Пьер де Кубертен
Пьер де Фреди́, барон де Куберте́н (франц. Pierre de Frédy, baron de Coubertin) (1 ғинуар 1863, Париж — 2 сентябрь 1937, Женева) — француз спорт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы, педагог, әҙәбиәтсе; барон. Хәҙерге Олимпия уйындарын ойоштороу инициаторы (1896 йылдан башлап үткәреләләр). Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты (1896—1916, 1919-25).
Биографияһы
үҙгәртергәПарижда аристократтар ғаиләһендә тыуа, Шарль Луи де Фреди менән Агата-Габриэль де Мирвиллдең өсөнсө балаһы. Бөйөк Британияның һәм Американың бер нисә колледжын һәм университетын йөрөп сыҡҡандан һуң белем алыуҙы төрләндерергә була. Кубертен спорт менән шөғөлләнеүгә ҙур әһәмиәт бирә, уны шәхестең гармониялы үҫеше шарттарының береһе тип һанай. Кубертен регби менән мауыға, Франция чемпионатының «Расинг Метро» һәм «Стад Франсе» командалары араһындағы финал матчында рефери вазифаһын да башҡара.
Олимпия уйындары
үҙгәртергәКубертен спортты таратыу өсөн халыҡ-ара ярыштар үткәреү идеяһы тураһында күп уйлана. Олимпияла археологик ҡаҙыныуҙар барышындағы асыштарға бәйле йәмғиәттә Антик олимпия уйындарына ҡыҙыҡһыныу артҡанын күреп, Кубертен Олимпия уйындарын тергеҙеү проектын төҙөй һәм 1892 йылдың 25 ноябрендә Париждың бөтә донъяға билдәле университеты Сорбоннала «Олимпизмды тергеҙеү» тигән доклад менән сығыш яһай. Шунда ул Рәсәй генералы А. Д. Бутовский менән таныша. Генерал менән фекерҙәш булып сығалар, ул да спорттың йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен юғары баһалай, Олимпия уйындарын тергеҙеү фекерен дә ҡайнар хуплай[10].
1894 йылдың 23 июнендә Кубертендың тырышлыҡтары уңыш килтерә. Сорбонналағы конгреста тарихи ҡарар ҡабул ителә: «Олимпия уйындарын тергеҙеү биргән өҫтөнлөктәрҙә спорт күҙлегенән дә, интернациональ йәһәттән дә бер ниндәй шик юҡ, шулай булғас, был уйындар хәҙерге заман талаптарына яуап биргән нигеҙҙәрҙә тергеҙелһен». Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) ойошторола, Кубертен уның генераль секретары вазифаһын биләй. Уйындарҙы дүрт йылға бер үткәрергә ҡарар ителә. Фекер алышҡандан һуң, конгресс Кубертендың дуҫы Деметриус Викелас хәҙерге замандағы Беренсе Олимпия уйындарын, боронғо уйындарҙың вариҫы булыу билдәһе итеп, Афинала үткәрергә тәҡдим итә. Деметриус Викелас Олимпия комитетының президенты итеп һайлана.
Уйындар 1896 йылдың йәйендә үтә һәм ҙур уңыш ҡаҙана. Уйындар тамамланғас, Кубертен Халыҡ-ара Олимпия комитеты президентының бушаған вазифаһын биләй.
Артабан Олимпия хәрәкәтенә етди ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә, сөнки киләһе Уйындар — 1900 йылғы Париж һәм 1904 йылғы Сент-Луис Олимпиадалары — улар менән бер үк ваҡытта үткән Бөтә донъя күргәҙмәһе ерлегендә ҙур иғтибар яулай алмай. 1906 йылда хәл үҙгәрә, сөнки Афинала аралыҡ уйындары үткәрелә һәм Олимпия уйындары иң мөһим спорт ваҡиғаһына әүерелә.
1912 йылғы Стокгольм уйындарына Пьер де Кубертен яңы спорт дисциплинаһын — заманса бишбәйгене барлыҡҡа килтерә.
1912—1948 йылдарҙа Олимпия уйындарында Сәнғәт конкурстары үткәрелә, улар программаға Пьер де Кубертен тәҡдиме буйынса индерелә[11]. 1912 йылда, псевдоним аҫтында Стокгольмдағы V Олимпия уйындарының Сәнғәт конкурсында ҡатнашып, Пьер де Кубертен «Спортҡа мәҙхиә» өсөн (әҙәбиәт номинацияһында) алтын миҙал яулай[12].
1916 йылда, Беренсе донъя һуғышы ҡыҙған мәлдә, Кубертен мундир кейә лә фронтҡа юллана, унда Француз армияһына барып ҡушыла. Бындай шарттарҙа ул Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты вазифаһында ҡалыуҙы мөмкин түгел тип һанай. Кубертен вәкәләттәрҙе комитет ағзаларының береһе, нейтраль Швейцария вәкиле Годфруа де Блонеға тапшырыуҙы талап итә. Һуғыштан һуң бер йыл үткәс, 1919 йылда, Кубертен яңынан Халыҡ-ара олимпия комитетына етәксе була.
Париждағы 1924 йылғы Олимпия уйындарынан һуң Кубертен Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты вазифаһынан китә. Бельгиялы Анри де Байе-Латур яңы етәксе итеп ҡуйыла.
Пьер де Кубертен ғүмеренең ахырына тиклем Халыҡ-ара олимпия комитетының Почетлы Президенты булып ҡала. Ул 1937 йылда Женевала мәрхүм була һәм Халыҡ-ара олимпия комитетының штаб-фатиры урынлашҡан Лозаннала ерләнә. Ә йөрәге боронғо Олимпия харабалары эргәһендәге монументта ерләнә.
Скауттар хәрәкәте
үҙгәртергә1911 йылда Францияла ике дин-ара скаут ойошмаһы ойошторола, береһенең — Éclaireurs Français (EF) тигәненең — ойоштороусыһы Пьер де Кубертен була. Икенсеһен (Éclaireurs de France) Николя Бенуа нигеҙләй. Һуңыраҡ был ойошмалар берләшә.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәПьер де Кубертен 1895 йылда ғаилә дуҫтарының ҡыҙы Мари Ротанға өйләнә. Баш балалары Жак аҡылға зәғиф була, ә ҡыҙҙары Рене нервы ауырыуы менән яфалана. Кубертендың балалары нәҫел ебен дауам итә алмай. Кубертендың ағай-энеһе араһында ул яҡын күргән икәүһе Беренсе донъя һуғышында һәләк була. Кубертендың ҡатыны 1963 йылда 101 йәштә вафат була[13][14].
Тәнҡит
үҙгәртергәКубертен тәнҡит утына йыш тотола. Уны Олимпия уйындарын дөрөҫ аңламауҙа, уларҙы үтә профессионаллаштырыуҙа һәм романтиклаштырыуҙа ғәйепләйҙәр. Кубертендың, Олимпиадалар тыныслыҡты һаҡлауға булышлыҡ итә, тигән фекере лә тәнҡитләнә. Бынан тыш, тикшеренеүселәр һәр төрлө олимпия мәсьәләләрен хәл итеүҙә ул үҙ ролен үтә ҡабартҡан тип иҫәпләй[15].
Пьер де Кубертен миҙалы
үҙгәртергәПьер де Кубертен миҙалы Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан Олимпия уйындары ваҡытында рухҡа тоғролоҡ, намыҫлы ғәҙеллек һәм киң күңеллелек («Fair Play») өсөн тапшырыла.
Күп спортсылар һәм тамашасылар тарафынан был награда алтын олимпия миҙалына ҡарағанда ла мөһимерәк тип таныла. Халыҡ-ара олимпия комитеты ла Пьер де Кубертен миҙалы тапшырыуҙы спортсы өсөн иң ҙур хөрмәт тип атай.
Филателия һәм нумизматика
үҙгәртергә-
Почтовая марка Азербайджана, посвящённая Пьеру де Кубертену, 1994
-
Почтовая марка Молдовы с фото Кубертена, 1994
-
Почтовая марка России, 2013
-
Монета ЦБ РФ
-
Монета 20 франков 1994 года
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәКубертен хеҙмәттәренең дөйөм күләме 12 меңдән ашыу баҫма бит тәшкил итә (30 китап, 50 брошюра, 1200-ҙән ашыу мәҡәлә).[16][17] Кубертендың айырыуса ҙур хеҙмәттәре:
- Une Campagne de 21 ans.. Paris: Librairie de l'Éducation Physique. 1908.
- La Chronique de France (7 vols.). Auxerre and Paris: Lanier. 1900—1906.
- L'Éducation anglaise en France. Paris: Hachette. 1889.
- L'Éducation en Angleterre. Paris: Hachette. 1888.
- Essais de psychologie sportive. Lausanne: Payot. 1913.
- L'Évolution française sous la Troisième République. Paris: Hachette. 1896.
- France Since 1814. New York: Macmillan. 1900.
- La Gymnastique utilitaire. Paris: Alcan. 1905.
- Histoire universelle (4 vols.). Aix-en-Provence: Société de l’histoire universelle. 1919.
- Mémoires olympiques. Lausanne: Bureau international de pédagogie sportive. 1931.
- Notes sur l'éducation publique. Paris: Hachette. 1901.
- Pages d’histoire contemporaine. Paris: Plon. 1908.
- Pédagogie sportive. Paris: Crés. 1922.
- Le Respect Mutuel. Paris: Alean. 1915.
- Souvenirs d’Amérique et de Grèce. Paris: Hachette. 1897.
- Universités transatlantiques. Paris: Hachette. 1890.
рус телендә:
- Олимпийские мемуары / Пер. с фр. — М.: Рид Групп, 2011. 176 с., Серия «Библиотека РМОУ», 1500 экз., ISBN 978-5-425-20301-4
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118522418 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Свидетельство о рождении
- ↑ 4,0 4,1 MacAloon J. J. Pierre, baron de Coubertin // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Pierre de Coubertin // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 6,0 6,1 Кубертен Пьер де // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ Sports-Reference.com (ингл.)
- ↑ http://chsp.sciences-po.fr/fond-archive/coubertin-pierre-de
- ↑ Виталий Орлов. Все наши: основателем олимпийского движения был правнук Ярослава Мудрого, а первым Президентом МОК — одессит. Час пик, № 13(517) от 03.04.2011
- ↑ Pierre de Coubertin and the arts . // decoubertin.info. Дата обращения: 2012-8-5. Архивировано 17 август 2012 года. 2015 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ Art Competition 1912 . // olympic-museum.de. Дата обращения: 2012-8-3. Архивировано 5 август 2012 года. 2008 йыл 17 апрель архивланған. (инг.)(англ.)
- ↑ Биография Кубертена на sports-reference.com 2010 йыл 9 март архивланған. (инг.)(инг.)
- ↑ Биография Кубертена на gypy.sk (сайт гимназии им. Кубертена) (инг.)(инг.)
- ↑ Hill Christopher R. Olympic Politics. — Manchester University Press ND, 1996. — ISBN 0-7190-4451-0.
- ↑ Диссертация Г. М. Аксенова «Педагогические идеи Кубертена и их современное значение» 2011 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Библиография работ Кубертена (95 % работ) 2011 йыл 6 июль архивланған. (инг.)(инг.)