Корсун Николай Нестерович
Корсун Николай Нестерович (23 февраль 1911 йыл — 16 март 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының эскадрон командиры, капитан (1946). Советтар Союзы Геройы (1945).
Корсун Николай Нестерович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 23 февраль 1911 |
Тыуған урыны | Миргородский район[d], Украина |
Вафат булған көнө | 16 март 1998 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Константиновка[d], Донецк өлкәһе, Украина |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Нестерович Корсун 1911 йылдың 23 февралендә Ярмаки ауылында (хәҙер — Украинаның Полтава өлкәһе Миргород районы) тыуған. Электромеханик техникумын тамамлағандан һуң, Украина ССР-ы Сталин өлкәһе, Константиновка ҡалаһында Фрунзе исемендәге заводта электрик булып эшләй. 1932 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1934 йылда Ташкент кавалерия училищеһын, ҡалаһы, 1942 йылда — офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1941 йылдың авгусынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[1].
1945 йылдың апреленә гвардия өлкән лейтенанты Николай Корсун 1-се белорус фронты, 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының эскадрон командиры була. Германияла барған һуғыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 26 апрелендә Корсун эскадроны, Зило каналы аша сығып, Бранденбург ҡалаһына баҫып инә. Урындағы авиация заводын штурмлау һөҙөмтәһендә 146 самолет-бомбардировщик, 12 келәт, йөк тейәлгән 6 вагон баҫып алына. 1945 йылдың 23-27 апрелендә Корсун эскадроны, бер нисә йөҙ дошман һалдат һәм офицерын юҡ итеп, немецтарҙың контратакаларын уңышлы кире ҡаға[1].
СССР Юғары Советы Президиумының рәүештә 1945 йылдың 31 май Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия өлкән лейтенанты Корсун Николай, Ленин ордены һәм 6452-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» юғары исеменә лайыҡ була[1].
1946 йылда гвардия капитаны дәрәжәһендә Корсун запасҡа сыға. Константиновкаға әйләнеп ҡайта, унда тәүҙә нормировщик, шунан Фрунзе исемендәге заводта домна мейесе мастеры булып эшләй. 1998 йылдың 16 мартында вафат була. Константиновкала ерләнгән[1].
Шулай уҡ Ҡыҙыл Байраҡ,1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, бер нисә миҙал менән бүләкләнә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- За мужество и отвагу. Харьков, 1984.
- Кавалеры Золотой Звезды. — Донецк: Донбас, 1976.
- Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.