Кәфен
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Кәфен йәки кәфән (рус. саван, кафан), — исламда мәрхүмдәр кейеме. Шәһиттәрҙән башҡа бөтә мосолмандарҙы ла кәфенләйҙәр .
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКәфенде аҡ төҫтәге материянан яһауға өҫтөнлөк бирелә, уртаса хаҡы — мәрхүмдең етешлегенә күрә. Ул яңы булырға тейеш, әммә был мөмкин түгел икән, йыуылған булыуы ла ихтимал[1].
Кәфендең минималь үлсәме — мәрхүмдең бөтә тәнен ҡаплаған бер киҫәк туҡыма[1]
Кәфен ир-егет өсөн ҡамис (оҙон күлдәк), изар (киң таҫма) һәм лифафәнән, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡамис, изар, лифафә, баш яулығы һәм күкрәктәре өҫтөнән бәйләнгән аҡ туҡыманан ғибәрәт.[1][2].
Малайҙарҙы бер киҫәк туҡымаға төрөп ерләйҙәр, әммә 3 киҫәк тә эшләргә мөмкин, ҡыҙҙарҙы 3 ҡат- ахирәт күлдәге һәм ике киҫәк туҡымаға төрәләр[1].
Кәфенгә еҫлемайҙар һибеү яҡшы[1].
Үле тыуған йәки төшкән баланы ерләү өсөн бер ҡат туҡымаға төрәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- шейх Салих Аль Фаузан. Обряды похорон. — KUTUB ISLAMIYA, 2021. — 62 с.
- Мәҡәлә "Мосолман йолалары буйынса үлеме һәм ерләнеүе"Мәскәү һәм Санкт-Петербург Зыяраттары " сайтынан