Ҡобағош (Башҡортостан)
Ҡобағош (рус. Кубагушево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Миндәк ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 377 кеше[2][3]. Почта индексы — 453745, ОКАТО коды — 80253848008.
Ауыл | |
Ҡобағош рус. Кубагушево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453745 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәҠобағош ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1776 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1786 йыл) йылдан билдәле булған, Һәм Ҡобағош ауылы башҡа тораҡ пункттары араһында сағыштырмаса ҙур булған. Ауылда тәүге төпләнеүсе Ҡобағош Ҡарабаев булған. 1795 йылғы V рәүиз 30 йортто асыҡлай, Ҡобағош исемле ике ауылда 127 ир-ат һәм 107 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. XIX быуат уртаһына йорт-хужалыҡ иҫәбе лә һәм халҡы ла ике тапҡырға арта: 79 йортта 295 ир-ат һәм 236 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Шул осорҙа күрше Баттал ауылынан Ҡобағошҡа 8 ғаилә күсенеп килә. Тәүге төпләнеүсенең улы старшина Хәсән Ҡобағошов 1777—1843 йылдарҙа йәшәй, уның балалары Абдулсаттар, Абдулсадыҡ, Ирәлей, Ғәбдулдейән. Ауылдан 2—3 саҡрымда күсеп йөрөү урындары урынлаша: май айында — Миндәк йылғаһы буйлап, июндә — Ярылған шишмәһе һәм Ҡарағош яланы, Урал тауы битләүе, июлдә Туғыҙғуй яланы, Һыуыҡ түбә тауы. 1841 йылда күсеп йөрөү урынына 250 ат, 220 һыйыр, 62 һарыҡ менән 65 йорт-хужалыҡ сыға. Кәзәләр булмай. Ауыл халҡы 288 бот ужым һәм 840 бот яҙғы иген сәскән[4].
1866 йылда 81 хужалыҡта — 592 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 622 | ||||
1920 йыл 26 август | 740 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 528 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 458 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 392 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 402 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 377 | 185 | 192 | 49,1 | 50,9 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, халҡы — башҡорттар (98 %)[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары
үҙгәртергә1834 йылда[6] Ҡобағош ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Зекрин Вәлиулла Зекерей улы (1907—1954) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы
- Минһажетдинов Марат Хәләф улы (18.05.1934—2.07.1972), әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. 1959—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1964).
- Минһажетдинова Рауза Хәләф ҡыҙы —уҡытыусы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы[7].
- Абдулла Солтанов (25.09.1928—17.08.2023) — үҙешмәкәр башҡорт йырсыһы һәм ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
- Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23.05.1934—4.10.2021), ғалим-башҡорт теле белгесе, педагог-методист һәм дәүләт эшмәкәре, педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994).
- Ғүмәров Вил Бәшир улы (2.04.1949—22.06.1994) — инженер, журналист, шағир һәм тәржемәсе. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Урамдары
үҙгәртергә- Билалов урамы (рус. улица Билалова)
- Вил Ғүмәров урамы (рус. улица Виля Гумерова)
- Ғабдулхаҡ Ҡауыев урамы (рус. улица Габдулхака Кавыева)
- Ҡурташ урамы (рус. улица Курташ)
- Ҡуяшев урамы (рус. улица Куяшева)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Марат Минһажетдинов урамы (рус. улица Марата Мингажетдинова)
- Миндәк урамы (рус. Миндякская улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Яңы урам (рус. Новая улица)
- Рәфис Шәкиров урамы (рус. улица Рафиса Шакирова)
- Яҡты урам (рус. Светлая улица)
- Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)[8]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
- Ҡурғашай тауы
- Ҡурғашай йылғаһы
- Убалар ҡурғаны[9]
Ауыл матбуғатта
үҙгәртергә- Эльза Мөхәмәҙиева. Ҡобағоштоң аҫыл ҡоштары. «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 4 июль[10].
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡобағош (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2012, 4 июль 2017 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2012, 4 июль 2017 йыл 3 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡобағош (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Ҡобағош, Учалы районындағы ауыл 2020 йыл 24 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2020)
- Деревня Кубагушево расположена в Учалинском районе Республики Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2019)
- Кубагушево на портале «Генеалогия и Архивы»
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |