Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы

Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы (7 ноябрь 1908 йыл — 18 июнь 1993 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы актёры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 7 ноябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Кушнаренко районы
Түбән Аҡбаш, Шәрип ауыл Советы (Кушнаренко районы), Кушнаренко районы
Вафат булған көнө 18 июнь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Ташкәнт, Үзбәкстан
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әҡлимә Ғариф ҡыҙы Садиҡова 1908 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Шәрип улусы[1] Түбән Аҡбаш ауылында тыуған.

1931 йылда Башҡортостан сәнғәт техникумын тамамлаған (В. Мортазин‑Иманский, М. Ә. Мәһәҙиев курсы). 19311933 йылдарҙа Рәсәй дәүләт театр сәнғәте институтында (ГИТИС)(Р. Н. Симонов һәм Ю. А. Завадской класы) уҡый. 19331983 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры актёры. Башлыса характерлы ролдәрҙә уйнай, музыкаль спектаклдәрҙә сығыш яһай.

Емешле ижады өсөн 1955 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Әҡлимә Садиҡова 1993 йылдың 18 июнендә Ташкент ҡалаһында вафат була.

Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы типик һәм таныш образдар ижад итә. Байтаҡ комик ролдәр башҡара: Кукушкина («Төшөмлө урын» — «Доходное место», А. Н. Островский), Бочкарёва («Платон Кречет», А. Е. Корнейчук), Шифабикә («Тиле йәшлек», И. Ә. Абдуллин), Кроче апай («Мут егет» — «Плут», Л. Пиранделлоның «Лиола» пьесаһы буйынса), айырыуса Йыһан ҡарсыҡ роле («Башмағым») тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Күп кенә драматик һәм трагик ролдәрҙе психологик тәрәнлек һәм тормошсанлыҡ менән кәүҙәләндерә: Көнбикә («Салауат», Б. Бикбай), Шәмсинур («Ул ҡайтты», Ә. Ҡ. Атнабаев), Биби («Ҡара сәскәләр» — «Чёрные розы», В. Ғ. Ғәлимов, С. Джемалдең шул уҡ исемле романы буйынса) һәм башҡалар.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

үҙгәртергә
  • Гөлбикә («Таңсулпан», Даян)
  • Ғәлиәбаныу (шул уҡ исемле пьеса, Файзи)
  • Гөлниса («Рәйсә», Асанбаев)
  • Хәбрәүша («Жёнушка», Мөбәрәков)
  • Глафира Фирсовна («Последняя жертва», А. Островский)
  • Елена Андреевна («Дядя Ваня», А. Чехов)
  • Анна («На дне», М. Горький)
  • Акулина Ивановна («Мещане», М. Горький)
  • Диана («Не называя фамилий», Минко)
  • Клавдия («Дети Ванюшина», С. Найдёнов)
  • Розалия («Филумена Мартурано», Э. де Филиппо)
  • Хәбибә («Салауат», Иманский)
  • Ғәйшә («Сибиряк Ғилман», А. Таһиров)
  • Кукушкина («Доходное место», А. Н. Островский)
  • Бочкарева («Платон Кречет», А. Корнейчук)
  • Йыһан ҡарсыҡ («Башмағым», Х. Ибраһимов)
  • Хәжи-апа («Бай һәм батрак», Х. Хәмзә)
  • Шифабикә («Тиле йәшлек», И. Ә. Абдуллин)
  • Кроче апай («Мут егет» — «Плут», Л. Пиранделлоның «Лиола» пьесаһы буйынса)
  • Көнбикә («Салауат Юлаев», Б. Бикбай)
  • Шәмсинур («Ул ҡайтты», Ә. Ҡ. Атнабаев)
  • Биби («Ҡара сәскәләр» — «Чёрные розы», В. Ғ. Ғәлимов, С. Джемалдең шул уҡ исемле романы буйынса)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1972)
  • БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1955)
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1940)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1955)

Өфө ҡалаһының Минһажев урамындағы 125-се йортҡа Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Унда: «Был йортта 1961—1996 йылдарҙа башҡорт шағирәһе Фәүзиә Рәхимғолова, ә 1961—1988 йылдарҙа — БАССР‑ҙың халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы йәшәне» тип яҙылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә