Көйәҙебаш
Көйәҙебаш (рус. Куезбашево; башҡа атамалары Алёшкин; Майлыбүкән (Мөлли-Бүкән) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 618 кеше[2]. Почта индексы — 453483, ОКАТО коды — 80205804000.
Ауыл | |
Көйәҙебаш рус. Куезбашево, cыу. Мăйлăпукан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Милли состав |
сыуаштар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453483 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 13 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 16 км
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1795 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Алёшкино исеме (тәүге төпләнеүсе Алексей Артемьев исеменән) менән яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Ул саҡта 36 сыуаш иҫәпләнә. Был әле генә барлыҡҡа килгән ауыл тураһында һөйләй. Бишҡайын ауылынан 50 сыуаш күсеп килә. 1865 йылда 34 йортта 196 кеше йәшәй. 1920 йылда унда 82 йортта 535 сыуаш иҫәпләнгән. Ауылдың йәнә бер исеме — Майлыбүкән.
Игенселек, малсылыҡ, сана һәм утын саналары яһау менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[3].
2005 йылдың 20 июлендәге 211-з «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Закон ҡарар итә:
ст. 5. Тораҡ тибын ауыл тип биләдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә: 1) Ауырғазы районында: а) Батыр ауыл Советының Көйәҙебаш ауылының
б) Өршәк ауыл Советының Иҫке Әпсәләм ауылының
в) Сыуаш-Ҡарамалы ауыл Советының Сыуаш-Ҡарамалы ауылының
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 618 | 306 | 312 | 49,5 | 50,5 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - сыуаштар (83 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәлләмова Надежда Викторовна (22 июль 1959 йыл) — спортсы-тренер. 2003 йылдан Стәрлетамаҡтағы Олимпия резервы махсус спорт мәктәбе уҡытыусыһы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостандың күренекле спортсыһы (1994). СССР (1988—1992), Рәсәйҙең (1993—1996) йыйылма командалары ағзаһы[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 57. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урам исемдәре
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлләмова Надежда Викторовна 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 1816 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1818-1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Көйәҙебаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2019)
- Куезбашево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2019)
- Село Куезбашево, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2019)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Көйәҙебаш Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |