Кәбир (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Кәбир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Кәбир исеме бар.

Кәбир

Этимология

үҙгәртергә

Кәбир исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Дәрәжәһе юғары, тиңдәше булмаған, оло, мөһабәт, етди тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Кәбир (Кабирнатх, Кәбир Дас, Санта Сахиб Кәбир; хинди: कबीर, панджаби: ਕਬੀਰ, урду: کبير; 1440, Бенарес, Пенджаб — 1518, Һиндостан) — һиндостандың урта быуаттарының мистик шағиры, сант-шағир, бхакти хәрәкәтенең күренекле реформаторы, хинди әҙәбиәте классигы.

Туйкин Кәбир Кәрим улы (10 июнь 1887 йыл — 15 февраль 1938 йыл) — яҙыусы, драматург һәм шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.

Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы (10 март 1932 йыл — 6 февраль 2019 йыл) — яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Стәрлетамаҡ районының Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Ғафури районының Йәлил Кейекбаев исемендәге премиялары лауреаты.

Закирйәнов Кәбир Закирйән улы (10 апрель 1931 йыл) — СССР һәм Рәсәй урыҫ теле белгесе, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1979), профессор (1981), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2007), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары белем биреү мәктәбенең отличнигы(1977), РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы(1973), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы(1994)[1]. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында кафедра мөдире (1980—1996).

Кәбир Бәкер (Бәкиров Кәбир Кәрим улы) — мәшһүр татар драматургы, йәмәғәт эшмәкәре.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Әл-Кәбир (Kabīr كبير) — исламда Алла исемдәренең береһе, «Бөйөк» тигәнде аңлата. Ул шулай уҡ шәхси исем дә булып тора, Абдул Кәбир исеменең ҡыҫҡа формаһы, «Алла хеҙмәтсеһе».

Бордж-әл-Кәбир ҡәлғәһе — Мәхдиә (ғәр. المهدية‎‎‎) — Тунистағы ҡала-курорттың иҫтәлекле урыны, XVI быуатта төрөктәр тарафынан морондоң иң ҡырында төҙөлгән. Ун метр ҡалынлығындағы стеналар өс мөйөшлө бастиодары менән уны дәһшәтле хәрби ҡорамға әүерелдерә.

Тель Әл-Кәбир — Мысырҙағы ҡала.

«Әт-Тирйәк әл-Кәбир» (XII—XIII бб. араһы) — Тажетдин ибн Юныс әл-Болғариҙың фармакология буйынса.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ