Минһажетдинов Марат Хәләф улы

Минһажетдинов Марат Хәләф улы (18 май 1934 йыл2 июль 1972 йыл) — башҡорт совет фольклорсыһы һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1964).

Минһажетдинов Марат Хәләф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Ҡобағош, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 июль 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (38 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Марат Хәләф улы Минһажетдинов 1934 йылдың 18 майында Башҡорт АССР‑ының Учалы районы Ҡобағош ауылында Минһажетдинов Хәләф менән Минһажетдинова Мәүзифа ғаиләһендә тыуған. Ғаиләһендә башҡорт йолаларын белеп, туған телде ҡәҙерләргә өйрәнеп үҫә ул. Әсәһе танылған әкиәт һөйләү оҫтаһы[1], атаһы ла һөнәр-кәсеп белгән кеше була.

Өс томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» әкиәттәр йыйынтығын төҙөүсе «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» (2-се киҫәк, Өфө, 1966) китабының авторҙашы, бер нисә уҡыу программалары, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте курсы китаптарының авторҙашы.

1977 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә тәҡдим ителгән, тик уны ала алмай.

1962 йылдан алып 1972 йылда вафат булғанына тиклем Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы булып эшләй.

  • 1959 — Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлаған.

1994 йылда Учалы районы һәм Башҡортостандың Учалы ҡала хакимиәте ҡарары буйынса иң яҡшы уҡытыусы өсөн М. Х. Минһажетдинов исемендәге йыл һайын тапшырылыусы премия булдырыла

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Минһажетдинов Марат Хәләф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.