр бер утрауҙар төркөмөндә үҙенең климатик вариациялары бар, ҙур утрауҙарҙа яр буйы үҙәндәрендә — ҡоролоҡ, ә таулы төбәктәрҙә дымлылыҡ көслө[4].
Тарихы
үҙгәртергәБанда утрауҙарының аҫаба халҡы Рим империяһы дәүеренән үк Азияның башҡа халыҡтарына, атап әйткәндә, ҡытайҙарға тәмләткестәр һатыр булған. Ислам дине таралыуға бәйле мосолман сауҙагәрҙәре төп сауҙа партнерҙарына әйләнә. Сауҙагәрҙәр менән утрауҙарға ислам дине генә түгел, ә хәлле кешеләрҙең урындағы советтарына (orang kaya) алмашҡа яңы социаль ойошма, солтанат килә, һәм ул тышҡы сәйәсәт үткәреү өсөн бик һөҙөмтәле була. (ҡара: Тернате һәм Тидорҙағы солтанаттар).
Венеция, мосолман дәүләттәре менән сауҙа эштәрен алып барып, быға тиклем ҡулланылған ҡоро юлдарҙа монголдар һәм төрөктәр пәйҙә булғас, 1200 йылдан 1500 йылдарға тиклем Европала тәмләткестәр юлында монополияға эйә була, сөнки Урта диңгеҙҙең сауҙа юлдарын һәм Александрия кеүек порттарын контролдә тота. Яңы сауҙа юлдарының асылыуы Бөйөк географик асыштар дәүеренең башланыуына сәбәпсе була. Португалдар Африканың көньяҡ осо аша сауҙа юлын һала. Португалдарҙың уңышы Европаның күп кенә диңгеҙ державаларын, иң тәүге сиратта Испания, Франция, Англия һәм Нидерландтар үҙ колонияларын булдырыуға этәрә.
Тәүге европаса тораҡ пункттарына нигеҙҙе португалдар 1512 йылда һала, һәм ошонан Европаға тәмләткестәр юлын булдыра һәм уны контролдә тота.
1663 йылда Молукка утрауҙары Нидерландтар ҡулына эләгә.
Наполеон һуғыштары осоронда утрауҙар ваҡытлыса Бөйөк Британия (1796 йылдан 1802 йылға тиклем, шулай уҡ 1810 йылдан 1816 йылға тиклем) ҡулында була.
Икенсе донъя һуғышы осоронда утрауҙарҙы Япония баҫып ала.
1945 йылдан һуң Молукка утрауҙары яңы Индонезия дәүләтенең состав өлөшөнә әйләнә.
Демографияһы
үҙгәртергәМолукка утрауҙарында яҡынса 2 млн кеше йәшәй, был Индонезияеың бөтә халҡының 1 проценты[4].
Урындағы халыҡ — меланезийҙар (алфурҙар)[7], Европа кешеләре утрауҙарҙы асҡандан һуң бигерәк тә Банда утрауында халыҡ һаны ҡырҡа кәмей. XХ быуат башында утрауҙар Нидерландтар ҡулында булғанда, шунан Индонезия осоронда австронезий иммиграцияһы дауам итә..
Төбәктә элек яҡынса 130 тел булған, ләкин хәҙер күп телдәр буталған, һәм тернате һәм амбонез теленең пиджин диалекты киңерәк таралған[4].
Административ бүленеш
үҙгәртергәМолукка утрауҙары 1950 йылдан 1999 йылға тиклем Индонезияның бер провинцияһы була. 1999 йылда төньяҡ утрауҙар (Хальмахера, Тернате, Сулу утрауҙары һәм башҡалар) Төньяҡ Малуку провинцияһына индерелә, провинцияның административ үҙәге — Тернате.
Архипелагтың ҡалған өлөшө Малуку провинцияһы составында ҡала, Амбон, Серам, Буру утрауҙары, шулай уҡ Банда, Ару һәм Танимбар архипелагтары иң мөһим утрауҙар булып ҡала. Амбон ҡалаһы — провинцияның административ үҙәге.
Төньяҡ Малуку провинцияһы
үҙгәртергә- Тернате, унда элекке административ үҙәк Тернате урынлашҡан.
- Тидоре
- Бачан
- Хальмахера, Молукка утрауҙарының иң ҙурыһы, унда баш ҡала Софифи урынлашҡан[8]
- Моротай
- Оби утрауҙары
- Сула утрауҙары
Малуку провинцияһы
үҙгәртергә- Амбон, административ үҙәге Амбон ошо утрауҙа урынлашҡан
- Ару утрауҙары
- Бабар
- Төньяҡ-көнбайыш Утрауҙар
- Банда утрауҙары
- Буру
- Кей утрауҙары
- Лети утрауҙары
- Маклан
- Сапаруа
- Серам
- Танимбар утрауҙары
- Ветар
Иҡтисады
үҙгәртергәҠәнәфер һәм мөшкәт ағастары әле лә ауыл хужалығы производствоһының мөһим урынын алып тора, уларҙан тыш бында какао, кофе һәм еләк-емеш тә үҫтерелә. Балыҡсылыҡ иҡтисадта мөһим роль уйнай, был тармаҡ күберәк үҫтереү Хальмахерҙа һәм Бачанда яҡшы үҫешкән. Ару утрауҙарында ынйы үҫтерелә, ә Серам лобстерҙарҙы экспортҡа һата. Ҙур утрауҙар өсөн урман сәнәғәте ҙур әһәмиәткә эйә: Серамда тимер ағас үҫә, ә тик һәм ҡара ағас Бурула сығарыла[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Monk K.A. The Ecology of Nusa Tenggara and Maluku. — Hong Kong: Periplus Editions Ltd., 1996. — P. 9. — ISBN 962-593-076-0.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Witton Patrick. Indonesia. — Melbourne: Lonely Planet, 2003. — P. 818. — ISBN 1-74059-154-2.
- ↑ Monk (1996), page 9
- ↑ 6,0 6,1 Monk, K.A. The Ecology of Nusa Tenggara and Maluku. — Hong Kong: Periplus Editions Ltd., 1996. — P. 1. — ISBN 962-593-076-0.
- ↑ IRJA.org . Архивировано 14 апрель 2009 года. 1999 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ Monk K.A. The Ecology of Nusa Tenggara and Maluku. — Hong Kong: Periplus Editions Ltd., 1996. — P. 7. — ISBN 962-593-076-0.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- George Miller (editor), To The Spice Islands And Beyond: Travels in Eastern Indonesia, Oxford University Press, 1996, Paperback, 310 pages, ISBN 967-65-3099-9
- Severin, Tim The Spice Island Voyage: In Search of Wallace, Abacus, 1997, paperback, 302 pages, ISBN 0-349-11040-9
- Bergreen, Laurence Over the Edge of the World, Morrow, 2003, paperback, 480 pages
- Bellwood, Peter (1997). Prehistory of the Indo-Malaysian archipelago. Honolulu: University of Hawai’i Press. ISBN 0-8248-1883-0.
- Andaya, Leonard Y. (1993). The World of Maluku: Eastern Indonesia in the Early Modern Period. Honolulu: University of Hawai’i Press. ISBN 0-8248-1490-8.
- Donkin, R. A. (1997). Between East and West: The Moluccas and the Traffic in Spices Up to the Arrival of Europeans. American Philosophical Society. ISBN 0-87169-248-1.
- Monk, Kathryn A., Yance De Fretes, Gayatri Reksodiharjo-Lilley (1997). The Ecology of Nusa Tenggara and Maluku. Singapore: Periplus Press. ISBN 962-593-076-0.
- Van Oosterzee, Penny (1997). Where Worlds Collide: The Wallace Line. Ithaca: Cornell University Press. ISBN 0-8014-8497-9.
- Wallace, Alfred Russel (2000; originally published 1869). The Malay Archipelago. Singapore: Periplus Press. ISBN 962-593-645-9.