Ҡуҡрауыҡ шарлауығы

(Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы битенән йүнәлтелде)

Ҡуҡрауыҡ (халыҡ телендә Күккүкерәүек) (рус. Кук-Караук) — Башҡортостандың Ишембай районы Маҡар ауылынан 7 км ситтә урынлашҡан шарлауыҡ 1965 йылдың авгусында Башҡортостандың геоморфогик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныла. Геологтар, уның тирәһендә ер өҫтөнә сыҡҡан тау тоҡомдарының йәше 500 млн йылдан ашыу, тигән фекергә килгән. Шарлауыҡ Һикәҙе йылғаһына ҡойған Ҡуҡрауыҡ йылғаһында бейек ҡаялар, ҡара урмандар араһында урынлашҡан. Ҡаяларында (урыҫса бирәм) очиток гибридный, төньяҡ вудсия абағаһы, сәскәләре ярайһы уҡ эре булған уймаҡ сәскә кеүек Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр ҙә бар[2]. Яҙғы ташҡындар ваҡытында шарлауыҡ бар үҙәнде тыуышы менән тултыра, йәй айҙарында тынып та ҡуя.

Кук-Караук
башҡ. Күк-Ҡарауыҡ
Ил
РегионБашкортостан
РайонИшембай районы 
ЙылғаҠуҡрауыҡ 
Бейеклеге12 м
Рәсәй
Точка
Кук-Караук
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Кук-Караук
Ҡурсаулыҡ зонаһы
Водопад Кук-Караук (Водопад Кукраук)[1]
Категория МСОП III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы)
Профиль гидрологик
Статус реорганизован
Ойошторолған ваҡыты 17 август 1965 йыл
Бөтөрөлгән ваҡыты 27 август 2014 йыл
 Ҡуҡрауыҡ шарлауығы Викимилектә

Шарлауыҡ 10-12 м бейеклегендәге бер нисә һикәлтәнән тора. Тирә яғындағы тауҙа йүкә, ерек, ҡарама, ҡайын ағастарынан торған урман үҫә.

Ҡаяларҙа бер нисә ваҡ мәмерйә бар. Ҡуҡрауыҡ һәм Һикәҙе йылғалары бер нисә урында ер аҫтына төшөп юғалған урындар бар.

Һикәҙе, Ҡуҡрауыҡ йылғалары буйлап борон Стәрлетамаҡ—Белорет тракты үткән. Уның күперҙәре әле лә һаҡланып ҡалған.

Һикәҙе йылғаһы ярында Кәлимосҡан тигән бейек ҡаяла Салауат Юлаев мәмерйәһе бар. Әммә бына ҡасандар Салауат Юлаев булып киткән урын түгел, «Салауат Юлаев» фильмын төшөргән урын.

Транспорт

үҙгәртергә

Шарлауыҡҡа Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы аша барырға мөмкин.

Гидронимия

үҙгәртергә

Шарлауыҡ тауышы күк күкрәүе тауышы сығарғанға күрә шулай аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Водопад Кук Караук Водопад Кукраук. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  2. Ҡуҡрауыҡ шарлауығы">Зуфар Карамышев «Село Макарово», ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД "Республика Башкортостан", 1995 — 2002. стр. 207

Һылтанмалар

үҙгәртергә

башҡорт телендәге сығанаҡтар

урыҫ телендәге сығанаҡтар