Исламаев Исламғол Исламаевич

мәғариф хеҙмәткәре

Исламаев Исламғол Исламаевич (10 июль 1936 йыл26 август 2017 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1997 йылдарҙа Нефтекаманың 1-се урта мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1970), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1997).

Исламаев Исламғол Исламаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ҡырғыҙ ауылы, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 август 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Бирская государственная социально-педагогическая академия[d]
Әүҙемлек урыны Рабак һәм Əмзə
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Исламғол Исламаевич Исламаев 1936 йылдың 10 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Краснокама районының Ҡырғыҙ ауылында тыуған. Милләте мари.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Рабак ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы булып башлай.

1964 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм ошо йылда Ҡалтасы районының «Заря» колхозы партия комитеты секретары итеп һайлана. Артабан КПСС-тың Ҡалтасы район комитетына эшкә үрләтелә: агитация и пропаганда бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә, һуңынан 1968 йылға тиклем ошо бүлек мөдире була.

1968—1971 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры булып эшләй. 1971 йылдың апрелендә Нефтекаманың 1-се урта мәктәбенә директор итеп күсерелә һәм ошо вазифаны 1997 йылда хаҡлы ялға киткәнсе башҡара. Был осорҙа уҡыу йорто ҡалала алдынғыларҙың береһенә әүерелә, уҡыусылар һәм уҡытыусылар төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. Дүрт йыл рәттән мәктәп КПСС-тың Нефтекама ҡала комитетының һәм ҡала Советы башҡарма комитетының Күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була.

Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны, етәкләгән коллективтарының юғары күрһәткестәргә өлгәшеүен тәьмин иткәне өсөн Исламғол Исламаев «Почёт Билдәһе» ордены һәм «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе менән бүләкләнә. 1992 йылда уға «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ҡала мәғарифын үҫтереү өлкәһендәге күп йыллыҡ емешле эше һәм уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙәге тырыш хеҙмәте өсөн Нефтекама ҡала Советының 1997 йылдың 3 июлендәге ҡарарына ярашлы Исламғол Исламаев «Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул КПСС-тың Нефтекама ҡала комитетының һәм ҡала Советы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Исламғол Исламаев 2017 йылдың 26 авгусында вафат була[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1991 — 2004 йылдарҙа Нефтекама ҡала Советы депутаты.
  • 1987 — 2002 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһының мари милли-мәҙәни берләшмәһе рәйесе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә